Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 211 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАШ ӘРЕМЕ
ТАШЫУ I (ташы-) (Р.: возить, носить, таскать; И.: сагу; carry; T.: taşımak) ҡ.
1. Өлөшләп-өлөшләп икенсе урынға алып барыу □ Возить, носить, таскать. Бесән ташыу. Йөк ташыу. Эшселәрҙе эш урынына ташыу. ■ Хашимдың эше ферманы ҡарауыллау булһа ла, бесән ташыу йыш ҡына уның елкәһенә төшә. Т. Ғарипова. Асия звеноһы урылған кукурузды силос соҡорҙарының эргәһенә ташыны. Ә. Вәли. Ҡыҙҙар көлтәләрҙе йырлай-йырлай ташыны. И. Ғиззәтуллин. Был ҡыҙ төнө буйы һыу ташый, ә сапсаҡта һыу артмай. Әкиәттән.
2. кусм. Кешенән кешегә еткереү (һуҙгә, хәбәргә һ. б. ҡарата). □ Сплетничать. Хәбәр ташыу, һуҙ ташыу. ■ [Мозой:] Бының теле булмаһа, куҙен ҡарға суҡыр ине. Ошаҡ ташып, баяр тупһаһында теҙ сугеп тамағын туйҙыра. Д. Юлтый.
ТАШЫУ II (таш-) (Р.: разливаться, выходить из берегов; И.: flood; overflow; T.: taşmak) ҡ.
1. Тәүге кимәлдән артып, ярҙан сығыу (һыуға ҡарата). □ Разливаться, выходить из берегов. ■ Ҡарҙар ирегәс, Ағиҙел ташты. Урман, болондо ташҡын һыу баҫты. Н. Нәжми. Асылыкул ташып, тирә-яҡты тотош баҫа торған булған. Әкиәттән. • Бәләкәй йылға ташһа, кисеу бирмәй кисергә. Әйтем.
2. һауыт ситенән артып сығыу. □ Литься, переливаться (через край); бежать, убегать (о молоке). Һөт таша. ■ Һабаларҙан ташты ҡымыҙ, бал бөкөләрҙе атты. Б. Бикбай.
3. Тулышып, тығыҙ булып ҡапайыу (эскә ҡарата). □ Раздуться, вздуваться (о животе). Эс ташыу.
4. кусм. Ҙур күләм алыу (көскә, тойғоға һ.б. ҡарата); ярһыу. □ Сильно возбуждаться, неистовствовать. // Возбуждение, неистовство. Дәрт таша. Тойғо таша. Ташып барған йөрәк. Ташып торған көс. ■ Бер минутта ташты куңелем, бер минутта булды ут. Ш. Бабич. Ул [Солтан], уҙендә тотоп тыйғыһыҙ көс ташыу ын тойоп, тырышып уҡыны, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашты. Ә. Байрамов. Моңайтмаҫы, һары һандуғасым, ташып бара минең һағышым. Халыҡ йырынан.
♦ Ҡан ташыу ныҡ ҡыҙышыу, ярһыу. □ Разъяриться, прийти в ярость. ■ Ҡара йөрәк [Чемберлен], беҙгә ҡарап, ҡаның ташамы? Ғ. Мәсғүт. Талаҡ ташыу нимәгәлер ризаһыҙ булып, ҡыҙышыу; йән үртәлеү. □ Злиться, доходить до белого каления. ■ һөмһөрҙөң бисәһе, талағы ташып, ҡунаҡтарға һыртын биреп ултырған да ауыҙ эсенән ниҙер мығырлана башлаған. Әкиәттән. Дамирҙың асыуланырына: «Ярар, юҡҡа талағың ташып ултырма», — тине Мәрғиә. Б. Бикбай.
ТАШЫУ III с. ҡар. ташҡын II. Ташыу йылға.
ТАШЫУСЫ (Р: возчик; И.: carrier, carter; T: hamal) и.
Нимәлер ташыу менән шөғөлләнгән кеше. □ Возчик. Хат ташыусы, һыу ташыусы. ■ Таң атыуға, ағас ташыусылар юлда инеләр инде. Ғ. Аллаяров. Закир ул йылдарҙа Ырымбурҙа он заводында йөк ташыусы булып эшләй ине. 3. Биишева. Яҡуп, иген ташыусыларҙың арбаһына ултырып, яланға, ашлыҡ һуғыусылар янына китте. Б. Бикбай.
ТАШ ЫУЛЫҒЫ (Р: водоросль; И.: algae; T: su yosunu) и. диал. ҡар. ылымыҡ.
Һайыраҡ урындарҙа һыу төбөнә еп һымаҡ һуҙылып, түшәлеп үҫкән үҫемлектәрҙең дөйөм исеме. □ Водоросль. Ағым менән таш ыулығы ағып килгән. Аяғыма таш ыулығы уралып бөттө. Бабайҙың ҡармағына таш ыулығы эләккән.
ТАШЫШЫУ (ташыш-) ҡ. урт. ҡар. ташыу I, 1. взаимн. от ташыу I, 1. Бесән ташышыу. Йөк ташышыу. ■ Тәуҙә Тәминдәр ат менән баҫыуға ашлама ташышты. Ә. Вәли. Дуҫтар был мәлдә хәтәр барлығын тойманы, йугереп йөрөп, Дәйләғиҙәрҙең нәмәләрен ташыштылар. И. Ғиззәтуллин. Өмә көндө Хәким ағай ҙа ятып тынмаған шул: яраһының һыҙлауын еңеп, ауыл Советының мыҡты Кугашын таҡта фургонға еккән дә орлоҡ ташышырға килгән. Й. Солтанов.
ТАШ ӘРЕМЕ (Р: горная полынь; И.: wormwood species; T.: dağ pelini) и. диал. ҡар. тау әреме.
Әсе тәмле, ҡырҡыу еҫле, аҡһыл-йәшел тетмәкәй япраҡлы эре үлән. □ Горная полынь (лат. Artemisia vallesiaca). Әллә ҡайҙан
211