ТЕКӘСЛӘНЕҮ
ТЕКӘ II (Р.: прямо; И.: upright; T.: dik) р.
1. Кәүҙәне тура тотоп, эйелмәйенсә. □ Прямо. Текә баҫыу. Текә тороу. Текә атлау. ■ Һарайғыр ишек алдын түңәрәтеп юртып ойөрөлдө лә, өҫтөндәге һынды борсомай, һелкетмәй генә, башын текә тотоп, юртып сығып китте. Т. Ғарипова.
2. Ғорур, тәкәббер итеп. □ Надменно. Текә ҡыланыу. ■ [Емеш] күңелдә төйөн итеп һаҡлағансы, һорап асыҡлау яҡшы түгелме ни тигәндәй, ирендәрен бүртәйтеп, тағы ла үҙһүҙләнеберәк, текә ҡарап тора бирҙе.
3. Биишева.
ТЕКӘЗ (Р.: принципиальный; И.: true to one's word; T.: prensip sahibi) с. диал.
Үҙ һүҙенә тоғро. □ Принципиальный. Те-кәз әхирәт. Текәз уҡытыусы. Текәз башлыҡ.
ТЕКӘЛЕК I (текәлеге) (Р: крутизна;
И.: steepness; T.: diklik) и.
Текә урын. □ Крутизна. М Текәлектең икенсе яғында, остағы ҡарағай ултырмаһында, ҡапыл һуйыр шаҡылдағаны ишетелде. С. Ильясов. Дошман танкыһы ғәйрәтләнеп йырғанаҡҡа төштө лә ҡаршы яҡтың текәлегенә килеп терәлде. Н. Ҡәрипов. Тауҙың көнсығыш битләүе буйлап төньяҡтағы текәлеккә үтеп, .. түбәндә таштар араһынан борғоланып аҡҡан боҙ кеүек һалҡын һыуҙы шаптор-шоптор кисә-кисә, Азамат кирегә боролдо. Т. Ғиниәтуллин.
ТЕКӘЛЕК II (текәлеге) и. ҡар. тәкәбберлек. Текәлек күрһәтеү. Кешене текәлек боҙа. Текәлектән ҡотолоу.
ТЕКӘЛЕҮ (текәл-) (Р: уставиться; И.: stare; T: gözlerini dikmek) ҡ.
1. Туп-тура йүнәлеү (күҙгә ҡарата); төбәлеү. □ Уставиться. ■ Дүрт пар күҙ Фәти-ховҡа текәлде. И. Абдуллин.
2. Күҙ, ҡарашты туп-тура йүнәлтеү. □ Вперять. Текәлеп уйланыу. ■ Азамат өйө ултырған ҡалҡыулыҡҡа күтәрелде лә оҙаҡ итеп Ирәмәлгә текәлеп торҙо. Т. Ғиниәтуллин. Тоняның үҙенә ғәжәпләнеп текәле-үенән Йәғҙәнең асыуы килде. А. Абдуллин. Хәбибуллин, ҡайҡая биреп, тәү тапҡыр күргән кеүек, Сәхипьямалдың ҡулына текәлде. X. Ғиләжев.
3. ҡар. төкәлеү. Өйҙәр текәлеп ултыра.
ТЕКӘЛӘНЕҮ (текәлән-) (Р.: становиться крутым; И.: become steep(er); T: dik hale gelmek) ҡ.
1. Текә (1) булыу, текәгә әйләнеү. □ Становиться крутым, отвесным. Тау текәләнә бара. Текәләнеп төшкән яр. Юл кинәт текәләнә. ■ Иген сәселгән һөрөнтө ялан ауылдың осонан уҡ башланып китә, һәм яландың сиге ҡояш сығыштағы тауҙарҙың текәләнгән битенә менә биреп, урманға теркәлә. Ж. Кейекбаев. Баҡса күлдең текәләнеп кенә төшкән ярына килеп тоташа. Ғ. Хәйри. Уңға тартылған тау үҙәге кинәт кенә текәләнеп, артабан бейегәйә һәм, аҡ пәрҙәле һауаға тоташып, күҙ яҙҙыра. Р. Вәлиев.
2. күсм. Үҙеңде бик эре, һауалы тотоу; тәкәбберләнеү. □ Проявлять высокомерие, надменность. Текәләнеп ултырыу. Текәләнеп китеү. Текәләнеп тороу. Текәләнә башлау.
ТЕКӘНДӘҮ (текәндә-) (Р: проявить нетерпение; И.: get impatient; T: sabırsızlanmak) ҡ.
1. Сәбәләнеү, сабырһыҙланыу. □ Проявить нетерпение. Текәндәп китеү. Текәндәп йүгереү.
2. Үпкә (II) тойғоһо кисереү, үпкә тотоу; рәнйеү; үпкәләү. □ Обижаться на кого, что. Текәндәп ҡайтыу.
3. Эрегә әйләнеү; эреләнеү. □ Возгордиться. Малай текәндәп йөрөй. Ҡаланан текәндәп ҡайтҡандар.
ТЕКӘНЛӘҮ (текәнлә-) (Р: ходить с важным, надменным видом; И.: strut; prance; swagger; T: kibirli olmak) ҡ. диал.
Текә (II) атлау. □ Ходить с важным, надменным видом. Текәнләп атлау. Текәнләп йөрөү. Я Мәғфүрә Ғәзимәнең һүҙ ҙә ҡушмай, текәнләп киткәненә арттан ипләп кенә күҙ һалды. Һ. Дәүләтшина.
ТЕКӘС с. диал. ҡар. текә I, 1, 2. Текәс тау. Текәс яр. Текәс урын.
ТЕКӘСЛӘНЕҮ (текәслән-) (Р.: становиться крутым; И.: become steep; T: dik hale gelmek) ҡ. диал. ҡар. текәләнеү 1.
Бейегәйә барыу. □ Становиться крутым, отвесным. Тау текәсләнә барҙы. Я Инде хәҙер ярҙар текәсләнә төшә: ике-дүрт метрҙан ашҡылай. X. Зарипов.
235