ТАЯНЫУ
башланым. 3. Хисмәтуллин. • Алдыңда ышаныс булһын, артыңда таяныс булһын. Мәҡәл.
2. кусм. Ярҙам итерлек кеше. □ Поддержка, опора. М Мөжәһит яҡын иптәш кенә тугел, Ишбулды өсөн ныҡлы таяныс та ине. Ғ. Аллаяров. Сәмигә ауыр йылдарҙа Фәғиләгә ул [Сәлим] кәңәшсе лә, таянысы ла булған. Р. Байымов, [һалдат:] Беҙҙең берҙән-бер таянысыбыҙ артиллеристарҙа, Миңлеғәле Минһажетдинович. Я. Хамматов.
ТАЯНЫУ (таян-) (Р.: опираться; И.: lean (on); T.: dayanmak) ҡ.
1. Ҡул йәки башҡа нәмәгә терәлеп, кәүҙәнең ауырлығын һалыу. □ Опираться, облокачиваться. ■ Фёдор Иванович ике ҡулы менән өҫтәлгә таянып торҙо. И. Абдуллин. Ишек төбөнән ҡапҡаға, унан урам уртаһына хәтле юл ярып сыҡҡас, Иштуған, көрәгенә таянып, оҙаҡ ҡына тирә-яҡҡа куҙ ташлап, төрлө уйҙарға бирелеп торҙо.
3. Биишева. Азат һикеләге мендәргә таянып ултырған ерән немецҡа нәфрәтләнеп ҡараны. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ҡулды, усты кәүҙәнең берәй өлөшөнә терәү. □ Опираться, подпирать (руками). Бөйөргә таяныу. Яңаҡҡа таяныу. Эйәккә таяныу.
3. Йөрөгәндә нимәнелер кәүҙәгә терәк итеү. □ Опираться (при ходьбе). ■ Ҡыҙған офицер уҙенең аяҡ осонда ғына кәкре таяҡҡа таянып торған мәлйерәгән ҡарттың башына итек осо менән төртөп ебәрҙе. Ә. Байрамов. Ырғыҙ йылға буйын, ай, буйланым, таянырға таяҡ тапманым. Халыҡ йырынан.
4. кусм. Эш, ҡылыҡта терәк итеп, кемгәлер һалышыу; арҡаланыу. □ Опираться. Дуҫтарға таяныу. Колхоз ярҙамына таяныу. ■ Аяҡ терәп һөйләшерлек, таянырлыҡ мәғлумәтле, ҡыйыу шәхестәр хәҙер аҙ ҡалды. Р. Байымов. Иҫ китерлек эштәр эшләнек, Салауат тигән иргә таянып. Халыҡ йырынан. • Ир кеше илгә таяныр. Мәҡәл.
5. Уй-фекереңә, эш, ҡылығыңа нигеҙ итеп алыу; нигеҙләнеү. □ Опираться. Архив материалына таяныу. Фәнни-техник прогресс ҡаҙаныштарына таянып эш итеу.
♦ Ҡаҡҡа таяныу бер нәмәһеҙ тороп ҡалыу. □ Остаться ни с чем. ■ [Аллаяр:] Улай ни, бесән өлөшөнөң хаҡын барығыҙға ла ни хәл ту ләп бөтөрмөн икән? Үҙем хәҙерҙән ук ҡаҡҡа таянырға торам. Ф. Иҫәнғолов.
ТАЯНЫШЫУ (таяныш-) ҡ. урт. ҡар. таяныу, взаимн. от таяныу. Таянышып баҫып тороу. Бер-береңә таянышыу.
ТАЯР с. диал. ҡар. тайяр.
ТАЯРЛАНЫУ (таярлан-) (Р: воодушевляться; И.: be inspired; T.: coşmak) ҡ. диал.
Дәрт итеү, дәрт уяныу, ашҡыныу, рухланыу; дәртләнеү. □ Воодушевляться. Эшкә таярланыу. Таярланып йырлап ебәреу. Таярланып уҡыу. Таярланып бейеу. Таярланып аңнатыу. ■ [Аҡһаҡал:] Ил ағалары, ил азаматтары, бындағы һәммәгеҙ ҙә белә, йорт-еребеҙ яуға таярлана ине. Ғ. Хөсәйенов.
ТАЯУ I (тая-) (Р: подпирать; И.: prop; T.: desteklemek) ҡ.
Нимәнеңдер башын сәнсә ҡуйып һөйәү, терәү, терәтеү. □ Подпирать. Ҡойманы таяп ҡуйыу. Әбейҙәр, ҡолғаны өрлөккә таяп, йөн иләй.
ТАЯУ II (Р.: подпорка; И.: prop; T.: dayak) и.
1. Нимәнелер күтәртеп йәки һөйәп ҡуйған нығытма; терәү. □ Подпорка, подпора. Таяу һуғыу. ■ Терәуҙә лә таяуҙа торған өйҙәргә инеп, һуғыш бөткәс, тормош яҡшырыр тип көткән тол ҡатындарҙың өмөтһөҙ йөҙҙәрен куреу бәғерҙе телә. Т. Ғарипова. Забой нығытылмаған, таяуһыҙ ҡалдырылған ере аяҡ аҫтына ишелеп төшкән. Я. Хамматов. Уттың ялы-ҡойроғо юҡ, һыуҙың да юҡ таяуы. Р. Ғарипов.
2. кусм. Ярҙам итерлек, таянып эш итерлек кеше; таяныс. □ Опора, поддержка. ■ Ғәзимә, уҙенең бер балаһы ла булмауы-на ҡарамай, ошо оло йорт хужалығында уҙәк таяуҙарҙың береһенә әйләнгән. Һ. Дәүләтшина. [Боғара] тауҙай белемле, һуҙе утемле, абруйлы сәсән ниндәй ныҡлы таяу булыр ине бит. Ә. Хәкимов. • Ир бала — атаһына таяу, ҡыҙ бала — әсәһенә таяу. Әйтем.
3. умарт. диал. ҡар. тағара. Таяу эшләу. Таяу ҡуйыу.
214