ТЕЛДӘРЛӘНЕҮ
ТЕЛДӘРЛӘНЕҮ (телдәрлән-) (Р.: становиться словоохотливым; И.: become talkative; T.: konuşkan olmak) ҡ.
Телдәргә әйләнеү, телдәр булыу. □ Становиться словоохотливым, разговорчивым. Телдәрләнеп китеү. Күңеле килгәндә телдәрләнеп ала. ■ [Кәримә:] Бигерәк телдәрләнеп киткәнһең, олатайыңа һөйләргә лә ирек бирмәйһең. Р. Ғабдрахманов. Чехтар килгәндә иркен һулыш ала башлаған бәндәләр, хәҙер телдәрләнә башлағандар. А. Таһиров.
ТЕЛЕ- [гр. < лат. tele ‘йыраҡ’] (Р: теле-; И.: tele-; T.: tele-)
Ҡушма һүҙҙәрҙең «йыраҡтан тәьҫир итеү» мәғәнәһен аңлатҡан беренсе өлөшө. □ Теле-(первая часть сложных слов, терминов различных наук, обозначающая «действующий на дальнее расстояние»).
ТЕЛЕАНТЕННА [рус.] (Р: телеантенна; И.: aerial; T: anten) и. тех.
Электромагнит тулҡындарын тотоу һәм таратыу өсөн хеҙмәт иткән телевизор ҡулайламаһы. □ Телеантенна. Телеантенна конструкцияһы. Телеантенна төҙөлөшө. Телеантенна формаһы.
ТЕЛЕАППАРАТУРА [рус.] (Р: телеаппаратура; И.: television equipment; Т: TV teçhizat) и. тех.
ТВ-тюнер, телевизор, монитор, кронштейн, переходник, пульт, спутник реси-верҙар, сигнал көсәйткестәрҙең дөйөм атамаһы. □ Телеаппаратура. Телеаппаратура магазины. Телеаппаратура бүлеге консультанты.
ТЕЛЕАТЕЛЬЕ [рус.] (Р: телеателье; И.: atelier for TV; T: televizyon bakım onarım evi) и. тех.
Телевизорҙар йүнәтеү, ремонтлау ательеһы. □ Телеателье. Телеателье мастеры. Те-леательеның эшләү режимы. Телевизорҙы телеательеға ремонтҡа алып барыу.
ТЕЛЕБАШНЯ [рус.] (Р.: телебашня; И.: television tower; T: televizyon kulesi) и.
Башына телевидение, радио, телеграф антенналары ҡуйылған бик бейек металл ҡоролма. □ Телебашня. Телебашня ҡуйҙырыу. Телебашня төҙөтөү. М Тәбделвасиҡ
ҡарттың юллауы буйынса, Биләнтауҙың ҡаҡ түбәһенә телебашня суҡайттылар ҙа ҡуйҙылар. Й. Солтанов.
ТЕЛЕВИДЕНИЕ [гр. < лат. tele ‘йыраҡ’ + video ‘ҡарайым’] (Р: телевидение; И.: television; T: televizyon) и.
һүрәттең тауыш менән бергә электр сигналдары ярҙамында радио йәки сымдар аша алыҫҡа бирелеше. □ Телевидение. / Телевизионный. Үҙәк телевидение. Башҡортостан телевидениеһы. Телевидение тапшырыуҙары. Телевидение үҙәге. Н Гилман телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетына барғайны тәүҙә, әммә был эш менән (башня ҡуйыу) республиканың производство-техник идаралығы шөғөлләнә икән. Д. Бүләков.
ТЕЛЕВИЗИОН (Р: телевизионный; И.: television; T: televizyon) с.
1. Телевидение ярҙамында тауыш менән бергә һүрәтте тапшырыу һәм ҡабул итеүгә тәғәйенле. □ Телевизионный. Телевизион антенна. ■ Өфөнән килгән ғалимдар асыҡлауынса, тауҙар телевизион тулҡындарҙы үткәрмәй икән Йөҙшишмәгә. Д. Бүләков.
2. Телевидение ярҙамында башҡарылған.
□ Телевизионный. Телевизион тапшырыуҙар. Телевизион йәнһүрәт. Телевизион программа.
■ Альбина ятып йоҡларға уйлағайны, күҙенә йоҡо ҡунманы, ни уҡығыһы килмәй, ә телевизион тапшырыуҙар бөттө. Н. Мусин.
ТЕЛЕВИЗОР [гр. < лат. tele ‘йыраҡ’ + visio ‘күренеш’] (Р.: телевизор; И.: television; T.: televizyon) и.
Кабель йәки сымһыҙ элемтә каналдары аша тапшырылған һүрәт һәм тауышты ҡабул итеү һәм күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән электрон ҡоролма; телевизион приёмник.
□ Телевизор. / Телевизорный. Төҫлө телевизор. Ҙур телевизор. Телевизорҙы ҡабыҙыу.
■ Хатта бер нисә кеше ауылдан телевизор күрһәткән икенсе яҡҡа бөтөнләйгә күсеп тә киткеләне. Д. Бүләков.
ТЕЛЕВЫШКА [рус.] и. ҡар. телебашня. Телевышка төҙөү. Телевышканың бейеклеге.
ТЕЛЕГЕРОЙ [рус.] (Р: телегерой; И.: television hero; T: televizyon kahramanı) и.
242