Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 202 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАҺЫЛДЫРЫҠ
ТАҺЫЛДЫРЫҠ (таһылдырығы) (Р.: коленная чашка; И.: patella; T.: diz kapağı) и. диал.
Тубыҡ ҡапҡасы. □ Коленная чашка. Таһылдырығы сатнаған. Таһылдырығы һыҙлай. Таһылдырығы күгәргән.
ТАҺЫЛЛАНЫУ (таһыллан-) (Р.: приобретать сноровку в чём', И.: become dexterous (in); T: becerikli olmak) ҡ.
Таһыллыға әйләнеү. □ Приобретать сноровку в чём. Таһыллы булыу. ■ Һәр хәлдә, Әнид малды йөрөтөргә лә, баҫыу-маҙарға индермәй таратып ашатырға ла, көн эҫеһендә һыулауға төшөрөргә лә йәһәт таһылланды. Ғ. Хисамов. [Ҡартәсәйем:] Арыҫланды бында килтерегеҙ, уҡырға төшкәнсе торһон ауылда, Камил ағаһы ыңғайына аҡылға ултырыр, эшкә лә таһылланыр. Г. Яҡупова.
ТАҺЫЛЛЫ (Р.: сноровистый, ловкий; И.: smart; T.: becerikli) с.
Таһылға эйә, таһылы бар. □ Сноровистый, ловкий. Таһыллы кеше. Таһыллы йырсы. ■ Батыр күпме булмаһын, яуҙы таһыллы, ҡораллы еңә. Ғ. Хөсәйенов. Ишкәктәрҙе беркеткәс, Николай артыҡ шаптырлатмай, таһыллы ғына ишә лә башланы. С. Шәрипов.
ТАҺЫЛЛЫҠ (таһыллығы) и. ҡар. таһыл. ■ Урмансыларҙың таһыллығы, дәрте артты, эш тә ырамланды. Р. Өмөтбаев. Хан, ҡыр-ҡаҙаҡ батырҙары, улар янында Алдар, Теләпбиргән батыр ҡылыстан сабышта ҙур таһыллыҡ күрһәтеп, ҙур сайранды тағы күркәмләп ебәрҙеләр. Ғ. Хөсәйенов.
ТАҺЫЛҺЫҘ I (Р.: неумелый; И.: clumsy; unskillful; T: beceriksiz) с. диал.
Эштең ыңғайын, яйын белмәгән; ҡулайһыҙ. □ Неумелый, неповоротливый (в работе). ■ [Фәрғәттең] әсәһе гел әйтә торғайны — эшкинмәгән, булдыҡһыҙ, таһылһыҙ, эш мәнеһен белмәгән кеше генә сыйылып, ярылып, һынып тик йөрөй ул. «Йәшлек», 16 февраль 2010.
ТАҺЫЛҺЫҘ II (Р: нетерпеливый; И.: impatient; T: sabırsız) с. диал. ҡар. сыҙамһыҙ.
Түҙеүгә һәләтһеҙ; түҙемһеҙ. □ Нетерпеливый. Таһылһыҙ кеше. ■ Ниндәй генә егет
тәрҙе таһылһыҙ итмәй был атһыҙлыҡ!
3. Биишева.
ТАҺЫМ (Р: доля, участь; И.: lot; T: kısmet) и. диал. ҡар. өлөш I, 7.
Күрәсәк, күрә торған. □ Доля, участь. Таһымына сыҡҡаны шулдыр.
ТАҺЫРАЙЫУ (таһырай-, таһырая) (Р.: выпячиваться; И.: bulge out; T: kabarmak) ҡ. диал.
1. Ҙур булып ҡабарыу. □ Выпячиваться. Һыйыр ҡорһағы таһырайған.
2. ҡар. таҫрайыу. ■ «Эйе, эйе, мин уны-һына ла риза», — тип ҡысҡырҙы күҙе та-һырайып Ҡаныҡай. 3. Ураҡсин. Брагинский таһырайған күҙҙәре менән ашарҙай булып докторға текәлде. Р. Өмөтбаев.
ТАҺЫРАНДАУ (таһыранда-) ҡ. ҡар. та-һырайыу. Күҙе таһырандап йүгереп килеп сыҡты.
ТАҺЫРЛАТЫУ (таһырлат-) (Р: вызывать грохот; И.: cause clamour; T.: gürültü yapmak) ҡ.
Таһыр-тоһор иттереү, таһыр-тоһор килтереү. □ Вызывать грохот. ■ Атыу тауышына уянған айныр-айнымаҫ Ғөбәй, уның артынса ярандары ауа-түнә таһырлатып килеп сыҡты. Ә. Хәкимов.
ТАҺЫРЛАУ (таһырла-) (Р: греметь; И.: rumble; T: gürültü yapmak) ҡ.
Таһыр-тоһор итеү, таһыр-тоһор килеү. □ Греметь, грохотать. Таһырлап килеү. Тирмән ташы таһырлай. ■ Ҡөнө буйы таһырлап торған ҡанлы фронт яланы ҡапыл тынып ҡалды. С. Поварисов. Эшелон, ел ҡыуалағандай, таһырлап алға ынтыла. Ә. Хәкимов.
ТАҺЫР-ТОҺОР (Р.: подражание грохоту; И.: sound imitation of rumbling; T: gürültü) оҡш.
Бәрелгәндән, һуғылғандан, шәп тибеүҙән (йөрәккә ҡарата) килеп сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание грохоту. Таһыр-тоһор итеү. * Атыш тауышына таһыр-тоһор килеп сыҡҡан милиционерға өйҙө һаҡларға ҡушып, ул [Ғөбәй] ҡасып ҡотолған бандиттың әҙенән тороп йүгерҙе. Ә. Хәкимов. Шатлыҡтандыр, йөрәк таһыр-тоһор тибә. К. Кинйәбулатова.
202