Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 200 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАУЫШЛЫ
2. Шау-шыу ҡуптарыу. □ Шуметь, галдеть. Тауышланып һөйләштек. ■ Ҡапҡанан ингәс, артыҡ тауышланмайынса, [Әхмәтзәки] өй артындағы кескәй ырҙын табағына куҙ һалды. Р. Байымов. Ер офоҡтан офоҡҡа тиклем ярһып тауышлана, тетрәп-тетрәп ҡуя. Б. Рафиҡов. Үҙ вазифаһын бер ваҡытта ла онотмаған урядник Филатов тәртип һаҡлауҙы талап итеп бер нисә тапҡыр ҡаты иҫкәрткәс кенә, кешеләр, аңдарына килгән һымаҡ булып, тауышланыуҙан баҫылдылар. Я. Хамматов.
3. Талаш сығарыу, ғауғалашыу. □ Поднимать шум, скандалить. ■ Старшина көҙгө әтәс кеуек урынһыҙ тауышлана. И. Нурғәлиев.
ТАУЫШЛЫ (Р: звуковой; И.: sound; T.: sesli) с.
1. Тауыш менән белдерелә торған. □ Звуковой. Тауышлы сигнал.
2. Тауыш сығара йәки барлыҡҡа килтерә торған. □ Звуковой. Тауышлы кино. ■ [Тоня ] Мәскәуҙә тауышлы кино курһәтелеуе тураһында яҙҙы. И. Абдуллин. Элекке көн генә ауыл клубында «Әгәр иртәгә һуғыш булһа» тигән тауышлы фильм курһәттеләр. Р. Өмөтбаев.
3. Ниндәйҙер тауышҡа эйә булған. □ С каким-л. звуком, голосом. ■ Көлгәндә бит алмалары ҡыҙҙарҙыҡылай соҡорайып киткән ҡалын тауышлы бәләкәй буйлы һалдат. М. Хужин. Хаживәлиҙең тальянкаһы За-һирҙың ҡыңғыраулы саратскийы шикелле тугел, уғата моңло тауышлы, талир тәңкәләр сылтыраған һымаҡ, киске уйында ғына тугел, һабан туйындасы тиҫтәләгән гармун тауышынан айырылып тора. И. Абдуллин.
4. Тауышы ныҡ, ғауғасыл. □ Скандальный. • Ҡатының тауышлы булһа, ҡолаҡҡа кос. Әйтем.
5. Тауыш менән, тауыш сығарып. □ Громко, со звуком. ■ «Ах-ха-ха... — Ихсанбай уҙе лә һиҙмәҫтән тауышлы итеп көрһөндө, — атам, ахыры, мине һуғыштан алып ҡалманы, ә тамуҡҡа һалды». Т. Ғарипова.
ТАУЫШ-ТЫН (Р: голоса, звуки; И.: voices, sounds; T: ses) и. йыйн.
1. Уяулыҡ, терел ек билдәһе; тауыш һәм тын. □ Голоса, звуки. ■ Днепрҙың ҡаршы ярында ла тауыш-тын ишетелмәй. Я. Хамматов.
2. Ҡолаҡҡа салынырҙай ул-был тауыш. □ Голос, звук. Ш Ҡоштар һайрамаҫ булды, тауыш-тын бөттө. Ғ. Хисамов. Селтәрле быялалы бейек ишек артында бөгөн ни өсон-дөр тауыш-тын сыҡманы. Ш. Янбаев.
ТАУЫШ-ТЫНҺЫҘ I (Р: беззвучный; И.: soundless; quiet, calmly; T: sessiz) c.
Тауыш-тын сығармаҫ; шым. □ Беззвучный, бесшумный. Тауыш-тынһыҙ кеше.
ТАУЫШ-ТЫНҺЫҘ II (Р: бесшумно;
И.: quietly, calm; T: sessizce) р.
Тауыш сығармайынса. □ Бесшумно, тихо. Тауыш-тынһыҙ барыу. Тауыш-тынһыҙ ултырыу. ■ Гөлгөнә, һәр ваҡыттағыса, иренең куҙҙәренә тултырып ҡарап, тауыш-тынһыҙ йылмайҙы ғына. Ш. Янбаев. Вәли нимәлер әйтергә теләне, ирендәрен тауыш-тынһыҙ ғына ҡыбырлатты, һуңынан Тарифҡа асыу менән генә ҡараны ла кире әйләнде. Ғ. Хәйри.
ТАУЫШҺЫҘ I (Р: бесшумный; И.: soundless; quiet, calm; T: sessiz) c.
1. Тауышы булмаған. □ Беззвучный. Тауышһыҙ кино. Тауышһыҙ мотор. Тауышһыҙ самолёт.
2. Тыныс, шым. □ Бесшумный. Тауышһыҙ бала. ■ Тауышһыҙ төнгө һауа йукә япраҡтарындасы бал еҫен тағы ла көслөрәк аңҡыта башланы. А. Таһиров.
ТАУЫШҺЫҘ II (Р: беззвучно; И.: soundlessly; T: sessizce) р.
Тыныс, ипле, тауыш сығармайынса. □ Беззвучно, бесшумно, тихо. Тауышһыҙ илау. Ж Алмабикә ишекте тауышһыҙ ғына асты ла, һаулыҡ һорашып, һандыҡ өҫтөнә барып ултырҙы. Р. Өмөтбаев. Бына шул саҡта инде Сәлим еңгәһенең ҡарашында бик алыҫта тауышһыҙ уйнаған йәшен төҫлө яҡтылыҡ нурланғанын куреп ҡалды. Ш. Янбаев.
ТАУЫШ ЯЛҒАУ (Р: свадебный обычай; И.: ancient way to communicate with one's father-in-law; T: düğün geleneği) и. этн.
Яңы оҙатылып килгән килендең ҡайныһы менән кеше аша һөйләшеү йолаһы. □ Свадебный обычай (способ общения снохи
200