ТЕКӘСТӘН
ТЕКӘСТӘН (Р.: стоя; И.: standing; Т.: ayakta) р. диал.
Аяҡ үрә. □ Стоя. Текәстән ашау. Текәстән кейенеү. Текәстән яуап биреү. М Шуны ғына көткән зал, уны күреү менән, гөж итеп шаулап китте: ҡул сабып, текәстән баҫып алҡышларға тотондо. Һ. Дәүләтшина. Башҡорт иленән килгән биш батыр ғына, был тамашаны мәрәкә иткәндәй, бер ҡырҙараҡ текәстән тора. Ә. Хәкимов.
ТЕКӘТЕҮ (текәт-) (Р.: устремлять; И.: direct (to); fasten; T.: gözlerini dikmek) ҡ.
Туп-тура йүнәлтеү (күҙ, ҡарашты). □ Устремлять. Күҙ текәтеү. Ҡарашты текәтеү.
ТЕКӘ УМАРТА (Р: колодочный улей; И.: shoe hive; T.: arı kovanı) и. диал. ҡар. түмәр умарта.
Түмәрҙән яһалған умарта. □ Колодочный улей. Йәшел төҫтәге текә умарта. Текә умартаға ҡорт ябыу.
ТЕКӘҮ (текә-) (Р.: устремлять; И.: fasten one's gaze on; T: gözlerini dikmek) ҡ.
Туп-тура йүнәлтеү (күҙ, ҡарашты); төбәү. □ Устремлять. Күҙ текәп тороу. Күҙҙәрен балаға текәне. М Фәүзиә ҡапыл ғына ҡап-ҡара күҙҙәрен Гөлбаныуға тонйоратып текәне лә уң ҡулы менән еңелсә генә битенән һыпырҙы. Т. Ғарипова. Белгестәр хәүефле ҡараштарын хужанан алып өҫтәлгә текәне, тынысланып бер-береһенә ҡараны, шунан яурын һикертте. Ә. Әминев.
ТЕКӘШЕҮ (текәш-) ҡ. урт. ҡар. текәү. взаимн. от текәү. Күҙ текәшеү. М Хәҙер рәхәтләнеп, йөрәкте йөрәккә ҡуйышып, күҙҙәрҙе күҙҙәргә текәшеп һөйләшергә була. С. Поварисов.
ТЕЛ (Р: язык; И.: tonque; T: dil) и.
1. анат. Умыртҡалы йән эйәләренең һәм кешенең ауыҙы эсендәге мускул үҫендеһе рәүешендә булып, аҙыҡ сәйнәүгә, йотоуға булышлыҡ итә һәм уның тәмен билдәләй торған хәрәкәтсән оҙонса ағза. □ Язык. Телде ауырттырыу. Телде сығарыу. Тел күрһәтеү. М Ауыҙға һалаһың да, ашыҡмай ғына һурып, кәнфитте тел осоң менән ауыҙыңдың әле бер, әле икенсе яғына күсерәһең. И. Ғиззәтуллин. Кыҙ телен сығарып үртә
мәне лә, шарҡылдап көлмәне лә. Ә. Бикчәнтәев. Аҡтырнаҡ телен һалындырған көйөнсә әле унда, әле бында һуғыла, үләндәрҙе, ағас төптәрен еҫкәй. М. Ғафури.
2. Кешелә телмәр өндәре барлыҡҡа килтереүҙә һәм фекерҙе һүҙҙәр аша биреүҙә ҡатнашҡан ағза; телмәр ағзаһы. □ Язык. ■ Телен ҡырҡып, һүҙһеҙ итер бар сәсәнде, — шул дошманды ҡырмайынса ҡайтма, улым. Р. Ниғмәти. Гитлерға яза биреү мәсьәләһе бөтәһенең теленән төшмәне, һәр кем үҙ тәҡдимен индерҙе. И. Ғиззәтуллин.
3. Фекер йөрөтөп, үҙ-ара аралашыу хеҙмәтен үтәгән өндәр һәм лексик-грамматик саралар системаһы. □ Язык. Әсә теле. Төрки телдәрҙе тикшереү. Тел өндәрен өйрәнеү. М Фәтихов немец телен техникумдан киткәс тә өҙлөкһөҙ камиллаштырырға тырышты, ә Ленинградта хәрби мәктәптә уҡығанда инде, ул үҙе иптәштәренә лә немец телен өйрәтте. И. Абдуллин. Яңы ғына башҡорт телен ғәмәлгә ашырыу курсы асҡандар. С. Агиш.
4. Үҙенә хас билдәләре булған телмәр төрө. □ Речь, язык. / Речевой, языковой. Ғилми телдә яҙыу. Рәсми тел ҡулланыу. Сәхнә телен өйрәнеү, һөйләү телен үҙләштереү. Әҙәби телде тикшереү.
5. Айырым кешегә хас булған һөйләү ысулы. □ Речь. ■ Миңлеғәле телмәр һөйләне, теле бай түгел ине. Шулай ҙа уны йотлоғоп тыңланылар. Ә. Ихсан.
6. Уй-тойғоно белдереп, аралашыуға мөмкинлек биргән сара. □ Язык. Музыка теле. ■ Курай теле нәҙек илау менән тапҡырына саҡыра тарихты. Ғ. Хәйри.
7. Кәрәкле мәғлүмәттәр белә торған һуғыш әсире (ғәҙәттә, тырнаҡтар «» эсендә ҡулланыла). □ Язык. ■ Дивизия разведчиктары ла йыш ҡына дошман тылына үтеп инәләр, «тел» алырға йөрөйҙәр. И. Ғиззәтуллин.
8. Төрлө нәмәлә, механизмда, музыка ҡоралында бер осо беркетелгән хәрәкәтсән пластинка, стержень. □ Язык. ■ [Мөхтәр ағай] баянды ҡулына алғас, уның төҙөклөгөн тикшергәндәй, бармаҡтарын телдәр буйлап йүгертеп сыҡты. Р. Байбулатов.
236