Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 234 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕКСӘНДӘҮ
ҡараш менән бер аҙ ҡарап торҙө ла ауылға төштө. һ. Дәүләтшина.
ТЕКСӘНДӘҮ I (тексәндә-) (Р.: быть высокомерным; И.: be hauty; T.: kibirlenmek) ҡ. диал. ҡар. һауаланыу.
Эреләнеү, әллә кем булыу □ Быть высокомерным. Юҡҡа тексәндәу. Байып тексән-дәу. Тексәндәп йөрөу.
ТЕКСӘНДӘҮ II (тексәндә-) (Р.: раздражаться; И.: lose one's temper; T.: sinirlenmek) ҡ. диал. ҡар. асыуланыу.
Асыу тойғоһонда булыу, асыу кисереү; асыу ҡабарыу. □ Раздражаться. Балаға тексәндәу. Тексәндәп йөрөу. Тексәндәп ҡарау.
ТЕК-ТЕК (Р.: тик-так; И.: tick-tack; T.: tik tak) оҡш.
Ҡабат-ҡабат тек иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Тик-так. Тек-тек итеу. Тек-тек килеу. ■ Ҡул сәғәтенең тек-тек йөрөуен тыңлап, Шакира тынып ҡалды. Т. Ғарипова. Машинаны өйләндерәм дә тек-тек тегәм дә ҡуям. М. Кәрим.
ТЕКТЕРЕҮ (тектер-) ҡ. йөкм. ҡар. тегеү I, 1, 2. понуд. от тегеү I, 1, 2. Салбар текте -реу. Милли кейем тектереу. ■ Аҡ ҡуянҡай-ҙарҙан тун тектерҙем, тышҡынайын ниҙән тышлайым. Халыҡ йырынан. «Атайым миңә лә шундай итек тектерергә бирҙе әле», — тине Гөлйыһан, кукрәген кирә биреп. 3. Биишева. «Ҡайһылай матур кулдәк тектергәнһең, Һөйөмбикә, ҡайҙан алдығыҙ был тауарҙы?» — тине кемдер. Ж. Кейекбаев.
ТЕКТОНИК (Р: тектонический; И.: tectonic^!); T.: tektonik) с. геол.
Ер ҡабығының ҡуҙғалыш һәм үҙгәрешенә мөнәсәбәтле. □ Тектонический. Тектоник куренештәр. Тектоник ер тетрәуҙәр. Тектоник тауҙар. ■ Тектоник ҡыҫымдар арҡаһында балсыҡташ сланецҡа, ҡомташ кварцитҡа, эзбизташ мәрмәргә, таш кумер антрацитҡа әйләнә. Д. Бураҡаев.
ТЕКТОНИКА [гр. 1еһ1отһё ‘төҙөлөш сәнғәте’] (Р: тектоника; И.: tectonics; T.: tektonik) и.
Ер ҡабығының ҡуҙғалыш һәм үҙгәрешен, шул һөҙөмтәлә барлыҡҡа килгән үҙенсәлектәрен өйрәнә торған геология тармағы.
□ Тектоника. / Тектонический. Тектоника дәуере. Тектоника картаһы. ■ Гөлгөнә тектониканың, ултырма ҡатламдарҙың нимә икәнен төшөнә ине әле, э бына «синклинорий», «антиклиналь» кеуек һуҙҙәрҙе тәугә ишетте, был һуҙҙәрҙең мәғәнәһен аңламаны. Ш. Янбаев.
ТЕКТОНИТ |ингл. tectonites < гр.] (Р: тектонит; И.: tectonite; T: tektonit) и. геол.
Тектоник хәрәкәтләнеүҙән тәүге тау тоҡомдарының ваҡланыуы һәм йышылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән метамор-фик тау тоҡомо. □ Тектонит. Тектонитты өйрәнеу. Тектонитты куҙәтеу.
ТЕКӘ I (Р: крутой; И.: steep; vertical; T: dik) с.
1. Киҫкен үргә күтәрелгән; киреһе — һөҙәк. □ Крутой, отвесный. Текә баҫҡыс буйлап урмәләу. Текә ҡаяға менеу. Текә яр буйлап барыу. ■ Арыҫлан, Хәжи, Тажи һәм Нур саңлы юлдан текә ярға табан китеп баралар. И. Абдуллин. Текә битләуҙәрҙә ҡайын, уҫаҡ, ҡарағас, ҡарағай урмандары өҫкә ауырҙай булып тора. Ғ. Аллаяров. Тимерлектән ҡайтҡас, ирмәк курепме, бала саҡтағылай, текә баҫҡыстан урмәләп, Саръян лапаҫ башына менеп китте. Ә. Байрамов.
2. Киҫә күтәрелгән, бейек. □ Прямой. ■ [Мәҙинә] ултырҙы ла тегенең [Нәғим-дең] текә киң маңлайына, уртаһы соҡорло туңәрәк эйәгенә, ҡалын аҡ ҡаштарына ҡарап, тәрән уйға сумды. Р. Ғабдрахманов.
3. Тураға баҫып тырпайып торған (ял, сәс һ.б. ҡарата). □ Прямой. Текә сәс. Текә ял. Ҡойроҡто текә сәнсеу. ■ [Ат] алтынға алыштырғыһыҙ булған: ҡаты тояҡлы, шырт текә яллы, бөркөт кукрәкле бер арғымаҡ икән. Әкиәттән.
4. кусм. Ҡырыҫ, тәкәббер. □ Надменный. Текә ир. Текә малай. ■ Емеш һаман шулай уйсан, моңһоу, шул уҡ ваҡытта ни тиклем иҙелеугә лә ҡарамаҫтан, текә һәм ғорур ҡарашлы, һөрмәле ҙур ҡара куҙҙәрен төпһөҙ бушлыҡҡа текәп, шәл бәйләп тәҙрә төбөндә ултырҙы ла ултырҙы. 3. Биишева.
5. кусм. жарг. Модаға эйәргән, модалы.
□ Модный, крутой. Текә кейемдәр кейеп алған.
234