ТАШҠЫН ҺЫУЫ
ТАШҠЫН ҺЫУЫ (Р.: весенние талые воды; И.: water from melted snow; T.: taşkın suyu) и. диал. ҡар. өйәр.
Йылға булып шаулап, сылтырап аҡҡан ҡар йәки ямғыр һыуы. □ Весенние талые воды. Ташҡын һыуы ҡалҡҡан.
ТАШҠЫНЫУ (ташҡын-) (Р.: волноваться, покрываться волнами; И.: be choppy; T.: endişelenmek) ҡ.
1. Тулҡыныу. □ Волноваться, покрываться волнами. Диңгеҙ ташҡына.
2. кусм. Ярһып тулҡыныу, ныҡ ярһыу; алҡыныу. □ Волноваться. Куңел ташҡына. Йөрәк ташҡына. Уйҙар ташҡына. ■ Үткәндәргә ҡайтһам, ҡан ташҡына минең, иптәштәр. Р. Ниғмәти.
ТАШҠЫУЫШ (Р: пещера; И.: cave; T.: mağara) и. диал. ҡар. мәмерйә.
Ер ҡабығы эсендәге тәбиғи бушлыҡ; тау тишеге. □ Пещера. Ташҡыуышҡа инеу.
ТАШҠЫУЫШ ЭЙӘҺЕ и. миф. ҡар. мәмерйә эйәһе. Ташҡыуыш эйәһенән ҡурҡыу.
ТАШ ҠӘЛӘМ (Р: грифель; И: slate-pencil; T: taş kalem) и.
Аспид таҡтаға яҙа торған ҡәләм. □ Грифель. Таш ҡәләм менән яҙыу.
ТАШЛАМ (Р: небольшое расстояние; И.: stone's throw length; T: mesafe) и.
Ташлап еткерерлек ара. □ Небольшое расстояние, измеряемое одним броском чего-л. ■ Таяҡ ташламы хәтлем генә ҙурлыҡтағы туңәрәк аҡлан ситенән, уҙ көйөнә сылтырап, уҙән буйлап аҫҡа, тау итәгенә, йугергән йылғыр йылғаның иртәнге нескә моңо ғына шомло тынлыҡҡа йән өрөргә тырыша. Ә. Ғибәҙәтов.
ТАШЛАМА (Р: скидка; И.: surcharge; T: indirim) и.
Кемгәлер йәки нимәгәлер ҡарата ни менәндер аҡланған кәм талап. □ Скидка, уступка. Иҡтисади ташлама. Ташлама эшләу. ■ «Тормошта, шулай уҡ партия эшендә лә ташламалар була», — тип ҡараны Илғужа Ғиниәтович, ләкин файҙаһы теймәне. Д. Бүләков.
ТАШЛАНДЫ с. ҡар. ташландыҡ. Ташланды йорт. Ташланды ерҙәр. Ташланды баҫыуҙар.
ТАШЛАНДЫҠ I (Р: заброшенный; И.: neglected; deserted; T: bakımsız) с.
Ҡарамай, файҙаланылмай ташланған. □ Заброшенный. Ташландыҡ ер. Ташландыҡ кейем. Ташландыҡ өй. Ташландыҡ булыу.
■ Тик баҫыуҙар әлегә, хөрмәтле министр урынбаҫары әйткәнсә, ярайһы уҡ ташландыҡ хәлдә, тейешле уңыш алыу өсөн байтаҡ тир, сығымдар тугәһе бар. Ә. Әминев.
ТАШЛАНДЫҠ II (ташландығы) (Р: мусор, хлам, отбросы; И.: litter; offals; T: çöp) и.
1. Кәрәкмәгән ваҡ-төйәк, сүп-сар. □ Мусор, хлам, отбросы. Ташландыҡ тугеу. Ташландыҡты трактор менән сығарыу. ■ Бына Мәсетленең үҙендә генә 4-5 урында аҙағынаса таҙартылмаған сүплектәр бар, яҙын бысраҡ ташландыҡтар йылғаға, шишмәгә ағып төшәсәк. «Йүрүҙән», 2 апрель 2013.
2. Сит кешеләргә йәки ниндәйҙер ергә (мәҫәлән, балалар йортона) аноним рәүештә ҡалдырып кителгән бала. □ Подкидыш. Ш Сабыйҙар йорто ташландыҡтар менән тулды. «Башҡортостан», 23 июль 2013.
ТАШЛАНЫУ (ташлан ) ҡ.
1. төш. ҡар. ташлау, страд, от ташлау.
■ Ырғытылған, ташланған нәмәләрҙе алыусы, ерҙән кутәреусе юҡ. Д. Юлтый. Капҡа иңенә асып ташланған. Ә. Харисов.
2. Үҙ-үҙеңде аҫҡа йәки ниҙеңдер эсенә ташлау, ырғыу, һыуға ташланыу. □ Броситься. Ярҙан ташланыу. Ҡаянан ташланыу. Ергә ташланыу. ■ Әсәмдең тереләтә утҡа ташланыуы бөгөн булһа йөрәгемде һыҙлата. Т. Хәйбуллин. Беҙ йугереп барып диңгеҙгә ташланабыҙ. Ғ. Аллаяров.
3. Бик етеҙ хәрәкәт менән ынтылыу; атлығыу. □ Бросаться, набрасываться. Ишеккә ташланыу. Яуға ташланыу. Ярҙамға ташланыу. ■ Сәғиҙә, шаулап ҡотороноп аҡҡан Ташлыйылғаға һәм бер ярҙан икенсе ярға ташланған тулҡындарға ҡарап, яр башында тороп ҡалды. М. Тажи. Беҙ, бөтәһен онотоп, тауыш килгән яҡҡа ташландыҡ. Й. Солтанов. Гөлбаныу йәнә өйгә ташланды, быҙауҙы күтәреп алып сыҡты ла, малайҙарын бырғаған кеуек, быҙауҙы ла быларҙың алдына ташланы. Т. Ғарипова.
206