Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 207 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАШЛАУ
4. Кинәт көслө теләк тыуып, кемделер ҡосаҡларға, кемгәлер һыйынырға һ.б. ынтылыу. □ Броситься к кому-л. в объятия. Ҡосакка тайшаныу. В Асатай килеп инде. «һау ҡайттыңмы, Айбулат ағай?» — тип, уға ташланды. Улар ҡосаҡлашып куреште. Һ. Дәүләтшина.
5. Ҙур тиҙлек менән һөжүм итеү. □ Нападать. ■ Аҡбаш ҡапыл төйлөгәнгә ташланды, инде эләктерҙем тигәндә генә, теге ысҡынып ҡотолдо. Ә. Бикчәнтәев. Варандар ҡайһы саҡ хатта кешеләргә лә ташлана икән. Д. Бураҡаев. Ҡулыбыҙҙа патрон бөткәс, штык менән ташландыҡ. Бәйеттән. Аждаһа ажғырып Килтәймәргәнгә ташланған. Әкиәттән.
ТАШЛАСАНА ЮЛЫ (Р.: весенняя распутица; И.: time of bad roads; T.: yolların çamurdan geçilmez olduğu zaman) и. диал.
Яҙ көнө юл өҙөлгән саҡ, яҙғы өҙәрем.
□ Весенняя распутица. Ташласана юлына тиклем барып ҡайтырға кәрәк.
ТАШЛАТЫУ (ташлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ташлау, понуд. от ташлау. Ғәҙәтте ташлатыу. Имсәк ташлатыу. ■ [Ҡыҙ:] Үгәй әсәм мине ошо урманға килтереп ташлатҡан. Әкиәттән.
ТАШЛАУ (ташла-) (Р.: бросать; И.: fling; T.: atmak) ҡ.
1. Ҡулда тотоп, һелтәп осороу; бәреү.
□ Бросать. Ташлап ебәреу. В Ул [Фатима] ҡағыҙ аҡсаларҙы услап-услап бай алдына ташлай. Б. Бикбай.
2. Түбәнгә алып осортоу; төшөрөү. □ Бросать, кидать. Бомба ташлау. Якорь ташлау. В Ҡатындар ултырмаһа ла, караптар бата. Ниңә ул саҡта ҡорбан ташламайҙар?
3. Биишева.
3. Ситкә йәки артҡа табан киҫә ҡайырыу.
□ Откидывать. Аяҡ-ҡулды ташлап ятыу. Башты артҡа ташлау. ■ [Исхаҡ] һалдат йөрөшө менән яурындарын артҡараҡ ташлап, шыҡ баҫып бара. Һ. Дәүләтшина. [Бибинур] рәхәтләнеп, башын артҡа ташлап, йомшаҡ сәс бөҙрәләрен бейетә-бейетә, ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән иһаһайланы. Д. Бүләков. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булған Мә-ликә уның [Шафиҡтың] ҡулын алып таш
ланы, артҡа шыуып, стенаға һырыҡты. Т. Ғарипова.
4. Йәһәт рәүештә ҡайҙалыр күсереү, йүнәлтеү. □ Бросать, перекидывать. Ғәскәрҙе һуғышҡа ташлау. Бөтә көстө сәсеугә ташлау. ■ Автоматсылар ротаһына ла бер нисә тапҡыр «әҙерләнергә» команда бирелһә лә, полк командиры ни өсөндөр бөгөн уларҙы ла һөжумгә ташларға ҡыйыулыҡ итмәне. Д. Исламов.
5. кусм. Таратыу, һибеү (куләгә, нур кеуек нәмәгә ҡарата). □ Бросать (о тени, лучах и т.д.). ■ Йомшаҡ ҡара сәстәр Зөлхизәнең зифа буйын тотош ҡаплап, аҡ ебәк кулдәгенә ҡара куләгә ташлай. 3. Биишева.
6. Ҡайҙалыр бер ситкә тотоп атыу; бырғау, ырғытыу. □ Выкидывать, бросать. Ҡейемде иҙәнгә ташлау. Ҡағыҙҙы суплеккә ташлау. • Эткә һөйәк ташлаһаң, шыңшымаҫ. Мәҡәл.
7. Кәрәкһеҙ нәмә рәүешендә ҡулланыштан сығарыу. □ Бросать. Һынған ултырғысты ташлау. Суплеккә ташлау. В Әсәкәйем биргән тәңкәне биҙәктәре бөтмәй ташламам. Сеңләүҙән.
8. Бәйләнеште, мөнәсәбәтте өҙөп, ситтә ҡалдырыу. □ Бросать, оставлять, покидать. Дуҫты ташлау. Илде ташлау. В Үҙҙәре һыу килтереп самауыр ҙа ҡуя алмаған оло кешеләрҙе нисек ташларға мөмкин? Д. Бүләков. Урал тупраҡтары кире тарта Таштуғайҙы ташлап ҡайтырға. Халыҡ йырынан.
9. Ниндәйҙер эште, шөғөлдө, ҡылыҡты ҡалдырыу. □ Бросать (привычку, занятие и т.д.). Уҡыуҙы ташлау. Тәмәкене ташлау. Эсеуҙе ташлау. В [Аманат] иптәштәрен дә, ата-әсәһен дә ҡаты ғәжәпкә ҡалдырып, уҡыуын ташлап ҡапыл ғына әйләнеп ҡуйҙы.
3. Биишева. Егерме бишенсе көнгә еткәндә, бейә һыуалған, ҡолон да имеуен ташлаған була. М. Ғөбәйҙуллин.
10. кусм. Киҫкен итеп ҡапыл әйтеү. □ Бросать. Әсе һуҙҙәр ташлау. Реплика ташлау. В [Әмирханов:] Фәйзуллиндың миңә ташлаған был мәсхәрәләуен протоколға яҙып ҡуйыуығыҙҙы талап итәм. С. Агиш.
11. Хәл ҡылымдың -п формаһындағы төп һүҙ менән ярҙамлыҡ ҡылым сифатында
207