ТЕКЕС
ТЕКЕС с. диал. ҡар. текә. Текес тау. ■ Ай текес булып тыуһа, шул ай бөткәнсе яуын булыр. Һынамыштан.
ТЕКЛӘНЕҮ (теклән-) ҡ. ҡар. текләү. Текләнеп ҡарау. Оҙаҡ текләнеу. ■ Свиридов, зәңгәр куҙҙәрен ҡыҫа төшөп, Нурисламовҡа текләнде. М. Ғиләжев. Минут самаһы бер нөктәгә текләнеп ултырғандан һуң, Сәхипгәрәй кун папканан ҡағыҙҙар сығарҙы. Я. Хамматов. Әхтәм, аптырауҙан куҙен ту-ңәрәкләндереп, юлдашына текләнде. Ә. Хәкимов.
ТЕКЛӘҮ (теклә-) (Р.: смотреть пристально; И.: look squarely; T.: gözleri dikmek) ҡ.
Күҙ-ҡарашты туп-тура йүнәлтеү, туп-тура төбәү. □ Смотреть пристально, уставиться на кого, что; всматриваться в кого, что. ■ Кәшфи, йә, яңылыш әйтәмме ни тигәндәй, Ғилманға текләне. Д. Бүләков. Зәки Гәуһәрҙең куҙҙәренә текләп ҡараны һәм унда яңы, бығаса һиҙелмәгән ят сатҡы курҙе. И. Абдуллин. Штаб начальнигы ентекле һорауҙар бирҙе һәм Новиковтың куҙҙәренә текләп ҡараны. Ғ. Аллаяров.
ТЕКЛӘШЕҮ (текләш-) ҡ. урт. ҡар. текләү. взаимн. от текләү. Текләшеп ултырыу. Текләшеп тороу. ■ Бер-береһенә текләшеп торған Азамат та, Алмасыбар ҙа тәрән итеп тын алды. Й. Мостафин.
ТЕКМЕЛӘҮ (текмелә-) (Р: разузнавать, расспрашивать подробно о чём; И.: learn, study thoroughly; T.: soruşturmak) ҡ. диал. ҡар. төпсөү.
Белергә тырышып ныҡышыу; төпсөнөү. □ Разузнавать, расспрашивать подробно о чём, докапываться до чего, изучать досконально. Оҙаҡ текмеләу. Тәфтишсе тек-меләне.
ТЕКМӘ I (Р: частокол; И.: palisade; T.: kazık duvar) u.
1. Нәҙек ағасты өс буй кәртәгә шаҡарып яһаған ҡойма; шаҡарма. □ Частокол. Текмә тотоу. Тал текмә. ■ Ҡар соланға тулған, кутәрмә өҫтөн, текмә буйҙарын бөтөнләй кумеп киткән. Р. Камал.
2. Йыуан ағасты теҙеп ултыртып яһаған ҡойма. □ Тын (забор из тесно вбитых заострённых брёвен). Ихатаны текмә менән
уратыу. Текмәне яңыртыу. ■ Батыр уҙе лә йортон имән текмә менән уратып алды. Ғ. Ибраһимов. Әйләнә-тирәһен биш-алты аршын бейеклегендәге бурәнә текмә уратҡан йорт-ерҙе хандың ҡуштандары шаяртып «Айыу өйө» тип атайҙар. Ә. Хәкимов.
ТЕКМӘ II (Р: калитка; И.: wicket; T.: küçük kapı) и. диал.
Бәләкәй ҡапҡа. □ Калитка. Текмәне асып ҡуйыу. Текмә яһау. Текмәһе бик матур.
ТЕКМӘЛӘҮ (текмәлә-) (Р: огораживать; И.: fence; T.: çevirme ) ҡ. диал. ҡар. кәртәләү.
Кәртә, ҡойма менән уратыу. □ Огораживать. Ҡәберлекте текмәләу. Баҡсаны тек-мәләу. Текмәләп ҡуйыу. Текмәләп бөтөу.
ТЕКМӘ СИТӘН (Р: частокол, ограда из вертикальных палок; И.: palisade; T.: kazık duvar) и. диал.
Нәҙек ағасты өс буй кәртәгә шаҡарып яһаған ҡойма; шаҡарма, текмә. □ Частокол, ограда из вертикальных палок. Текмә ситән яңыртыу. Текмә ситән уреу.
ТЕКРИМУН (Р: горделивый; И.: hauty; T.: gururlu) с. диал. ҡар. тәкәббер.
Үҙен башҡаларҙан өҫтөн һанаған, һауалы, эре. □ Горделивый, высокомерный. / Гордец. Текримун кеше. Текримундарға артыҡ иғтибар итмәу.
ТЕКРӘНЛӘҮ (текрәнлә ) ҡ. диал. ҡар. тәкәбберләнеү. Үтә ныҡ текрәнләу. Самаһыҙ текрәнләу.
ТЕКСТ (тексы) [лат. textum} (Р: текст; И.: text; T.: metin) и.
1. Билдәле бер бәйләнештә, эҙмә-эҙлекле итеп яҙылған, баҫып сығарылған йәки хәтергә һеңгәндәрҙе тәшкил иткән һүҙҙәр, һөйләмдәр. □ Текст. / Текстовой, текстовый. Доклад тексы. Тексты кусереп алыу. Текст яҙып биреу. Ш Ҡағыҙ ҡалын, ялтырап тора, тексы өс телдә, урыҫса, башҡортса, ҡытайса яҙылып, һуңғы биттәре һыбай халҡының ҡултамғалары менән сыбарланғайны. Ә. Әминев. Ғәрәп хәрефтәренә кусерелгән ошо төркисә текст тағы бер көндән «Туркестанские ведомости» гәзитендә баҫылып та сыҡты. Р. Байымов.
2. Әҫәрҙең уҡыу-уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән өҙөгө. □ Текст. Тексты уҡып сығыу.
232