Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 204 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАШ
ТАШ II (Р.: каменный; И.: stony; T.: taşlı) с.
Ер аҫтында баҫылып ҡатҡан киҫәк хәлендәге (минералдарға ҡарата). □ Каменный. Таш күмер. Таш тоҙ.
ТАША и. диал. ҡар. ышыҡ 1. Елдән таша урын.
ТАШ АҒЫ и. диал. ҡар. аҡбур. Таш ағы алыу.
ТАШАҠА (Р.: пескарь; И.: gudgeon; Т.: dere kayası) и. диал. ҡар. ташбаш.
Ҡара сыбар төҫтәге ваҡ йылға балығы. □ Пескарь. Быйыл ташаҡа үрсегән. Ташаҡа эләктерҙем.
ТАШАЛДЫР и. диал. ҡар. туҫтаҡ 1. Ағас ташалдыр. Ташалдырға ит һалыу.
ТАШАЛДЫРЫҠ (ташалдырығы) и. диал. ҡар. туҫтаҡ 1. Ағас ташолдырыҡ. Та-шалдырыҡҡа ҡойоу. Ташалдырыҡты йыуыу.
ТАШАНДАРАҠ (ташандарағы) (Р: стеклянный сосуд; И.: glass vessel; T.: cam кар) и. диал.
Шыйыҡса һәм бөртөклө нәмәләрҙе һалыу өсөн ҡулланылған оҙонса быяла һауыт. □ Стеклянный сосуд. Ташандараҡ йыуыу. Та-шандараҡҡа һөт һалыу. Ташандараҡты ватыу.
ТАШАЯҠ (таш ая ғы) и. диал. ҡар. сынаяҡ. Ташаяҡ йыуыу. Ташаяҡтан сәй эсеү.
ТАШБАЙ (Р: черепаха; И.: turtle; T.: kaplumbağa) и. диал. ҡар. гөбөргәйел.
Ҡалын ҡабырсаҡ көплө (аяҡтарын, башын шунда йәшерә алған) һөйрәлеүселәр ғаиләһенә ҡараған бик яй хәрәкәтле ер-һыу йәнлеге. □ Черепаха (лат. Testudines). Ташбай башын йәшергән.
ТАШБАЙЫУ (ташбай-, ташбая) ҡ. диал. ҡар. ташмайыу.
ТАШБАҠА (Р: черепаха; И.: tortoise; T.: kaplumbağa) и. зоол. ҡар. гөбөргәйел.
1. Ҡалын ҡабырсаҡлы, ҡыҫҡа аяҡлы эре ер-һыу йәнлеге. □ Черепаха. / Черепаший (лат. Testudines). Диңгеҙ ташбаҡаһы, һаҙ ташбаҡаһы. ■ Ул [Билалов], ташбаҡа аҙымы менән барыусы тракторҙарҙы, ылауҙарҙы ҡалдырып, бындағы етәкселәрҙең берәйһен табып һөйләшмәксе булып, йәйәү китте. Д. Исламов. Ташбаҡаға нисә йәш икәнен уның
панцирындағы билдәләр буйынса белергә мөмкин. «Йәшлек», 12 октябрь 2012.
2. миф. Мифлаштырылған йән эйәһе. □ Черепаха (мифологизированное животное). ■ Ер ташбаҡа өҫтөндә тора. Шул ташбаҡа яй ғына әйләнә, дүрт миҙгел шулай була. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТАШ БАҠАҺЫ (Р: улитка; И.: snail; Т.: salyangoz) и. диал. ҡар. ҡусҡар.
Лайлаланып торған ҡабырсаҡлы әкәм-төкәм. □ Улитка (лат. Cochlea). Таш баҡаһы ҡабырсағы. Һыуҙан таш баҡаһы таптыҡ.
ТАШ БАЛА (Р: дождевой камень; И.: rain stone; T.: Yada Taşı) и. миф.
Ямғыр ташы. □ Дождевой камень (по поверью, имеет волшебную силу, помогает вызвать дождь).
ТАШБАШ (Р: пескарь; И.: gudgeon; Т: dere kayası) и. зоол.
1. Ҡара сыбар төҫтәге ваҡ йылға балығы; ҡомтөрткөс. □ Пескарь (лат. Gobio gobio). Ташбаш тотоу. Был ятыуҙа ташбаш күп.
2. диал. ҡар. этеш. Ташбаш айғолағы. Ташбаш ҡанаты.
ТАШБАШ БАЛЫҠ (балығы) (Р: белуга; И.: white sturgeon; T: mersin morinası) и. диал.
Бикреләр ғаиләһенә ҡараған ҡиммәтле, буҙ төҫтәге эре диңгеҙ һәм йылға балығы; ҡырпа. □ Белуга (лат. Huso huso). Ҡармаҡҡа ташбаш балыҡ эләккән.
ТАШ БЫУАТ (Р: каменный век; И.: stone age; T: taş çağı) и.
Төп эш һәм һуғыш ҡоралдары башлыса таштан, шулай уҡ ағастан һәм һөйәктән эшләнгән, боронғо мәҙәни-тарихи дәүер. □ Каменный век. Таш быуат дәүере ҡоралдары. ■ Билдәле ғалимдарҙың (Ларичев В. Е., Фролов Б.А. һ. б.) тикшереүҙәре боронғо таш быуат дәүерендә үк кешеләрҙең календарь төҙөгәнен раҫлай. «Башҡортостан», 16 февраль 2013.
ТАШ ЕЛӘГЕ (Р: земляника; И.: wild strawberry; T: çilek) и. диал. ҡар. ҡайын еләге.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, тәпәшәк һабаҡлы, аҡ сәскәле, алһыу ҡыҙыл төҫтәге хуш еҫле оҙонсараҡ еләк. □ Зем-
204