Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 231 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕКЕРӘНДӘҮ
тәүҙә оҙатылған кеүек пушка ите булып түгел, бәлки асыҡ фекер, сыныҡҡан көрәш тәжрибәһе тейәп бара инек. Д. Юлтый.
4. күсм. Эсеп иҫереү. □ Пьянеть, охмелеть. Тейәп алған.
♦ Ҡырын тейәү (йәки һалыу) спиртлы эсемлек эсеп алыу. □ Выпить. ■ Ғәли ҡарт кистән арыу ғына ҡырын тейәгәнгә оҡшай. С. Шәрипов.
ТЕЙӘШЕҮ (тейәш-) ҡ. урт. ҡар. тейәү
1. взаимн. от тейәү 1. Вагон тейәшеү. Йөк тейәшеү. Иген тейәшеү.
ТЕК (Р.: подражание звуку резкого удара; И.: sound imitation of a sharp blow; T.: keskin darbe sesi) оҡш.
Ҡаты бәләкәй нәмә ҡатыға ҡапыл тейгәндә һ.б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку резкого удара, стуку по твёрдому предмету. Тек итеү. Тек итеп бәрелеү. Тек иткән тауыш сығарыу.
...ТЕКА [гр. theke ‘һаҡлау урыны’, ‘тартма’] (Р.: ...тека; И.: part in compounds meaning ‘storing place’; T: hane)
Картотека, фильмотека кеүек үҙләштерелгән ҡушма һүҙҙәрҙең икенсе өлөшөндә ҡулланып, нимәнелер йыйыу һәм һаҡлау урыны тигәнде аңлата. □ ...тека (часть сложных слов, означающая собрание чего-л., помещение для хранения этого собрания, например, картотека, фильмотека и др.).
ТЕК БАҪЫУ (тек баҫ-) (Р: выпрямиться; И.: straighten (up); T.: doğrulmak) ҡ.
Кәүҙәне төп-төҙ ҡатырып баҫыу; дең баҫыу. □ Выпрямиться; стоять смирно. Тек баҫып тороу. Тек баҫып атлау. Тек баҫып йөрөү.
ТЕКЕЛДӘТЕҮ (текелдәт-) (Р: стучать;
И.: pat; knock; T.: tıkırdatmak) ҡ.
Тек-тек иттереү, тек-тек килтереү. □ Стучать чем-л. Текелдәтеп эшләү. ■ Председатель ҡәләме менән өҫтәлгә текелдәтте. Т. Килмөхәмәтов.
ТЕКЕЛДӘҮ (текелдә-) (Р: стучать; И.: tick; T: tıklamak) ҡ.
Тек-тек итеү, тек-тек килеү. □ Стучать; тикать. // Стук; тиканье. Йөрәгем текелдәй. Теген машинаһы текелдәй. ■ Тауыш юҡ. Сәғәт кенә текелдәй. Сәғәтме, әллә Ихсан-
байҙың сикә тамырымы? Т. Ғарипова. Стеналағы ҙур сәғәттең һалмаҡ ҡына текелдәп бәүелгән алтын телендә усаҡтың һары яҡтыһы сағыла. Р. Вәлиев.
ТЕКЕМЛӘҮ (текемлә-) (Р: рассматривать детально; И.: consider in detail; T: detaylı olarak gözden geçirmek) ҡ.
1. Ныҡ иғтибарлау; ентекләү. □ Рассматривать детально, проявлять дотошность. Текемләп тикшереу. Текемләп һорау. ■ Артабан Мутин Өфө, Златоуст, Бәләбәй, Силәбе, Верхнеурал, Орск өйәҙҙәрендәге болға-ныштарҙы ентекле текемләй. Р. Байымов. [Дейеү] ҡыҙҙың бармаҡтарын текемләп ҡараны, йөй күренмәне, ти. Әкиәттән.
2. Ғәйеп табып, өҙлөкһөҙ мыжыу; өҙлөкһөҙ ныҡып, төрткөләү. □ Брюзжать; твердить одно и то же. Бер туҡтауһыҙ текемләү.
3. диал. Эҙәрләү, тоторға тырышып кемдеңдер, нимәнеңдер артынан ҡыуыу. □ Преследовать. Текемләүе үҙ башына ғына булһын. Айыуҙы текемләү.
ТЕКЕРЛЕК (текерлеге) (Р: улитка; И.: snail; T.: salyangoz) и. диал. ҡар. ҡусҡар.
Лайлаланып торған ҡабырсаҡлы әкәм-төкәм. □ Улитка (лат. Gastropoda). Текер-лек ҡабырсағы йыйыу. Диңгеҙ буйында текерлектәр тулып ята.
ТЕКЕРЛӘП (Р: полным-полно; И.: chockfull; T.: dopdolu) р. диал. ҡар. тулып.
Бик күп, тупырлап. □ Полным-полно. Аяты балаһы урындыҡта текерләп ята.
ТЕКЕР-ТЕКЕР (Р: подражание равномерному треску, стуку; И.: sound imitative word; T.: tıkırtı) оҡш.
Тигеҙһеҙ ҡаты нәмәлә икенсе бер ҡаты нәмәне йөрөткәндә һ.б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание равномерному треску, стуку (например, тиканью часов, стуку колёсика). Текер-текер итеү. Текер-текер килеү. Арба тәгәрмәсенең текер-текер барыуы.
ТЕКЕРӘНДӘҮ (текерәндә-) (Р: стать высокомерным; И.: become supercilious; T: kibirli olmak) ҡ. диал. ҡар. эреләнеү.
Эрегә әйләнеү. □ Стать высокомерным. Текерәндәп, әллә кем булып йөрөү. Бик те-керәндәп китеү.
231