ТЕҘЕМ
ҡорамал. □ Нитченка. Теҙген таяғы. Ҡылдан ишелгән теҙген. Теҙген бауы. Теҙген сығыры.
ТЕҘГЕНЛӘҮ (теҙгенлә-) (Р.: прикреплять повод; И.: put reins (on); T.: dizginlemek) ҡ.
1. Тағыу, теҙгенле итеү. □ Прикреплять повод. Я Ул [ҡаҙаҡ] бәләкәй һоро ишәккә менгән, морондарын теҙгенләп ике дөйәне етәкләгән, дөйәләрҙең арҡаларына икешәр тоҡ кумер аҫҡан. А. Таһиров.
2. күсм. Буйһондороу, ҡулға алыу, йүгәнләү. □ Обуздывать кого, что', сдерживать, удерживать кого, что. Я Үҙен теҙгенләй алмаған бәндә нәфселәренең ҡолона әүерелә. Т. Ғарипова. Йәмил, йәшлек шауҡымына бирелеп, тойғоларын теҙгенләй алмай ыҙалана. Ф. Чанышева.
ТЕҘГЕН ҮЛӘН (Р.: пырей; И.: couch-grass; T: ayrık otu) и. диал. ҡар. аҡтамыр.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған, таралып үҫә торған оҙон аҡ тамырлы күп йыллыҡ үлән. □ Пырей (лат. Elytrigia). Баҡсаны теҙгенүләндән таҙартыу. Теҙгенүлән таралып үҫә.
ТЕҘГЕНҺЕҘ (Р: без поводьев; И.: with no rein; T: dizginsiz) c.
1. Теҙген тағылмаған. □ Без поводьев. Теҙгенһеҙ йүгән. Атты теҙгенһеҙ йөрөтөү. • Ҡоралһыҙ оҫта булмаҫ, теҙгенһеҙ нуҡта булмаҫ. Мәҡәл.
2. күсм. Эш, ҡылыҡта сик, саманы юғалтҡан; йүгәнһеҙ. □ Распоясавшийся, разнузданный. Теҙгенһеҙ кеше. Теҙгенһеҙ уйҙар.
ТЕҘГЕНҺЕҘЛӘНЕҮ (теҙгенһеҙлән) (Р: распускаться, распоясываться; И.: come loose; get out of hand; T: ele avuca sığmaz olmak) ҡ.
Эш, ҡылыҡта сик, саманан сығыу; йүгәнһеҙләнеү. □ Распускаться, распоясываться. Я Ҡайһы саҡта, амин тотам, тип, ашарға һорап алам да амин тотмайым да ҡуям. Минең был теҙгенһеҙләнеү Анна Константиновна менән Хәйруллинға бик оҡшай. С. Агиш.
ТЕҘГЕС (Р: кукан; И.: fish string; T: tutulan balıklar dizilen bağ) u.
Тотҡан балыҡты айғолағынан үткәреп теҙә торған асалы сыбыҡ йәки бау. □ Кукан.
Я Ильяс теҙгестәге балыҡтарҙы һыуҙан алып Ҡырҙасовка күрһәтә. Ш. Бикҡол.
ТЕҘҘЕРЕҮ (теҙҙер-) ҡ. йөкм. ҡар. теҙеү. понуд. от теҙеү. Я Ул [Рәхимә] өҫтәлдәрҙе бәләкәй аҡ тирмәгә ҡуйҙыртып, ултырғыстар теҙҙереп, өҫтәлгә көҙгө ҡуйып, селтәр ашъяулыҡтар яптырып ҡуйҙы. Һ. Дәүләтшина.
ТЕҘЕКЛӘНЕҮ (теҙеклән-) ҡ. диал. ҡар. теҙелеү 2. Теҙекләнеп тороу.
ТЕҘЕКЛӘҮ (теҙеклә-) ҡ. диал. ҡар. теҙеү 2. Теҙекләп ҡуйыу. Теҙекләп баҫтырыу. Тигеҙ итеп теҙекләү.
ТЕҘЕЛЕҮ (теҙел-) ҡ.
1. төш. ҡар. теҙеү, страд, от теҙеү. Епкә теҙелгән мәрйен. Теҙелгән суҡтар.
2. Бер буй булып урынлашыу. □ Строиться в ряд, выстраиваться рядами. Теҙелеп осоу. Теҙелеп тороу. Теҙелеп ултырыу. Я Карабиндар ергә өйөлөү менән, офицер полицайҙарға сафҡа теҙелергә команда бирҙе. И. Абдуллин. Диңгеҙ ситендәге тигеҙлектә кескәй генә фермалар теҙелеп киткән. Ғ. Аллаяров. Машиналар тейәлгән ылауҙар, бербер артлы теҙелеп, урамға сығып киттеләр. Ә. Вәли. Ҡаҙ бәпкәкәйҙәре һары икән, теҙе-леп-теҙелеп һыуға бара икән. Халыҡ йырынан.
ТЕҘЕЛЕШЕҮ (теҙелеш-) ҡ. ҡар. теҙелеү 2. Я Үҫмерҙәр, бүректәрен ҡулдарында тотоп, ишек төбөндәрәк теҙелешеп тора. Р Байбулатов. Идара янындағы бүрәнәләргә бер төркөм кеше теҙелешеп ултырған. X. Ғиләжев.
ТЕҘЕМ I (Р: ряд, цепь, вереница; И.: row, chain, train; T: dizi) и.
Теҙелеп торған бер төрлө нәмәләр йәки кешеләр буйы; теҙмә. □ Ряд, цепь, вереница. Я Көньяҡтан төньяҡҡа табан бейегәйеп барған тауҙар теҙеме билән-билән булып һуҙыла ла һуҙыла. Ғ. Хөсәйенов. Ренард үҙе теҙем башында тороп, сыңғырлауыҡ ҡыңғыраулы «саратский» гармунды тартып сыйылдата. Й. Солтанов.
ТЕҘЕМ II (Р: период; И.: period; Т: ре-riyod) и. грам.
Күп төрлө эйәрсән һәм ҡушма һөйләмдәрҙән төҙөлөп, бик ҡатмарлы фекерҙе
221