Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 215 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕАТР СӘНҒӘТЕ
4. диал. Бау менән эшләнгән бәүелсәк.
□ Верёвочные качели. Таяуҙа бәуелеу. Таяу менән уйнау. Таяуҙа ултырыу.
♦ Тар ергә таяу <булыу> күмәк кеше булған ҡыҫынҡы урынға тағы берәү килеп өҫтәлгәндә әйтелә. □ Добавление ещё одного человека в тесное пространство, в узкий круг. ■ [Үлмәҫҡол бөрйәндәр тураһында:] Йәнә беҙгә ҡайтарырҙар инде, тар ергә таяу булып. 3. Ураҡсин.
ТАЯУЛЫ (Р.: с подпоркой; И.: with a prop; T.: dayaklı) с.
Таяп ҡуйылған; терәүле. □ С подпоркой. Таяулы өй. Таяулы ҡоҙоҡ.
ТВИД [ингл. tweed] (Р.: твид; И.: tweed; T.: tüvit) и. туҡ.
Йомшаҡ, эластик йөн туҡыма. □ Твид. Твидтан тегеу. Твид һатып алыу.
ТВИСТ [ингл. twist ‘әйләнеү’, ‘өйрөлөү’] (Р: твист; И.: twist (dance); T: tvist) и.
XX быуаттың 60-сы йылдары башында барлыҡҡа килгән шәп темптағы, рок-н-ролл стилендәге бейеү. □ Твист. Твист бейеу. Твист бейергә өйрәнеу.
ТЕАТР [гр. theatron] (Р: театр; И.: theatre; T.: tiyatro) и.
1. Тормош ваҡиғаларын драматик рәүештә кәүҙәләндергән сәхнә сәнғәте. □ Театр (вид искусства). Драма театры. Опера театры. Ҡурсаҡ театры. ■ Өфө дворяндарынан театр ярата торған Янтурин-дан аҡса биреуен һорарға булды [Рәжәп]. А. Таһиров.
2. Тамаша әҫәрҙәре, спектаклдәр ҡуйыу менән шөғөлләнгән ойошма. □ Театр (организация). Театрҙа эшләу. ■ Ауылға килгән кусмә театр кисен клубта спектакль ҡуйырға тейеш ине. Ә. Бикчәнтәев.
3. Спектакль һәм башҡа тамаша әҫәрҙәре ҡуйылған бина, шулай уҡ сәнғәт әҫәре, спектакль үҙе. □ Театр. / Театральный. Театр ҡарау. Театр ҡуйыу. Театр залы. Театр студияһы. ■ Комсомолдарҙың өҫ-баштары, эшкә килеугә ҡарағанда, уйынға, театрға килгән төҫлөрәк ине. С. Агиш. Театр ҡаршыһына килеп сыҡҡас, һауала йәйғор нурҙары уйнатҡан фонтандар янында уҫмерҙәргә ғәжәп рәхәт булып китте.
Р. Байбулатов. Театр башланыр алдынан оҙон сәсле, аҡ сырайлы, өҫтөнө ҡырылған, таушалған шинель кейгән бер егет сығып совет власы тураһында һөйләне. А. Таһиров.
4. кусм. Һуғыш алып барған йә алып барасаҡ территория. □ Театр (военных действий). Һуғыш хәрәкәттәре театры.
ТЕАТРАЛ (Р: театрал, любитель театра; И.: theatre-goer; T.: tiyatrosever) и.
Театр яратыусы, театр һөйөүсе. □ Театрал, любитель театра. Театралдар йыйылышы. Театрал булыу. Театралдар әңгәмәһе. ■ Өфөнөң йәш театралдары Рәсәйҙәге Франция вәкиллегенең дипломдарына лайыҡ булды. «Йәшлек», 3 июнь 2010.
ТЕАТРАЛЬ (Р: театральный; И.: theatre; T.: tiyatro) с.
Театрға, театр эшенә мөнәсәбәтле. □ Театральный. Театраль миҙгел. Театраль асыш. Театраль музыка. Театраль студия. ■ Башҡорт дәуләт академия драма театрына һәм шағирҙың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған «Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, яҙмыштар ҙа уртаҡ» тигән ҙур театраль тамаша булды. «Башҡортостан», 19 декабрь 2014.
ТЕАТРЛАШТЫРЫЛЫУ (театрлашты-рыл-) ҡ. төш. ҡар. театрлаштырыу, страд, от театрлаштырыу. Театрлаштырылған әҫәр. Театрлаштырылған концерт. ■ Сарала халыҡ уйындары, сәсәндәр конкурсы, театрлаштырылған тамаша була. «Йәшлек», 26 июнь 2010.
ТЕАТРЛАШТЫРЫУ (театрлаштыр-) (Р: театрализовать что', И.: adopt for the stage; T: sahneye uyarlamak) ҡ.
Театрға, сәхнәгә ҡуйыу өсөн яраҡлаштырыу, сәхнәләштереү. □ Театрализовать что. // Театрализация. Романды театрлаштырыу. Эстрада программаһын театрлаштырыу. Театрлаштырып курһәтеу. ■ Улар [музейҙа эшләусе апайҙар ] яҡташыбыҙ Зәйнәб инәй Биишеваның «Буре һәм кәзә бәрәстәре» әкиәтен театрлаштырҙы. «Мораҙым», 4 декабрь 2014.
ТЕАТР СӘНҒӘТЕ и. ҡар. театр 1. Театр сәнғәтен уҫтереу. Театр сәнғәтен өйрәнеу.
215