ТАШ ЯНЫУ
таш әреме еҫе аңҡый. Ҡышҡылыҡҡа таш әреме йыйыу. Таш әремен һыуыҡ тейгәндә ҡайнатып әсәләр.
ТАШ ЯНЫУ (Р.: разновидность точильного бруска; И.: kind of whetstone; T.: bileği taşının bir türü) и. диал.
Таяҡсаға ҡом йәбештереп яһалған яныуыс. □ Разновидность точильного бруска. Ҙур таш яныу. Олатайымдың таш яныуы.
ТАӘЗӘЛ [ғәр. Jjb] (Р: далёкое прошлое; И.: remote past; T.: ezel) и. иҫк.
Боронғо сикһеҙ дәүер. □ Далёкое прошлое. ■ Таәзәлдән бире беҙ башлыҡ һорап, кәррә-кәррә зар илап ҡылдыҡ теләк. Ш. Бабич.
ТАЯ (Р: ломовая телега; И.: dray; T.: yük arabası) и. диал.
Бесән ташый торған арба. □ Ломовая телега; ломовые дроги. Тая менән ташыу. Таяға ултырыу. Таянан төшөп ҡалыу.
ТАЯҠ (таяғы) (Р: палка; И.: stick; T.: değnek) и.
1. Ике башынан ҡырҡылған ботаҡһыҙ нәҙек ағас. □ Палка. Имән таяҡ. Йыуан таяҡ. Оҙон таяҡ. ■ Сәлих ҡулына ҙур ғына таяҡ тотҡан килеш бата-сума атлап бара. С. Агиш. Зөләйха хәтәр башлы имән таяғы менән киҙәнә. Н. Алсынбаев.
2. Таянып йөрөй торған нәмә. □ Палка; трость, посох. Ҡул таяғы. Саңғы таяғы. Тимер таяҡ. М Ефрейтор яралы булырға тейеш, уның янында ике ҡултыҡ таяғы һөйәүле тора. Ғ. Аллаяров. Ҡарасәс әбей, ишек төбөндә таяғы менән калуш быймаһын ҡалдырып, түргә уҙҙы. 3. Биишева.
3. Оҙонлоғо 2,134 метрға тиң булған элекке үлсәү берәмеге; сажин. □ Сажень (старая мера длины, равная 2,134 метра). М Ат ҡуҙғалды. Ун таяҡтай ер киткәс, Дауытов артына боролоп ҡараны. Б. Бикбай.
4. Шул берәмек менән үлсәнгән майҙан йәки күләм. □ Сажень (как мера земельной площади). Бер таяҡ ер. Ике таяҡ әрҙәнә. 8 Нәби кулак Шәмси әбейгә бер пирәйәз урынына һигеҙ таяҡ ҡына тары сәсеп биргән. Ә. Вәли.
5. тар. 1930-1966 йылдарҙа колхозсыларҙың хеҙмәт көнө нормаһының үтәлеүен
һәм эш сифатын иҫәпкә алыусы берәмек (хеҙмәт хаҡы тик ауыл хужалығы продукцияһы менән бирелә). □ Трудодень. ■ Бер таяҡҡа 200-300 грамм игенләтә бирелә. Айына —300 трудодень. «Атайсал», 22 июль 2014.
6. миф. Мифлаштырылған предмет. □ Палка (мифический предмет). Хызыр Ильяс таяғы. Әүлиә таяғы.
♦ Ауыртмаҫ (йәки ауыртмаған) башҡа тимер таяҡ көтмәгәндә килеп сыҡҡан бәләгә ҡарата әйтелә. □ соотв. Не было печали, да черти накачали, букв. По здоровой голове да железной палкой. Я Ауыртмаған башка тимер таяҡ тигәндәй, [Азаматты] Сидор Айтуғанович йөҙәтә лә йөҙәтә. Ә. Бикчәнтәев. [Халиҡов — Ҡамилға:] Эшлә, эшлә, тик ауыртмаған башҡа тимер таяҡ тигән һымаҡ, башҡаларға ҡыҫыр мәшәҡәт арттырма. Ғ. Хисамов. Таяҡҡа атландырыу алдау, һемәйтеү. □ соотв. Оставить с носом. М [Ишмырҙа менән Хөсәйендә] нисек тә кешене отоп, таяҡҡа атландырып, үҙҙәренә мул, яҡшы табыш сығарыу уйы. К. Мәргән. Таяҡ ташламы ер яҡын ара. □ То, что расположено вблизи. ■ Йорттан таяҡ ташламы ғына ерҙә таҡта түшәлгән оҙон күпер. Ж. Кейекбаев. Таяҡ тығыу яман уй менән зыян яһау. □ соотв. Ставить палки в колёса кому. Таяҡтың ауыр (йәки йыуан) башы төшөү (йәки эләгеү) ниҙеңдер иң ауыры, ҡыйыны тура килгәндә әйтелә. □ Перепадать, доставаться кому. К [Йыйылышта ла] таяҡтың ауыр башы промысла мөдиренә төштө. Ғ. Ибраһимов. Таяҡты тотҡан еренән һындырыу эштең ни менән бөтөрөн уйлап тормай, ҡырҡа ғына хәл итеү. □ соотв. Перегнуть палку. М Маһира-ға Хәбибуллиндың үҙен теҙгенһеҙ тотоуы электән үк оҡшамай ине. Был юлы ла таяҡты тотҡан еренән һындырмаҡсы була. X. Ғиләжев. Әлепте таяҡ тип тә белмәү тома наҙан булыу, уҡый-яҙа белмәү. □ Ни аза не знает (об абсолютно неграмотном человеке). К Әлепте таяҡ тип тә белмәгән, үҙенең имзаһын да ҡуя алмаған Фәтих ағай бындай нескәлекте ҡайҙан өйрәнгән һуң? И. Абдуллин.
212