Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 237 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЛ
Ҡарт куреге һуҙылмаҫҡа ҡаптырылған ҡайыштарҙы ысҡындырҙы ла, телдәренә баҫып, гармунды һуҙып ебәрҙе. М. Ғиләжев. Бөгөн стена сәғәтенең теле һис ҡуҙғалмай кеуек. Ә. Бикчәнтәев.
9. кусм. Төрлө нәмәнең оҙонса булып сыҡҡан өлөшө. □ Язык. Я Офоҡта ялҡын телдәре һымаҡ ҡыҙыл нур таралған. 3. Биишева. Тубәләре, мәсет манараһы, ҡоҙоҡ сиртмәләре, ел тирмәне, ялҡын телдәре юғары-юғары урелеп һауаны ялмағанда, ялт-йолт итеп китә. Р. Ғабдрахманов.
10. миф. Мифлаштырылған ағза. □ Язык (мифологизированная часть тела человека). Телең ҡороғор.
+ Ағас тел<ле> тупаҫ итеп йәки боҙоп һөйләгән кешегә әйтелә. □ Невежливый, грубый на язык. Ағас телле әҙәм булып сыҡты. Ағас телгә упкәләп тә булмай. Я «Апай, ағай, — тип әйт, — ул һинән олораҡ бит. Ағас тел!» — тип шелтәләр булғандар өлкәнлекте һанға һуҡмағандарҙы. М. Бураҡаева. Ҡоро тел<ле> матур һөйләп, эшен эшләй алмаған кешегә ҡарата мыҫҡыл менән әйтелә. □ Пустозвон, пустомеля. Ҡоро тел булып йөрөй. Ҡош теле бик бәләкәй йәки ҡыҫҡа. □ С гулькин нос, коротенький. Ҡош телендәй хат яҙыу. Ҡош телендәй сәләм ебәреу. Ҡош телендәй хәбәрҙе фил ҙурлығы итеп һөйләу. Ҡыҙыл тел<ле> күп һөйләп, аҡыл өйрәткән тел.
□ Краснобай. • Ҡыҙыл телемде тыйманым — ҡыҙым өйөнә һыйманым. Әйтем. Һөрәнләгән ҡыҙыл тел һөйгән йәрҙән айырған. Әйтем. Оҙон тел<ле> һүҙ йөрөтөүсән, ғәйбәт таратыусан кешегә әйтелә. □ Сплетник, сплетница. Оҙон тел әбей. Оҙон телле кеше. Сөсө тел<ле> кәрәгенән тыш яғымлы итеп, ярамһаҡланып һөйләгән кешегә әйтелә. □ Подлиза, подхалим. Апай кәрәгенән тыш сөсө тел булып сыҡты. Сөсө телгә албырғап тороу. Таҫма тел<ле> 1) йомшаҡ һүҙ менән эс-бауырға ингән кешегә әйтелә.
□ Сладкоречивый. Таҫма тел булыу. Я Таҫма телле Ғәмилә, Хәмитте кургәс, осоп төшкәндәй булды. Б. Бикбай; 2) теле менән бик оҫта йыуып, алдай торған. □ Краснобай, пустозвон. Я [Гуҡтабикә:] Бына ниндәй булып
сыҡты ул [Дәуләтбай], таҫма тел! Йыуаш булып ҡылана, эсендә юха йылан ята икән. М. Кәрим. • Таҫма телгә ышанма. Мәҡәл. Татлы тел<ле> күңелгә ятышлы, яғымлы итеп һөйләшкән кешегә ҡарата әйтелә. □ Сладкоречивый. Юлдашым бигерәк татлы телле апай булып сыҡты. Татлы телгә ышанып тороп ҡалыу. • Татлы тел йыланды өңөнән сығарыр. Әйтем. Татлы тел айыу бейетә. Әйтем. Татлы тел таш ярыр. Әйтем. Тел асҡысы 1) һөйләшеп китеүгә йәки аралашыуға булышлыҡ итеүсе ыңғай йәки уртаҡ сәбәп. □ Повод для разговора. Я Йыр тел асҡысы бирҙе, хәҙер инде арбалағылар бөтәһе лә бер юлы һөйләшә башланы. И. Абдуллин; 2) телмәрҙең шыма, аңлайышлы һөйләшеүен тәьмин итеүсе көс. □ Красноречие. доел. Ключ от языка. Тел асҡысы бир. Тел асҡысы һорау. Тел асылыу 1) һөйләшә башлау (һөйләшә белмәгән бала тураһында).
□ Начать говорить, заговорить (о детях). Улымдың йәше тулмаҫ элек теле асылды; 2) һөйләшә башлау, һүҙгә һүҙ ялғанып, күңелле генә һөйләшеп китеү (оло кеше хаҡында). □ Разговориться, начать откровенничать, развязать язык. Я Баштараҡ рулдәге ҡыҙҙың иғтибарын ситкә йунәлтергә теләмәгән Йәмилдең теле асыла барҙы. Р. Байбулатов. <Нисек> тел барыу насар һүҙҙе әйтергә баҙнат итеү. □ <Как> только язык поворачивается у кого-л. (сказать что-л. кому). Я [Гөлнар:] Оятһыҙ! Нисек телең барып әйтәһең шул һуҙҙе?! Ғ. Ғүмәр. Тел бармау насар һүҙҙе әйтергә баҙнат итмәү.
□ Язык не поворачивается. Дөрөҫөн әйтергә тел бармай. Оло кешегә ауыр һуҙ әйтергә тел бармай. Я Ҡисерегеҙ, минең телем бармай. Быны әйтер өсөн юҡ көсөм. Р. Шәкүр. Телгә алыу иҫләп һөйләү. □ Упомянуть (в речи). Я Яппар Мәулигә уҙ яҡындарының бөтәһе тураһында ла һөйләгәне бар, ләкин был исемде [Хәҙисәне] телгә алғаны юҡ. С. Агиш. Уғатар ағайҙың кем икәнен һәм ниндәй икәнен был төбәктәге кешеләр бөтәһе лә беләләр һәм һоҡланып телгә алалар. Р. Байбулатов. Телгә бөткән һүҙгә бик шәп булып та эшкә юҡ кеше хаҡында ғәйепләп әйтелә. □ Болтун, пустомеля. Шул хәтлем
237