Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 201 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҺЫЛДЫ
со свёкром через других лиц). Тауыш ялғауҙа аралашсы булыу.
ТАУ ЭЙӘҺЕ (Р.: дух горы; И.: mountain ghost; T.: Dağ İyesi) и. миф.
Тауҙарҙа йәшәүсе мифик зат. □ Дух горы. ■ Тәңре һиңә дарман бирһен, тау эйәһе фарман бирһен. Халыҡ ижадынан.
ТАФА (Р.: порог; И.: threshhold; T.: eşik) и. диал. ҡар. тупһа.
Ишек йәки тәҙрә тирәсенең аҫҡы өлөшө. □ Порог. Тафа аша сығыу. Бейек тафа. Я Сергей, конвертты тотоп, тафа төбөндә ҡатып ҡалды. А. Абдуллин.
ТАФСИЛ [ғәр. и. ҡар. тәфсил. Таф-сил биреү.
ТАФТА [фр. taffetas < фарс. ‘туҡыма’] (Р: тафта; И.: taffeta; T: tafta) и.
Йоҡа кизе-мамыҡ йәки ебәк ептән туҡыма. □ Тафта. Тафтанан тегеү. Тафта һатып алыу.
ТАФУАТ ИНЕҮ (тафуат ин-) ҡ. диал. ҡар. оҙайыу 1.
ТАХАН ТАУЫҠ (тауығы) (Р: мохноногая курица; И.: hen species; T: bir cins tavuk) и. диал.
Йөнлө аяҡлы тауыҡ. □ Мохноногая курица. Тахан тауыҡ йомортҡаһы. Тахан тауыҡ үрсетеү. Тахан тауыҡ аҫрау.
ТАХИКАРДИЯ [гр. tachys ‘тиҙ’ + kardia ‘йөрәк’] (Р: тахикардия; И.: tachycardia; T: taşikardi) и. мед.
Йөрәк тибеүенең йышайыуы. □ Тахикардия. Йөрәк ҡарынсаларының тахикар-дияһы. Физиологик тахикардия. Эктопик тахикардия.
ТАХИЛ ШАРАБЫ (Р: пшеничная водка; И.: corn brandy; T: buğday rakısı) и. ҡар. араҡы.
Игендән ҡыуылған спиртлы эсемлек. □ Пшеничная водка. Тахил шарабы эсеү. Тахил шарабын ауыҙ итеү. Тахил шарабын бокалдарға ҡойоу, м Таһир ауыҙынан тәмәке генә түгел, йыш ҡына тахил шарабы еҫтәре лә сыҡҡылап ҡуя. Р. Өмөтбаев.
ТАХТА [фарс. Aikj] (Р: тахта; И.: ottoman; T: sedir) и.
Артһыҙ киң диван. □ Тахта. Я Тимер ишек шағыр-шоғор асылып, ҡунаҡ менән хужа
йомшаҡ тахтаға ултырғас, доцент һүҙ башланы. 3. Ураҡсин.
ТАҺАУЫЛ и. ҡар. таһыл. Таһауыл кәмеү. Таһауыл артыу.
ТАҺМАРЛАУ (таһмарла-) (Р: припоминать; И.: recall; T: anımsamak) ҡ. диал. ҡар. сырамытыу.
Төҫөнә, ҡиәфәтенә ҡарап таныған кеүек итеү; төҫмөрләү. □ Припоминать, узнавать (по каким-л. признакам). Таһмарлап ҡына таныу. Бер аҙ таһмарлау.
ТАҺРАЙЫУ (таһрай-, таһрая) ҡ. диал. ҡар. таҫрайыу. Таһрайып ҡарау. Йыраҡтан таһрайыу.
ТАҺРАНЛАТЫУ (таһранлат-) (Р: торопить; И.: hasten much; T: çok acele ettirmek) ҡ.
Тыны бөткәнсе ашыҡтырыу. □ Торопить, подгонять. Я Атыңды таһранлатып ҡыума, соҡор-саҡыр ерҙе яйлап ҡына сыҡ. М. Тажи.
ТАҺРАНЛАУ (таһранла-) (Р: торопиться, спешить (что есть мочи)', И.: urge on; T: çok acele etmek) ҡ.
Тын бөткәнсе ашығыу. □ Торопиться, спешить (что есть мочи). Таһранлап ҡайтты.
ТАҺРЫЙ (Р.: пучеглазый; И.: goggleeyed; T: fırlak gözlü) с. диал. ҡар. аҡыш.
Тупайып торған ҙур (күҙгә ҡарата). □ Пучеглазый. Таһрый күҙҙәр. Таһрый күҙле кейәү.
ТАҺЫЛ (Р: сноровка, ловкость; И.: dexterity; T: kıvraklık) и.
Эште белеп, ыңғайына, яйына килтереп эшләү сифаты. □ Сноровка, ловкость. Таһыл кеше. Н [Бабай:] Анау балтам һынғандан һуң таһылым бөттө, уландар. К. Мәргән.
ТАҺЫЛДАУ (таһылда-) (Р: охать; И.: groan, moan, sigh; T: oflamak) ҡ. диал. ҡар. ахылдау.
Ах та ух итеү. □ Охать. Таһылдап килеп инеү. Һыҙланып таһылдау. Таһылдап һөйләү. Я Тындары бөтөп, таһылдап, Тайба әбей менән Хисбулла ҡайтып инде. 3. Биишева.
ТАҺЫЛДЫ (Р: ловкий, умелый; И.: dexterous; T: becerikli) с. диал. ҡар. таҫыллы.
Өлгөр, уңған. □ Ловкий, умелый. Таһылды ҡуллы. Таһылды кеше.
201