ТЕГӘНӘК ГӨЛ
ТЕГӘНӘК ГӨЛ (Р.: алоэ; И.: aloe; T.: sarısabır) и. диал. ҡар. алой.
Ләлә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған итләс ҡыяҡ япраҡлы көньяҡ үҫемлеге; йөҙ йәшәр гөл. □ Алоэ (лат. Aloe). Тегәнәк гөл халыҡ медицинаһында биҡ киң ҡулланыла. Тегәнәк гөл һуты.
ТЕГӘР ЕП (ебе) (Р.: суровая нитка; И.: thick (unbleached) thread; T.: kastarsiz iplik) и.
Кейем тегә торған йыуан еп, сүс. □ Суровая нитка, дратва. М Бикбулат уға [Сәлихҡа] тегәр еп менән бәйләгән, бер аҙ таушала төшкән конвертһыҙ хат бирҙе. С. Агиш. Кумер ҡәләмде лә өскә-дурткә бу леп, тегәр еп менән муйынға тағып йөрөй торғайнылар. Р. Ғабдрахманов. Шунда уҡ утелгән көндәре артҡа ҡайтарылып, тегәр еп бәйләп ҡуйылған календарь. X. Ғиләжев.
ТЕГӘҮ (тегә-) ҡ. ҡар. текәү. К Шундай төндәр булғылаған: кешеләр моцһоу айҙың кургәндәр ергә куҙ тегәп йыш ҡына йылмайғанын. Р. Назаров.
ТЕҘ (Р: колено; И.: knee; T.: diz) и. диал. ҡар. тубыҡ.
Аяҡтың бот һөйәге менән балтыр һөйәген тоташтырған быуыны. □ Колено. / Коленный. Теҙ башы. Теҙ быуыны. М Миңә бер ҡасан да атайымдың теҙенә ултырып шаярырға ғына тугел, уның тауышын ишетергә лә тура килмәне — миңә ике-өс ай тигәндә, ул аҡ бандиттар менән алышҡанда һәләк булған. И. Абдуллин. Теҙ быуындары ҡалтырай башлаған Йәмил ирекһеҙҙән иҫәпһеҙ-һанһыҙ нескә һыҙыҡтар менән сыбарланған фотоларға иғтибар итте. Р. Байбулатов. Бригадирҙы, теҙҙән тубән ике аяғы ла һынған хәлдә, колонна аҫтынан тартып сығарҙылар. Ә. Байрамов.
♦ Теҙ аҫтына һуғыу көтмәгәндә ауыр хәлгә ҡуйыу. □ Поставить в затруднительное положение. Ш /Тимер:/ Теҙ аҫтына һуҡтың бит, Фатима, былай булғас! Ә мин уҙем беренселекте алырға тора инем. Б. Бикбай. Хужа бер ваҡытта ла бер хеҙмәтсеһен дә әрләмәй, тик расчёт ваҡытында ғына теҙ аҫтына һуға ине. К. Мәргән. Теҙ ҡалтырау
ныҡ ҡурҡыу. □ Коленки дрожат. Теҙ сүгеү буйһоноу, баш һалыу, баш эйеү. □ Смириться, подчиниться. И Таиба әбей уҙ ғумеренән риза: йән аямай эшләне, кешегә тура ҡарап йәшәне, көслө алдында теҙ сукмәне, көсһөҙҙө рәнйетмәне. 3. Биишева. Теҙ сүктереү кемдеңдер иркен сикләү, буйһондороу. □ Подчинять. М Ҡолтубә, вәзир булып алғас, халыҡтан ҡан-йәш туктереп, ҡартын-йәшен теҙ суктереп, зар илатып хөкөм йөрөтә башлаған, ти. Әкиәттән.
ТЕҘГЕН I (Р: поводья; И.: reins; T.: dizgin) и.
1. Нуҡта, йүгәндең ат башын тота торған бауы. □ Повод; поводья. Теҙген осо. Теҙгенде бәйләу. Теҙгендән алыу. Теҙгендән тотоу. Я Ат алға ташланды, Сергей, теҙгенде ҡулынан ысҡындырып, инде осоп ҡалам тигәндә, эйәр ҡашына йәбешеп өлгөрҙө. А. Абдуллин. Иштуған юл ситендәге кипкән уләндәргә ынтылып маташҡан атының теҙгенен тарта биреп ҡуйҙы. 3. Биишева. Хәбибуллиндың бер ҡулында — теҙген, бер ҡулында — Маһира яулығы. X. Ғиләжев.
2. кусм. Буйһондороу, ҡулда тотоу, идара итеү сараһы. □ Бразды (правления). Теҙгенгә алыу. Я Был егет тағы башбаштаҡлыҡ эшләп ташламаһын, — тине Өмөтбай, — теҙгенен тартыбыраҡ тоторға кәрәҡ. Б. Хәсән. һис тотор хәл юҡ куңелдең теҙгенен. Ш. Бабич.
♦ Теҙгенде бушатыу тәртипте ҡулдан ыскындырыу. □ Упустить бразды правления. Теҙгенен ҡулға алыу етәкселек итә башлау, етәкселекте ҡулда тотоу. □ Взять бразды правления в свои руки; взять власть в свои руки. Теҙгенен ҡыҫҡа тотоу {йәки ҡыҫҡартыу) буйлатып, иркенләтеп ебәрмәү, ҡаты булыу. □ соотв. Держать на коротком поводке. В Ғумергә ашыҡҡан, ғумер-гә бушамаған әсәһе был юлы ла теҙгенде ҡыҫҡа тотто. Т. Ғарипова.
ТЕҘГЕН II (Р: нитченка; И.: kind of household appliance; T.: bir âlet) и. диал. ҡар. көрөҫ.
Арҡан һалыу өсөн буйлыҡты икегә айырып, алмаш-тилмәш асып тора торған ҡуш
220