Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 217 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕГЕН
Загробная жизнь. ■ Ихсанбайға ҡалһа, ул серҙе Гөлбаныу уҙе менән теге донъяға алып киткән булырға тейеш ине лә. Т. Ғарипова.
♦ Теге донъяға ебәреү (йәки оҙатыу) үлтереү, һәләк итеү. □ Убить, отправить на тот свет. Фашистарҙы теге донъяға ебәреу. Теге донъяға китеү вафат булыу, үлеү. □ Умереть. ■ [Әхмәҙуллин ҡарт:] Эйе, теге донъяға китмәҫ өсөн нисек кенә тешең-тыр-нағың менән йәбешеп ҡарышма, бер нәмә лә сыҡмаясаҡ. Йәшәуҙең законы шундай. Д. Исламов.
ТЕГЕЛЕҮ (тегел-) ҡ. төш. ҡар. тегеү I, 1-3. страд, от тегеү I, 1-3. ■ Бер аҙҙан башына ҡара таҫма менән әйләндерелгән ап-аҡ панама, өҫтөнә килешле итеп, яғалары ултыртып тегелгән татар кәзәкейе кейгән .. берәуҙең эре генә баҫып килгәне куренде. С. Агиш. Зариф уҙенең салбар ҡушағаһына тегелгән медальонын һәрмәп ҡараны. Ғ. Аллаяров. Яугирҙарҙың һәммәһенең дә еңдәренә милли ғәскәрҙәр билдәһе — йәшел төҫтәге туҡымаға аҡһыл ярым ай тегелгән. Р. Байымов.
ТЕГЕЛӘЙ I (Р.: туда; И.: there; thither; T.: oraya) р.
1. Теге яҡҡа. □ Туда, в том направлении. Бер тегеләй, бер былай утеу. Ул тегеләй китте. Тегеләй барма. ■ Үксәһенең утта бешкән һымаҡ ҡыҙыуын куптән һиҙһә лә, Морат, урһәләнә-урһәләнә, әле тегеләй, әле былай һуғылды. Р. Байбулатов. Ауыр-ауыр хәбәрҙәр ишетелә; тирә-яҡта ят куҙҙәр, сит кешеләр куренгеләй; атҡа атланған, яу яраҡтары аҫҡан әҙәмдәр тегеләй ҙә, былай ҙа уткеләп тора. Ғ. Ибраһимов. «Тегеләйерәк шыу әле, тим бит», — Рябчинский Рәшит ултырған тумәргә килеп һырыҡты. А. Мағазов.
2. Эш-хәлдең бүтән төрлө бер рәүешенә тоҫҡағанда әйтелә; башҡаса, бүтәнсә. □ По-другому, по-иному, иначе. Ишекте нығытҡас, ышыҡ булып ҡалды, тегеләй ел өрөп тик тора ине. ■ Берәуҙәр былай, икенселәр тегеләй, тине. Р. Низамов.
3. Теге рәүешле. П Так, этак, эдак. Тегеләй эшләмә. ■ Тегеләй ҙә ваҡыт ҡыҫҡарып бара. Ғ. Лоҡманов. Йорт хужабикәһе Гөлбә
ҙәр инәй тегеләй ҙә, былай ҙа купме йомалай. Ғ. Хөсәйенов.
4. Янағанда әйтелә. □ Ну ты, смотри (выражение угрозы). Мин һине тегеләй, кәрә-геңде бирермен. ■ [Тәңкәбикә — Ишмырҙаға:] Кит, телең ҡороғоро! Бынау ҡамсы менән өҙә һыҙырырмын тегеләй. М. Кәрим.
♦ Буш тегеләй кешенең бер ҡылығын саманан артыҡ күреп асыуланғанда әйтелә. □ Ну ты, смотри (выражениеугрозы). ■ [Гөлзада — Барыйға:] Малды рәтләп ҡарамаһа, мин ул кешеңдең зиманын ҡутарырмын, буш тегеләй. Ш. Насыров.
ТЕГЕЛӘЙ II (Р.: особенный; И.: particular; T: kendine özgü) с.
Башҡа төрлө. □ Особенный. Я [Өммиә — Зөбәйҙәгә:] Бәхетең инде, ирҙең тегеләйерә-генә тап булһаң. Ғ. Әхмәтшин.
ТЕГЕЛӘЙ-БЫЛАЙ (Р: туда-сюда; И.: hither and thither; T: şuraya buraya) p.
1. Тегеләй ҙә былай, төрлө яҡҡа. □ Туда и сюда, туда-сюда. Тегеләй-былай йөрөу. ■ Бибекәй әбей Емештең галетугын тегеләй-былай әйләндереп, һыйпап-һыйпап ҡараны.
3. Биишева. Егет йәһәт кенә эйелеп һауытты ҡулына алды, тегеләй-былай өйөрөлттө. Ф. Аҡбулатова. Бына Һолтанбай тегеләй-былай эткеләп серек туңгәкте ҡумшытты ла йығып ебәрҙе. Н. Мусин. Ҡуҙыйкурпәс тегеләй-былай ҡараһа ла, бер нәмә белерлек тугел ине. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Көс-хәл менән, арлы-бирле. □ Кое-как, как-нибудь. Тегеләй-былай эшләу. Тегеләй-былай ғына өйөп ҡуйыу.
ТЕГЕМ и. диал. ҡар. теген. Тегем оҫтаһы. Тегемгә өйрәтеу. Тегем менән булыу.
ТЕГЕМСЕ и. диал. ҡар. тегенсе. Шул бала тегемсегә уҡырға инде. Оҫта тегемсе. Тегемселәр төркөмө.
ТЕГЕН (Р: шитьё; И.: needlework; T: dikim) и.
1. Тегеү эше. □ Шитьё, пошивка, пошив. / Швейный. Теген машинаһы. Теген менән булышыу. ■ Гөләйшә инәй, куҙлеген кутәреп, ҡулындағы тегенен бер минутҡа туҡтат[а]. К. Кинйәбулатова.
217