ТЕАТР СӘНҒӘТЕ БЕЛГЕСЕ
ТЕАТР СӘНҒӘТЕ БЕЛГЕСЕ (Р.: театровед; И.: drama study expert; T.: tiyatro uzmanı) u.
Театр ғилеме белгесе. □ Театровед. Театр сәнғәте белгесе менән осрашыу. Театр сәнғәте белгесенә уҡыу. Театр сәнғәте белгесе булыу.
ТЕБЕЙ (Р.: снегирь; И.: bullfinch; T: şakrak kuşu) и. диал. ҡар. ҡыҙылтүш.
Алаҡас турғай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, атаһының түше ҡыҙыл булған урман турғайы. □ Снегирь (лат. Pyrrhula pyrrhula). Тебей балаһы. Урман тулы тебей. Тебейҙәр сырҡылдаша.
ТЕБЕЙЕК (тебейеге) (Р.: чибис; И.: lapwing; T.: kızkuşu) и. диал. ҡар. тәгәрлек.
Башында оҙон ҡара ҡауырһын супайы булған, һырты менән түше йәшкелт һаҙ ҡошо. □ Чибис. Тебейеҡ ояһы.
ТЕБЕТЕЙ (Р: заглушка (у самовара); И.: plug; T.: tıkaç) и. диал. ҡар. түбәсәй.
Самауыр мөрйәһен баҫа торған ҡапҡас; самауыр баҫҡыс. □ Заглушка (у самовара). Самауырыңдың тебетейе төшкән. Тебетей-һеҙ самауыр ҡайнамай. Самауырға тебетей ҡаплау.
ТЕВТОН [лат. teutoni} (Р: тевтон; И.: Teuton; T.: Toton) и.
Боронғо герман ҡәбиләләренең дөйөм атамаһы. □ Тевтон (общее название древнегерманских племён). Тевтондарҙы өйрәнеу.
ТЕВТОН ОРДЕНЫ (Р: Тевтонский орден; И.: Teutonic Order; T: Toton Şövalyeleri) и. тар.
(баш хәреф менән) XII быуатта барлыҡҡа килгән немец рыцарҙарының рухани-хәрби ойошмаһы. □ Тевтонский орден (германский духовно-рыцарский орден, основанный в конце XII века). Тевтон ордены Өсөнсө тәре походы осоронда ойошторола. Тевтон ордены ғәскәрҙәре.
ТЕГЕ (Р: тот; И.: that; T.: şu) курһ. а.
1. Иҫтә, һүҙҙә бер тапҡыр булған кешегә йәки нәмәгә киренән тоҫҡағанда әйтелә. □ Тот; те. ■ Улар [һалдаттар] теге иҫке кейемдәрҙе лә аҡсаға һаталар. Д. Юлтый. Мөжәһит кейемдәрҙе теге кешегә бирҙе лә
нисек кейергә өйрәтте. Ғ. Аллаяров. Ә теге Сәғитте тамам сихырлаған һылыу ҡара кук ат, урле-ҡырлы һикереп кешнәй-сыйылдай, берсә артҡа, берсә алға боролоп, бер алдын, бер артын һикертеп ҡотороноп сапты ла сапты. 3. Биишева.
2. Күҙҙә тотолған бер кешегә, нәмәгә йәки төшөнсәгә тоҫҡағанда әйтелә. □ Тот. Теге ваҡытта. Теге ерҙә. М Шул саҡ Зәки теге яҡта, баҡса буйында, бағана һымаҡ ҡатып ҡалған Сәлимгә иғтибар итте. Р. Байбулатов. Теге хәйерһеҙ һабантуй көнөнән һуң Гөлбаныуҙың куңеле шиңеп, һунеп ҡалды. Т. Ғарипова. Теге колхоздан сыҡҡандарҙың кубеһе кире инде. С. Агиш. Илдус Мөхтәро-вич табын турендә урын алған теге әбейгә өндәште. Н. Алсынбаев.
3. эйл. ф. тегенеһе. Бер нисә кешенең йәки нәмәнең береһен айырып күрһәткәндә әйтелә. □ Тот. ■ Кемдер бер ҡыҙ баланы купергә табан һөйрәкләй. Тегенеһе йән әсеһенә тартҡылаша. И. Ғиззәтуллин. Назиф, туңәрәкте бер нисә тапҡыр әйләнеп сыҡҡандан һуң, берәй ҡыҙҙың алдына килеп баҫа, тегенеһе ҡыланған була, һырланған була. И. Абдуллин.
4. миф. Ен-пәрейҙәрҙең табулаштырылған исеме. □ Тот (табуированное название нечистой силы). И Әбей миңә: «Тауыш бармы, тегеләр һөйләнәме?» — тине. «Башҡорт мифологияһы » нан.
♦ Һеҙ {йәки һин) теге кемдеңдер ҡылығын, һүҙен саманан артыҡ күргәндә әйтелә. □ Ты что? ■ [Зөһрә:] Әллә дача ла алдығыҙмы? [Камилә:] Һин теге, бигерәк, өйө лә, дачаһы ла бер юлы. С. Ҡудаш.
ТЕГЕ-БЫЛ (Р: всякий, разный; И.: sundry; T: her türlü) йыйн. а.
Теге һәм был; һәр төрлө. □ Всякий, разный. Теге-был хәбәр. ■ [Әминә әбей:] Әҙерләгән кәфенлектәремде, хәйерлектәремде алам, әммә, теге-был хәл булһа, мине атайың эргәһенә алып ҡайтып ҡуй. Н. Мусин.
ТЕГЕ ДОНЪЯ (Р: загробная жизнь; И.: the future life; T: ahiret) и. миф.
Үлгән кеше, йәне осоп китеп, йәнә йәшәй торған икенсе бер донъя; әхирәт, ҡиәмәт. □
216