Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 218 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕГЕНДЕ
2. Тегелә торған нәмә. □ Шитьё. Теген тегеу.
ТЕГЕНДЕ (Р.: вышитый; И.: embroidered; T: işlemeli) с.
Биҙәкләп тегеүле; ҡайыулы. □ Вышитый, с вышивкой. Тегенде кулдәк. Тегенде итәк.
ТЕГЕНДӘ (Р.: туда; И.: there; T: oraya)р.
1. Теге ергә. □ Туда. ■ [Сәлим] әйҙә, Хафиза, тегендә барып киләйек тә, әйҙә бында барып киләйек, тип кенә тора. И. Ғиззәтуллин.
2. Теге ерҙә. □ Там. В Был ваҡытта тегендә, Уралда, бындай тымыҡ йылғаларҙың яр ситтәре селтәрле боҙҙар менән ҡаймалана, ә бында, көнбайышта, әле даръялар «ҡышҡы формаға» кусергә йыйынмай ине. И. Абдуллин. Әле бында, әле тегендә кубәләй ҙур усаҡ, унда эреле-ваҡлы ҡаҙандар, биҙрәләр аҫылған. Р. Байымов. [Тау батыр:] Бынау ерҙең тауы бик йыш, ә тегендә һирәк булған. Әкиәттән.
ТЕГЕНДӘ-БЫНДА (Р: туда-сюда; И.: to and fro; T: şuraya buraya) p.
1. Төрлө ергә. □ Туда-сюда. Тегендә-бында барыу. V Сөнәғәттең тегендә-бында сабыуға һәләтлеге, егәрлелеге һәм сослоғо мастерға бик оҡшай ине. Ж. Кейекбаев. Ҡыҫҡаһы, Хул-хаштың бурысы — тегендә-бында сабып низағтарға тығылыу тугел, ә ошонда тарихты мәңгеләштереу. Б. Рафиҡов. Был етен кеуек һары бөҙрә сәсле, һипкелле йөҙлө, теремек егет Ташлыла тыуып уҫкән, Алтынбай кеуек тегендә-бында кусеп йөрөмәй, йыл уратаһына урман ҡырҡа ла ағас сығара, кумер уртәй ҙә дегет ҡайната, уларҙан бушағанда мал ҡарай. 3. Ураҡсин.
2. Төрлө ерҙә. □ Там и сям. ■ Тегендә-бында кәкук сәскәләре куҙгә ташлана. Н. Мусин. Тегендә-бында серелдәшкән ҡарабаш турғайҙар менән ара-тирә ҡыштырлашҡан алтын япраҡтар ғына ысын донъяны хәтерләтә. Р. Ғабдрахманов.
ТЕГЕНДӘЙ-БЫНДАЙ (Р: всякий; И.: any; sundry; T: her türlü) с.
һәр төрлө. □ Всякий. М Кинйәнең тегендәй-бындай һуҙҙәрҙән, уҙенә янауҙарҙан ҡурҡа торған тугеллеген белгән Ғәбдессә-ләм уның кисәле-бөгөнлө тыуған уҙ уйынан
кире ҡайтмаҫын да аңланы. Ғ. Ибраһимов. [Франгиза] хәҡиҡәт өсөн судлашырға ла куп һорамай, тегендәй-бындай турәләр алдында ла баш эйеп йөрөй торған заттан тугел. К. Фазлый.
ТЕГЕН ЕП (ебе) (Р: нитка домашней пряжи; И.: worsted thread; T: iplik) и. диал.
1. Тегеү, бәйләү, тағыу өсөн тәғәйенләнгән еп. □ Нитка. Суреле теген еп. Теген епте өҙөу.
2. Ҡулдан иләнгән еп. □ Нитка домашней пряжи. Теген еп әҙерләу. Теген еп иләу. Теген еп менән тегеу.
ТЕГЕНЕҮ (теген-) (Р: заниматься шитьём; И.: ingage in needlework; T: dikmek) ҡ.
Тегеү эше менән булышыу; теген тегеү. □ Заниматься шитьём, шить. Көнө буйы тегенеу. Тегенеп ултырыу. М Гөләйшә инәй ярты сәғәт самаһы әле ҡул, әле машина менән тегенеп ултырҙы. К. Кинйәбулатова.
ТЕГЕНСЕ (Р: швея; И.: seamstress; T: dikişçi) и.
Тегеү менән шөғөлләнгән кеше. □ Швея. Оҫта тегенсе. Я Ул [Гөлнур] яңы ҡыҙыл кулдәк кейеп, тегенсенән ҡайтып килә ине. М. Кәрим. [Вераның] атаһы Макар Захарович профессияһы менән ҡалала дан тотҡан тегенсе булған. И. Абдуллин.
ТЕГЕНӘН-БЫНАН (Р: отовсюду; И.: from every quarten; T: her yerden) р.
Төрлө ерҙән. □ Отовсюду. М [Әхмәҙулла мулланың] тегенән-бынан өҙөп-йолҡоп һаман байырға, куп тә, яҡшы ла ашап көрәйергә тырышып ятҡан көнө бит. 3. Биишева. Тегенән-бынан йыйған хәрбиҙәр араһында әле мыйыҡ та сыҡмаған ун һигеҙ йәшлек елкенсәктәр ҙә, нужа ҡалъяһын арыу ғына йотоп, биш-алты, хатта ете-һигеҙ бала уҫтереп, ҡартлыҡ ҡапҡаһына ҡул һуҙыусы илле йәшлек йонсоу ағайҙар ҙа бар ине. С. Поварисов. Тегенән-бынан тапҡан аҡсаға аслы-туҡлы көн иткән Гөлзәйнәп-Зина ҡыҙ бала тыуҙыра. М. Хужин.
ТЕГЕРМИН (Р: мельница; И.: mili; T: değirmen) и. диал. ҡар. тирмән.
Ашлыҡты йәки орлоҡтарҙы тартыу өсөн булған яйланма. □ Мельница. Тегермин ташы. Тегерминдә эшләу.
218