Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 238 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЛ
телгә бөткән. ■ [Шамил:] Их, телгә бөткән маҡтансыҡ. Хөрәсән! Куҙ көйөгө. Ғ. Ғүмәр. Телгә бөткән Мәғузә, билдәле, ирен хурлау өсөн буяуҙарын ҡыҙғанманы. Б. Бикбай. Хәйрулланың да типһә тимер өҙөрлөк саҡтары бар ине бит. Бынау телгә бөткән быҙау ҡараусы тугел инде. М. Хәйҙәров. .. телен һыу кеүек эсеү теге йәки был телде яҡшы белеү. □ Очень хорошо владеть каким-л. языком; хорошо знать язык. ■ [Һалдаттар яңы килгән һалдат хаҡында:] Ул германда пленда булған кеше. Немец телен һыу кеуек эсә. А. Таһиров. Теленде йоторлоҡ 1) бик тәмле. □ Пальчики оближешь, очень вкусно.
■ [Капитан — Әлфиәгә:] Хәҙер мин һине телеңде йоторлоҡ тәмле бутҡа менән һыйлайым. И. Абдуллин; 2) аптырауҙан өнһөҙ ҡалыу. □ Язык проглотить, замолчать от удивления. Телде <арҡыры> тешләү 1) бик ныҡ арыу, хәлһеҙләнеү. □ Высунуть язык (о состоянии усталости); 2) һүҙҙән тыйылыу, хәбәр һөйләмәҫ булыу. □ Прикусить язык. ■ [Сәлимә:] Кем белә, бәлки, ҡайта алмаҫ тип, өндәшмәксе булғайны, телен тешләне. Ғ. Хисамов. Мәликә телен тешләне. Эйе, Мәликәгә шикле уткәне менән телен ҡырҡ ерҙән тешләп йәшәу хәйерле. Д. Бүләков. Телдән яҙыу (йәки ҡалыу) аптырауҙан хайран ҡалып һөйләшә алмай тороу. □ Лишиться дара речи. ■ Яремченок ҡапыл телдән ҡалған Фәтиховҡа ҡараны. И. Абдуллин. Теле ауыҙына һыймай ауыҙында һүҙ тотмаған кешегә әйтелә. □ Не умеет держать язык за зубами. Бер хәбәр ишетһә, куршем-дең теле ауыҙына һыймай башлай. Теле телгә йоҡмай бер туҡтауһыҙ шәп, күп һәм оҫта һөйләү. □ Быстро и красноречиво говорить.
■ Әлфиәнең теле телгә йоҡмай башланы. И. Абдуллин. Теленән табыр урынһыҙ, кәрәкмәгән һүҙ әйтеп, бәләгә йә оятҡа ҡалыу. □ Страдать из-за длинного языка. • Әҙәм — теленән, хайуан мөгөҙөнән табыр. Мәҡәл. Тартай теленән табыр. Әйтем. Телеңде сөсө ашағыр үтә әсе телле кешене әрләп әйтелә. □ Чтоб язык отсох. Телеңде сөсө ашағыр икәнһең. Теле табанына еткән күп хәбәр һөйләгән, лыҡылдаҡ. □ Болтливый. Тел көрмәлеү әйтер һүҙҙе тейешенсә әйтә
алмай тотлоғоу. □ Заплетаться (о языке). Апайымдың теле көрмәлеп китте. ■ Рад-мирҙың теле көрмәлә башланы. Р. Байбулатов. Тел күтәреү баҙнат итеп һүҙ әйтеү, ҡаршы һүҙ әйтеү, телләшеү. □ Препираться, пререкаться. Тел кутәреп өндәште. Тел кутәреп маташа. ■ [Рәхимә — Айбулатка:] Ул нишләп тағы Имаметдин ағайыңа ҡаршы тел кутәрәһең?! Һ. Дәүләтшина. Тел ҡағыу ауыр һүҙ әйтеү. □ Ранить словом. Тел ҡағырға ярата. Ололарға тел ҡағырға ярамай. ■ [Колхозсы — бригадирға:] Тел ҡаға курмә Биктимергә. Етер! Б. Ишемғол. Тел ҡайрашыу әйтешеү, ирәгәләшеү. □ Перебраниваться, спорить. Тел ҡайрашып ире-шеу. Тел ҡайрашып киттеләр. ■ [Фариза:] Ҡуй, ташлайыҡ шул тел ҡайрашыуҙы. Берлектә — тереклек, ти. Р. Низамов. Тел ҡысыу әйтергә ынтылып ҡына тороу. □ Язык чешется (о сильном желании высказаться). Теле ҡысып китте. ■ Малайҙың әсәһенә ниҙер әйтергә теле ҡысып тора төҫлө. Ф. Иҫәнғолов. • Теле ҡысыған һуҙ боҙор, ҡулы ҡысыған эш боҙор. Мәҡәл. Тел менән тирмән тартыу ҡулдан килмәҫте һөйләү. □ Заниматься пустой болтовнёй, молоть языком. Теле менән тирмән тартырға ярата. Теле менән тирмән тартып, ваҡытын бушҡа уҙғара. Тел оҙонайыу батырланып китеп, тейеш булмағанды күп һөйләү. □ Распускать язык. Кустымдың теле оҙоная башлаған. ■ [Хәйруш — Йәнбикәгә:] Лығырлама, бар, эшеңдә бул, телең бик оҙоная башлаған. Ҡ. Даян. Тел осонда ғына тороу әйтергә әҙер генә булыу. □ Вертеться на языке, вертеться на кончике языка. Яуабы тел осонда ғына тора. Әйтер һуҙем тел осонда ғына тора. ■ Ололар, егет саҡтағы саялыҡтарын иҫкә төшөрөп, көлөшәләр; шуға ялғанырға йыры ла тел осонда ғына тора. Ф. Иҫәнғолов. Ринат тел осонда ғына торған һуҙҙәрҙе тура ярып әйтергә уҡталып-уҡталып ҡуйҙы ла, серен төпкәрәк йәшергәндәй, ирендәрен ҡымтыны. Р. Байбулатов. Тел өҫтөндә <булыу> хәбәр, ғәйбәт эсендә булыу. □ Быть предметом разговоров; не сходить с языка. • Ҡыҙҙар ҡыл өҫтөндә, ҡылдан төшкәс, тел өҫтөндә. Әй-
238