Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 239 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЛ
тем. Тел сарлау буш хәбәр һөйләү. □ Лясы точить, болтать пустяки. Буштан тел сарлау. Полицайҙар оҙаҡ итеп тел сарларға теләмәнеләр. ■ Ярар, ярар, — тине [геологтарҙың] өсөнсөһө, — ҡарарбыҙ, тикшерербеҙ. Ниңә алъюҫыҡҡа тел сарларға? Ә. Вахитов. [Рахман:] Һеҙ, ҡыҙҙар, бында эшләргә килдегеҙме, әллә тел сарларғамы? Ә. Вәли. Тел сығыу 1) һөйләшә башлау (теле асылмаған балаға ҡарата). □ Начинать говорить, заговорить. Ҡустымдың теле сыға башланы. Я Теле сыҡҡан һәр бер бала «Әлифба» һорай. К. Кинйәбулатова; 2) һүҙ башлау, һөйләшеп алып китеү. □ Разговориться. Өндәшмәҫтең дә теле сыға башланы; 3) ризаһыҙлыҡ белдереп ҡаршы әйтеү. □ Возражать. Тел сығарып маташыу. Тел сәйнәү ҡар. тел сарлау. Тел сәйнәп аптырата. Тел сәйнәп тик тора. Тел сәйнәргә ярата. ■ [Нәғим:] Йә, тел сәйнәмә, сығар папиросыңды. И. Насыри. Тел тейҙереү яман һүҙ әйтеү, хурлау. □ Отзываться о ком-л. плохо, высказываться неодобрительно. Тел тейҙерә башланы. Я [Яппар:] Тимәк, Дүсмәткә тел тейҙереү — партияға тел тейҙереү менән бер булып сыға. М. Кәрим. [Сәми:] һин мине әҙәм иткән Элми ағайыма тел тейҙерәһең! Ә. Вахитов. [Рыҫҡол:] Етер малымды талағаның, минең ҡатыныма тел тейҙерәһе булма! Б. Бикбай. • Йыраҡ тип ханға тел тейҙермә — ҡулы етер, насар тип ирҙе әрләмә — ҡарыуы етер. Мәҡәл. Тел-теш (йәки тел) күрһәтеү ҡыйып ҡаршы һүҙ әйтеү. □ Огрызаться, препираться, пререкаться. Я Иң йыуаш, иң тыйнаҡлы иҫәпләнгән Арҡырыбаш Хәмитйән дә тел-теш күрһәтә башланы. М. Кәрим. Тел-тештән һаҡлау яман һүҙҙән һаҡлау. □ Защищать от сплетен, пересудов. Я Был сараАҡъялды тел-тештән һаҡлау өсөн кәрәк ине. Ә. Хәкимов. Тел тешләү яңылыш әйткәнгә үкенеү. □ Прикусить язык (сожалея о сказанном). Я Терентьев телен тешләне. В. Исхаҡов. Ҡуңыр йөҙө сейә кеүек ҡыҙарған Нәғимә телен тешләне. Й. Солтанов. Тел тигәндә, телеп һала үткер һүҙле, бәхәстә алдына сығармай. □ Остёр на язык. Ҡыҙҙың теле оҙон, тел тигәндә, телеп һала. Я [Фәһимә — Рәхимгә:] Һин дә, тел
тиһәң, телеп һалаһың. Шул телең булмаһа, күптән күҙеңде ҡарға суҡып киткән булыр ине. Ш. Янбаев. Тел тотлоғоу ҡапыл әйтер һүҙен әйтә алмай тороу. □ Заикаться. Теле тотлоға башланы. Ҡайһы саҡта теле тотлоғоп китә. Теле тотлоҡһа, телмәре аңлашылмай башлай. Тел төбө һүҙҙең ысын асылы, кинәйәле мәғәнәһе. □ Намёк. Тел төбө менән һөйләү. Тел төбө менән аңлатыу. Я Тел төптәренә иғтибар итеп хөкөм йөрөткәндә, кейәү кеше приказчик булырға тейеш ине. Д. Юлтый. Зөфәр, әлбиттә, егеттең тел төбөн шунда уҡ һиҙеп алды. Ғ. Байбурин. Гәүһәр тәүҙә уның [Зәкиҙең] тел төбөн аңламаны. И. Абдуллин. Шепшә кешенең йәнен көйҙөрә, шырмый күңелде күтәрә. Улар тел төбө менән бер хикмәт сығарып һөйләй. Ә. Вахитов. Тел төбөн аңлау һүҙҙең ысын асылына, кинәйәле мәғәнәһенә төшөнөү. □ Понять намёк. Я Әмир ҡыҙҙың тел төбөнән үк аңланы. X. Ғиләжев. Гөлбаныу Ихсанбайҙың тел төбөн аңлама-мышҡа һалышты: «Миңә бит ни .. мунсаға йылға һыуы кәрәк». Т. Ғарипова. Тел тыйыу һөйләшмәҫкә, һүҙ әйтмәҫкә тырышыу. □ Прикусить язык. Я Туғыҙаҡ һаман телен тыйманы. Т. Килмөхәмәтов. • Оҫта барҙа ҡулың тый, сәсән барҙа телең тый. Мәҡәл. Телеңде тыйһаң, тыныс булырһың. Мәҡәл. Тел һатыу ҡар. тел сарлау. Подъезд төбөндәге әбей-һәбей көнө-төнө тел һатып ултыра. Теленде һындырырһың (йәки тел һындыр ыр лыҡ) әйтергә бик ҡатмарлы. □ Язык сломаешь. Я [Мануевич — Фәтиховҡа:] Не-мецса һөйләшә башлаһам, немецтар тәгәрәп көлә. Телеңде һындырырһың. А. Абдуллин. Тел шартлатыу 1) тел ярҙамында шартлау тауышы сығарыу; эйәк тартыу. □ Щёлкать языком; 2) ҡар. тел сарлау. Я Бөтә ауыл шул [төнгө фажиғә] мажара хаҡында әсенеп, ыһылдай-ыһылдай тел шартлата ине. Р. Байбулатов. Тел әйләнмәү насар һүҙҙе әйтергә баҙнат итмәү. □ Язык не поворачивается (что-л. сказать). Ҡаршы әйтергә теле әйләнмәне. Я Ғимайға ҡырҡа яуап биргеһе килде Хәтирәнең, тик теле әйләнмәне. Ф. Иҫәнғолов. Әсәһенең бөгөн кис Мәҙинә хаҡына әйтергә тел әйләнмәҫлек яҙыҡ эш
239