ТЕЛ АЛЫУ
ҡылырға китергә ултырғанын белһә икән ул [Мәҙинә]. Т. Ғарипова. Тел әрәм итеү бушҡа һүҙ ҡушыу. □ Зря говорить, попусту советовать что-л. Тел әрәм итеп тороу. ■ Гестапосыны бер төрлө тарихи дәлилдәр, факттар, миҫалдар менән дә алдырып булмаясағын Фәтихов аңланы, шуға курә телен әрәм итмәҫкә булды. И. Абдуллин. Тел яғыу ҡар. тел тейҙереү. Тел яҙыу ауыҙҙан һүҙ сығарыу. □ Говорить, сказать. Тел яҙырға өйрә-неу. ■ Хәмиткә ата-әсәһе: «һеңлеңде ҡайҙа ҡалдырҙың?» — тип ҡараһа ла, Хәмит тел яҙманы. И. Ниғмәтуллин. Тел ярҙамы кемделер яҡлау йәки кәңәш биреү йәһәтенән әйтелгән һүҙ. □ Поддержка. Ауыр саҡта тел ярҙамы курһәтеу. Тел ярҙамында файҙалы кәңәш биреу. Туҡмаҡ тел<ле> теле тупаҫ, йүнле һөйләшә белмәгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Грубиян. Туҡмаҡ телле һатыусы. Туҡмаҡ телле кеше. Уртаҡ тел табыу һөйләшеп килешеү, бер фекергә килеү. □ Находить общий язык. Оҙаҡ кәңәшләшкәс, уртаҡ тел таптылар. Куршеләр уртаҡ тел тапты. ■ [Ниғмәтулла] старателдәр менән дә уртаҡ телде еңел таба, эш рәтен дә белә. Я. Хамматов. Әптеләхәт тә, Камалетдинов та уға [Мәҙинәгә] тиҙ генә эҫенде. Ике етем уртаҡ телде тиҙ таптылар. Т. Ғарипова. Әсе тел<ле> үҙәккә үтерлек, уҫал итеп әйтә торған, зәһәр телле. □ Языкастый, злоязычный. Әсе телле булып уҫалланған. ■ Бигерәк тә Хәмзәнең апаһы әсе телле ине. С. Агиш. Әрем тел ҡар. әсе тел. ■ Алла һаҡлаһын анау әрем тел Фәйзулла ише берәйһе кәрәкмәгән һорау биреп торһа, эш харап. Ә. Әминев.
ТЕЛ АЛЫУ и. миф. ҡар. тел асыу. ■ Бала һаҡау һөйләшһә, бапаҡтан тел алыу йолаһы уткәргәндәр. «Башҡорт мифологияһынан.
ТЕЛАНТРОП [гр. telos ‘аҙаҡ’ + antropos ‘кеше’] (Р.: телантроп; И.: sort of ancient hominid; T.: soyu tükenmiş hominid türlerinden biri) и. map.
Көньяҡ Африкала табылған боронғо ҡаҙылма кеше. □ Телантроп (древнейший ископаемый человек, останки которого найдены в Южной Африке). Телантроп һөлдәһе. Телантроп ҡәбере.
ТЕЛ АСЫУ (Р.: обряд «отмыкания» языка ребёнка; И.: kind of mythical rite; T.: dil açma töreni) и. миф.
Башҡорттарҙың боронғо ышаныуҙарына нигеҙләнеп тыуған йола исеме. □ Обряд «отмыкания» языка ребёнка. ■ Бала оҙаҡ һөйләшмәһә, тел асыу йолаһы уткәргәндәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТЕЛ-АУЫҘ и. диал. йыйн.
1. ҡар. тауыш-тын. Тел-ауыҙ ишетелмәй. Тел-ауыҙ сығармау.
2. Төрлө һүҙ, ғәйбәт; ләстит. □ Сплетни, пересуды, толки. ■ Игеҙәктәр, кеше тел-ауыҙына кергеләгәнсе, донъянан киткәне хәйерле инде, әлбиттә. Т Ғарипова.
ТЕЛБЕШМӘ (Р: ящур; И.: foot-and-mouth disease; Т: aft humması) и. вет.
Ҡуштояҡлы малдарҙың һәм сусҡаларҙың үтә йоғошло ауырыуы. □ Ящур. Телбешмә ауырыуының асыҡ уҙенсәлектәре. Телбеш-мәнән һаҡланыу саралары. Телбешмә менән ауырыған малдың морононда шыйыҡсалы ҡыуыҡтар барлыҡҡа килә.
ТЕЛБИҪТӘЛӘНЕҮ (телбиҫтәлән-) (Р: заниматься болтовнёй; И.: blab; T: çene çalmak) ҡ. һөйл.
Күп һөйләү, тел биҫтәһе булыу. □ Заниматься болтовнёй. Телбиҫтәләнеп китте. Телбиҫтәләнә башланы. Телбиҫтәләнергә ярата.
ТЕЛ БИҪТӘҺЕ (Р: болтун; И.: babbler; T: geveze) и.
Юҡ-бар хәбәрҙе күп һөйләүсе. □ Болтун, пустомеля. Тел биҫтәһенә ҡаршы осрама. Тел биҫтәһенең теле телгә йоҡмай. Тел биҫтәһе, йомшаҡ һөйләп, ҡатыға ултырта. * Рәхилә ханым, моғайын, бер тел биҫтәһелер. Ғ. Байбурин. • Тел биҫтәһе теленән табыр. Әйтем.
ТЕЛ БОҒАҘЛАУ и. миф. ҡар. тел асыу. Тел боғаҙлау йолаһы уткәреу. Тел боғаҙлау йолаһында ҡатнашыу.
ТЕЛГЕ и. ҡар. телем. Я [Кинйә менән Кайғол ҡарт] иҫке кейеҙ йәйелгән һикегә ултырышып, мәтрушкә сәйен кипкән һарына телгеләре ашай-ашай эстеләр. Ғ. Ибраһимов.
ТЕЛГЕЛӘНЕҮ (телгелән-) ҡ. төш. ҡар. телгеләү, страд, от телгеләү. Телгеләнеп
240