Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 203 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАШ
ТАЧАНКА [рус.] (Р.: тачанка; И.: cart; T.: iki at koşulu üstü yanı açık araba) и. map.
Граждандар һуғышы ваҡытында һыбайлы ғәскәр ҡулланған пар атлы, пулемётлы еңел, етеҙ арба. □ Тачанка. Пулемёт тачанкаһы.
■ Тачанка, тәкмәс атҡандай, әйләнеп китте. Р. Байымов. Тимербай тачанкаһынан йышылып бөткән ағас ҡын алды. 3. Биишева. Таш юлдан, йән-фарман елдереп, пулемёт тачанкалары утә. Ғ. Лоҡманов.
ТАШ I (Р.: камень; И.: stone; T.: taş) и.
1. Тотош масса йәки айырым киҫәк рәүешендәге сүкелмәй, иремәй торған тау тоҡомо. □ Камень. / Каменистый, каменный. Аҡбур ташы. Ҡайраҡ ташы. Эзбиз ташы. Ҡырсын таш. Таш келәт. Таш купер. Таш юл.
■ Таштуғай йылғаһы буйында тап-таҡыр таулы, яланғас таштан ғына бөткән бейек урындар ҙа куренеп ҡала. Ғ. Дәүләтшин. Һәнәрсе эҙләнеуен дауам иткән, һаман шулай тауҙар, далалар гиҙгән. Ер ҡаҙған, таш аҡтарған. 3. Биишева. [Сергей Сергеевич] Тәуҙә маңлай өҫтөндә генә текә стена һымаҡ ҡалҡып торған таш ҡаяға иғтибар итте. Д. Бүләков.
2. Мәғдән ҡатнашып ҡатҡан тау тоҡомо; руда. □ Руда. Баҡыр ташы. Көмөш ташы. Тимер ташы.
3. Биҙәнеү әйберенең ҡашы. □ Камень. Йөҙөк ташы. Беләҙек ташы.
4. диал. Эре һуйырташ. □ Валун, крупный булыжник. Юлға таш тушәу.
5. Эске ағзаларҙа барлыҡҡа килгән ҡаты матдә. □ Камень (во внутренних органах). Бауыр ташы. Бөйөр ташы. Ҡыуыҡ ташы.
6. миф. Мифлаштырылған матдә. □ Мифологизированный предмет. ■ Йәш киленгә алғыш әйткәндә, аяҡ аҫтына ваҡ таш ырғытыу йолаһы бар. «Башҡорт мифологияһы »нан.
♦ Нигеҙ ташы нимәнеңдер төп терәге, башланғысы. □ Основа, фундамент чего-л.
■ «Яңы юл» журналы башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙ ташын һалды. Ул башлаған юл менән хәҙер инде әҙәбиәттең ныҡ ҡына уҫкәнен курҙек. Т. Йәнәби. Тамағыңа таш торғоро ҡарғағанда әйтелә. □ Чтоб ты подавился.
Таш борсаҡ һаран кешегә ҡарата әйтелә. □ Жадный, скупой. Таш йөрәк {йәки бәғер, бауыр) күңеле бик ҡаты булған, һалҡын күңелле. □ Жестокосердный, безжалостный, бессердечный. Таш йөрәк булыу. ■ Таш йөрәктәрҙе лә иретерлек таң симфонияһы тирбәлгән ошо гузәллек эсендә ниндәйҙер һуғыш, тартыш, ултереш хаҡында уйлау һис тә куңелгә ятмай. 3. Биишева. Кем ялҡындан мәхрум, ул тормошта серек уҫаҡ, һалҡын, таш йөрәк. А. Игебаев. Ташҡа үлсәйем 1) кешенең зәғиф, сирле ерен үҙ тәнеңдә күрһәтеп һөйләгәндә шундай уҡ хәлдән үҙеңде ҡурсалау өсөн әйтелә. □ Боже упаси, не дай (не приведи) бог. ■ Имеш, Ҡайынөйҙән ҡасандыр бер ҡатын йәйләуҙә саҡта бер юлы дурт бала тапҡан. .. Игеҙәктәрҙең икәуһен ергә кумергә мәжбур була: ташҡа улсәйем, ғәриптәр икән улары. С. Шәрипов; 2) кәмһетеп, юҡҡа сығарып һөйләгәндә әйтелә. □ Тоже мне (употребляется при выражении неодобрения по отношению к кому-л.). ■ Аһ-аһ, ташка улсәйем, Өфө тигәндәре ошо икән. «Аҙашырлыҡ яман таш ҡала», — тип һөйләуҙәре ерле буш икән. Ғ. Амантай; 3) нимәнеңдер насар йоғонтоһонан һаҡланырға, ҡурсаларға теләгәндә әйтелә. □ Боже упаси. ■ Ихатаңда шикләнеп йөрөгәс, ниндәй тәртип, ти, ташҡа улсәйем. М. Ғиләжев; 4) асыу, ерәнес белдергәндә әйтелә. □ Боже упаси. ■ Хәҙер егет булғас, ҡайтҡан Аҙнағол. Тик ҡайтыуы нимә өсөн бит?! Эй-й, ташҡа улсәйем.
3. Биишева. [Кәлимулла — Бәриғуллаға:] Кит, ҡустым, шунда ике таҡтаны урынына ҡуйырлыҡ та выжданың булмағас, һинең әҙәмлегеңде ташҡа улсәйем инде! Д. Исламов. Таш маңлай үтә лә үҙ һүҙле, үҙенекен генә иткән. □ Твердолобый. Таш маңлай малай. ■ Таш маңлайҙар! Шуны белегеҙ: ҡан теләмәй беҙҙең илебеҙ! Ғ. Мәс-ғүт. Ташын ашау 1) туймаҫтай булып, күп ашау. □ Обжорствовать; 2) бойр. ҡ. ф. берәй аҙыҡты бирмәгәндә, бирергә теләмәгәндә әйтелә. □ Пусть подавится! (проклятие). ■ Ташын ашаһын немец, бөртөгөн дә [бирмәнем], ҡыярымды ла, бәрәңгемде лә. Ж. Кейекбаев.
203