ТЕГӘНӘК
ТЕГЕҮ I (тек-) (Р.: шить, тачать; И.: sew; make (by sewing); T.: dikmek) ҡ.
1. Беселгән тауарҙы сит-ситенән энәле еп менән беркетеп, кейем-ҡаралды әҙерләү.
□ Шить, тачать. // Шитьё, пошив. Аяҡ кейеме тегеу. Итек тегеу. Шаршау тегеу. Тегеу фабрикаһы. ■ Хашим, әсәһе тегеп биргән борсаҡлы бәз кулдәк-ыштандан, усына йомролай бешкән бер йомортҡа тотоп, урамға сыҡты. Т. Ғарипова. Француз кулдәк теккәнһең, итәге ергә тейһен, тип. Халыҡ йырынан. • Берәу мал таба, берәу тоҡсай тегә. Әйтем.
2. Бер нәмәнең сит-ситен йәки өлөш-өлөшөн еп, бау үткәреп беркетеү. □ Зашивать; прикреплять, скреплять. Ҡуша тегеу. Яраны тегеу. ■ Карһаҡсылар куптән инде аттарын ашатып, эйәрҙәрен нығытып, айыл баштарын тегеп, ошо көндәрҙе көтә ине. Ғ. Дәүләтшин. [Игебаев] кун сумкаһын асып, .. ауылдан алып килгән өс мөйөшлө һалдат хаттарын, һабын менән йәбештерелгән, ҡара еп менән тегеп сығылған төрлө ҙурлыҡтағы конверттар тарата башланы. Р. Өмөтбаев.
3. Осло нәмә менән тишә төртөү; сәнсеү.
□ Протыкать. Беҙ менән тегеу. Ныҡ итеп тегеу.
4. кусм. Туп-тура йүнәлтеү; төбәү. □ Направлять, устремлять. ■ [Ер-әсә:] Һәр бер быуын аҡылын да, өмөтөн дә миңә теккән.
3. Биишева.
ТЕГЕҮ II и. ҡар. теген. Тегеу энәһе. Тегеу кәрәк-яраҡтары.
ТЕГЕҮЛЕ (Р: сшитый, готовый (об одежде, обуви); И.: ready-made; T: dikilmiş) с.
Тегелгән, әҙер. □ Сшитый, готовый (об одежде, обуви). Тегеуле кейем. Тегеуле кулдәк. ■ Һатыусы ҡатын тегеуле кейемдәргә урелә башланы. Д. Исламов. Өҫтәренә кук кәзәкей, ҡыҙыл буҫтауҙан тегеуле сәкмән .. кейгән һыбайлы башҡорттарҙың рус ғәскәре сафында уҙенсәлекле булыуы, башҡа халыҡ вәкилдәренән һәр яҡлап айырылып тороуҙары хәрби генерал-губернаторға әле һаман ҡыҙыҡлы тойолдо. Я. Хамматов.
ТЕГЕҮСЕ (Р: швея; И.: seamstress; T: dikişçi) и.
Тегеү менән шөғөлләнгән кеше; тегенсе. □ Швея. Тегеусе булыу. ■ Таһирҙың атаһы бына шулай бик йәштән оҫта тегеусе булған ул. 3. Биишева. Ауыл тегеусеһе Айһылыу ҡарсыҡ кутәренке тауыш менән йырлай. Ә. Бикчәнтәев. Бала уҙе лә Өфөгә барып тегеусе һәнәренә өйрәнергә дәрт итте. Ш. Янбаев.
ТЕГЕҮСЕЛЕК (тегеүселеге) (Р: портняжничество; И.: tailoring; T: dikişçilik) и.
Тегеү эше. □ Портняжничество. / Портняжный. ■ [Мастер:] Куңелеңә ауыр алма, Наилә һеңлем, һин хеҙмәтте һөймәйһең; шулай булғас, һинән бер ни сыҡмаясаҡ, ә тегеуселек эше айырыуса иғтибарлы, сыҙамлы булыуҙы талап итә. С. Поварисов.
ТЕГЕШЕҮ (тегеш-) ҡ. урт. ҡар. тегеү. взаимн. от тегеү. Кейем тегешеу. Тегешеп биреу. Тоҡ тегешеу.
ТЕГӘ (Р: слово для отгона гуся; И.: sound imitative word; T: kazları kovalama ünlemi) саҡ.
Ҡаҙ ҡыуыу һүҙе. □ Слово для отгона гуся. Тегә, тип ҡаҙҙы ҡыуып ебәрҙе.
ТЕГӘН-ТЕГӘН (Р: слово для подзывания коровы; И.: interjection for calling up a cow; T: inekleri çağırma ünlemi) саҡ. диал.
Һыйырҙы саҡырыу һүҙе. □ Слово для подзывания коровы. Тегән-тегән, тип малай һыйыр эҙләй.
ТЕГӘНӘ (Р: шиповник; И.: dogrose; Т: yabangülü) и. диал. ҡар. гөлйемеш.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскеле ҡыуаҡ үҫемлек. □ Шиповник (лат. Rosa). Тегәнә сәскәһе. Тегәнә ултыртыу. Тегәнә төнәтмәһе.
ТЕГӘНӘК (тегәнәге) (Р: чертополох; И.: thistle; T: dikenli yabani ot) и. диал. ҡар. шайтан таяғы.
1. Сәнскеле ҡый үләне. □ Чертополох (лат. Carduus). Тегәнәк сәнскеләре ҡулыма ҡаҙалды.
2. Эре киң япраҡлы, һандал сәскәле, йәбешкәк сәнскеле үҫемлек һәм уның йәбешкәк тумалаҡ орлоғо; дегәнәк. □ Репейник, лопух (лат. Arctium). Тегәнәк һырыу. Тегәнәк майы. Тегәнәк орлөғо.
219