Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 205 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАШҠЫН
ляника (лат. Fragaria). Таш еләге ашау. Таш еләге йыйыу.
ТАШ Ж АМ АЯҠ (жамаяғы) (Р.: пиала;
И.: teabowl; T.: kâse) и. диал.
Йәйпәк ауыҙлы, тар төплө тотҡаһыҙ сынаяҡ; каса. □ Пиала. Таш жамаяғына ҡаймаҡ һалып бирҙеләр. Таш жамаяҡ менән сәй эсеү.
ТАШ ИМЕ (Р.: способ магического лечения от сглаза; И.: magical way of treatment; T.: nazardan büyü ile tedavi etme usulü) u. миф.
Күҙ тейгәндән таш ярҙамында дауалау ысулы. □ Способ магического лечения от сглаза с помощью камней.
ТАШИМСӘК (ташимсәге) (Р: нитрат;
И.: nitrate; T.: nitrat) и. диал.
Азот кислотаһының тоҙо; яра ташы. □ Нитрат. Асыҡ яраға ташимсәкте ҡырып һибәләр.
ТАШ ЙЫУА (Р: лук горный; И.: wild onion species; T.: bir tür soğan) и. диал.
Һуғанбаш үҫемлектәр төркөмөнә ингән, кеше ашай торған әсе ҡыяҡ япраҡлы үлән-дәрҙең дөйөм исеме; тау йыуаһы. □ Лук горный (лат. Allium oreoprasum). Ташйыуа бик тәмле. Ташйыуанан аш. Ташйыуа йыйыу.
ТАШ ЙЫУЫУ (Р: обряд вызывания дождя; И.: rite of calling rain; T.: yağmur yağdırma töreni) и. миф.
Ямғыр теләү ысулы. □ Обряд вызывания дождя. ■ Ямғыр яумаһа, оло ташты барып йыуа торғайнылар. «Башҡорт мифологияһынан.
ТАШ КӘМӘРСЕГЕ (Р: жёлтая трясогузка; И.: wagtail species; T.: san kuyruksal-layan) и. диал. ҡар. һары сәпсек.
Оҙонсараҡ бәләкәй кәүҙәле, нәҙек оҙон ҡойроҡло, йүгереп йөрөгән турғай; һары сәпсек. □ Жёлтая трясогузка (лат. Motacilla flava). Таш кәмәрсеге осоп китте. Таш кә-мәрсеге бала осора. Таш кәмәрсеге ояһы.
ТАШҠАБАҠ (ташҡабағы) (Р: тыква;
И.: pumpkin; T.: kabak) и. диал.
Оҙон елеле, һары сәскәле, эре йомро йәки оҙонса йәшелсәле баҡса үҫемлеге. □ Тыква (лат. Cucurbitd). Ташҡабаҡ бәлеше. Ташҡабаҡ ашы. Ташҡабаҡ бутҡаһы.
ТАШҠА БАҪЫУ (ташҡа баҫ-) (Р: печатать, издавать; И.: print; T: basmak) ҡ.
Типографик ысул менән баҫыу. □ Печатать, издавать. ■ Фәйзулла ҡарттан, сөгөлдөрсө Нәғимәнән башҡалары ташҡа баҫылған фамилияһы эргәһенә үҙенең ҡултамғаһын ҡуйырға мәжбүр булды. Ә. Әминев.
ТАШ ҠАМАШЫ и. диал. ҡар. аңҡау. Таш ҡамашын бешереү. Өҫкә таш ҡамашы. Аҫҡы таш ҡамашы.
ТАШҠАРЫН (Р: рахитик; И.: sufferer from rachitis; T: raşitik) и. диал. ҡар. етейән.
Рахит (һула, өсйән, етейән) менән ауырыусы. □ Рахитик. Ташҡарын ауырыулы. Ташҡарын булыу.
ТАШҠОРҺАҠ (ташҡорһағы) (Р: водянка; И.: dropsy; T: istiska) и. диал.
1. Тире аҫтына һары һыу йыйылып ныҡ шешендерә торған ауырыу. □ Водянка. Ташҡорһаҡ сире. Ташҡорһаҡ биҙе.
2. күсм. Туймай күп ашаған кеше. □ Обжора. Ташҡорһаҡ булыу. Был бала бигерәк ташҡорһаҡ.
ТАШҠЫЛ (Р: разлившийся; И.: flooding; T: taşmış) с. диал.
Билдәле кимәлдән артыу, ярҙарына тулған, сыҡҡан (һыуға ҡарата), ташҡан. □ Разлившийся. Ташҡыл йылға. Ташҡыл күл.
ТАШҠЫН I (Р: половодье; И.: high water; T: taşkın) и.
1. Ҡар, боҙ иреп йәки оҙаҡ ямғыр яуып ташҡан һыу. □ Половодье; разлив. Яҙғы ташҡын. ■ Гөлбаныу менән бындай хәл булғаны бар барлыҡҡа, тик ул әле ниңәлер ташҡын ваҡытындағы ағымды күргәндәй була. Т. Ғарипова.
2. күсм. Нимәнеңдер ярһыу көскә эйә булған тулҡыны. □ Прилив, подъём. Нәфрәт ташҡыны. Революция ташҡыны.
ТАШҠЫН II (Р: разлившийся; И.: flooded; T: taşmış) с.
1. Ташып аҡҡан. □ Разлившийся. Ташҡын йылға. М Йәнде өйкәп торған юшҡындарҙы йыуып алып киткән ташҡын һыу. Р. Бикбаев.
2. күсм. Ярһыу. □ Горячий, пылкий. Ташҡын хис. Ташҡын уйҙар. ■ Ташҡын йөрәк тулап китте. М. Тажи.
205