ТАУЫШЛАНЫУ
һарыҡ тауыштары ла баҫылды. С. Агиш. һандуғасҡай һайрай тирәктә, тауыштары китә йыраҡҡа. Халыҡ йырынан.
2. Телмәр аппараты ярҙамында барлыҡҡа килеп, юғарылығы, көсө һәм тембры менән айырылған өндәр. □ Голос. М Илдар, атаһының тауышын ишетеп, әкрен генә куҙен асты. Р. Байбулатов. Айһылыуҙың тауышында был юлы ла ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ, упкә өнө сағыла ине. 3. Биишева.
3. Музыкаль әҫәрҙең билдәле бер юғарылыҡтағы көйө. □ Музыкальный голос. Тауышты һынау. Ике тауышлы романс. Дурт тауышҡа яҙылған хор әҫәре.
4. Механик тирбәлештең ҡолаҡҡа ишетелгән сағылышы. □ Звук. Машина тауышы. Двигатель тауышы. Ҡыңғырау тауышы. ■ Гөрһөлдәп яҡынлашҡан поезд тауышы ишетелде. И. Абдуллин. Аласыҡ янынан дөп-дөп баҫып уткән тояҡ тауышы ла тымды. А. Абдуллин.
5. Асыҡ беленмәй, бер төрлө дөйөм геүләүгә әйләнгән өндәр ауазы. □ Звук. Ел тауышы.
6. физ. Ҡаты еҫемдәрҙә, шыйыҡсала йәки газда тулҡын формаһындағы механик тирбәлештең таралыуынан ғибәрәт физик күренеш. □ Звук. Тауыш теорияһы. ■ Хәҙерге реактив самолёттар тауыш тиҙлеген уҙыуға ла һәләтле. «Башҡортостан», 15 август 2012.
7. Тәртипһеҙ күмәк ҡысҡырыш; шау-шыу. □ Шум, крик, дебош, скандал. Тауыш сығарыу. Тауыш тынды. Тауыш ҡуптарыу.
■ Бик ҙур тауыш ҡупты, һәр кем уҙенсә ҡысҡыра башланы. Б. Ишемғол. Тауыш бер сама баҫылғас, министр урынбаҫары ҡалҡынды ла былай тине: «Был мәсьәлә хөкумәт кимәлендә хәл ителгән, шулай булғас, һеҙҙән һорап тороу кәрәкмәй». Ә. Әминев. Ҡунаҡтар алдында тауыш кутәрмәҫ өсөн Бибикамал еңгә асыулы һуҙҙәрен әйтмәне. А. Карнай.
8. Дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларында ҡаралған мәсьәлә буйынса фекер белдереү хоҡуғы. □ Голос. Хәл иткес тауыш. Тауышты иҫәпләу. Ҡупселек тауыш менән утеу.
■ Һәр кем гражданлыҡ бурысын утәп, уҙе
теләгән кандидатҡа тауыш бирергә бурыслы. «Башҡортостан», 29 сентябрь 2012. Нуриханов бер тауыштан хуплау тапты. Д. Бүләков.
9. кусм. Эске бер тойғоноң ҡушыуы. □ Внутренний голос, интуиция. ■ Куңел төбөнән выждан тауышы һәр саҡ уның [һөнәрсенең] был уйын кире ҡаға килде.
3. Биишева.
ТАУЫШ БИРЕҮ (тауыш бир ) (Р.: откликаться; И.: answer, respond; T: seslenmek) ҡ.
1. Мөрәжәғәт итеү, һүҙ ҡушыу. □ Откликаться, обращаться. Тәҙрә аша тауыш биреу. ■ «Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ әле башҡортса йыр йырлайыҡ, уҙебеҙсә», — тип егеттәр тауыш бирҙе. «Йәшлек», 2 август 2008.
2. Һайлауҙа ҡатнашып, кемгәлер йәки нимәгәлер ыңғайлыҡ белдереү. □ Голосовать. // Голосование, һайлауҙарҙа тауыш биреу.
■ Декабрҙә Дәуләт Думаһына һайлауҙарҙа Өфө тимер юл вокзалындағы участкала Өфө аша утеп барыусы 200-гә яҡын пассажир тауыш биргән. «Йәшлек», 1 март 2008.
ТАУЫШ ИТЕҮ (тауыш ит-) (Р.: обращаться; И.: address smb\ T.: seslenmek) ҡ.
Өндәшеү, ҡысҡырыу. □ Откликаться, обращаться. Алыҫтан тауыш итеу.
ТАУЫШЛАНДЫРЫУ (тауышландыр-) (Р: шуметь; И.: make noise; T.: gürültü etmek) ҡ.
Тауыш сығартыу. □ Шуметь. Балаларҙы тауышландырыу. Тауышландырып уҡытыу.
■ Һалдат тауышландырмай ғына йоҙаҡты киҫеп, ипләп кенә һандыҡты асты, ти. Әкиәттән.
ТАУЫШЛАНЫУ (тауышлан-) (Р: шуметь; И.: be noisy; T: gürültü yapmak) ҡ.
1. Тауыш сығарыу. □ Шуметь. ■ [Сания] тауышланып көлмәй, ҡарлуғас ҡа-натындай ҡаштары йылмайған сағында тағы ла ҡыйғасланыбыраҡ китә, әммә аҡыллы куҙҙәрендәге уйсанлыҡ уҙгәрешһеҙ ҡала, ә бит алмаларында шәфәҡ нурҙары сағылып киткәндәй була. Н. Мусин. Дуғаға беркетеуле еҙ ҡыңғырау туҡталмай сыңҡ-сыңҡ тауышлана. Я. Хамматов.
199