ТЕЛЕКАМЕРА
Телетапшырыуҙар геройы. □ Телегерой. Билдәле телегерой. Телегерой менән танышыу. Телегерой булып китеу.
ТЕЛЕГРАММА [гр. tele ‘йыраҡ’ + gramma ‘яҙыу’] (Р.: телеграмма; И.: telegramme; Т.: telgraf) и.
Телеграф аша тапшырылған хәбәр һәм шулай уҡ шундай хәбәр яҙылған бланк. □ Телеграмма. Телеграмма алыу. Ашығыс телеграмма. ■ [Яҡуп:] Беҙгә ҡотлау телеграммаһы бар, уҡып ишеттерергә рөхсәт итегеҙ. Б. Бикбай. Ауыл еренә килһә, хат килә, телеграмма һуғыусы һирәк. Ш. Янбаев. Туңған тәҙрәмде ҡаға-ҡаға, яңғыратып, телеграмма һуҡты буҙ турғай. Р. Бикбаев.
ТЕЛЕГРАФ [гр. tele ‘йыраҡ’ + graphö ‘яҙам’] (Р: телеграф; И.: telegraph; T: telgraf) и.
1. Ашығыс хәбәрҙе алыҫ араға тиҙ еткерә торған радио һәм электр элемтәһе төрө, шулай уҡ шул элемтәне тәьмин итеүсе техник саралар системаһы. □ Телеграф. Телеграф аппараты. Телеграф бәйләнеше. ■ Ел ер өҫтөнән һанһыҙ ҡар бөртөктәрен ҡайнатып, ҡыуып йөрөтә. Бындай көндәрҙә телеграф бағаналары айырыуса ныҡ геуләй. Ш. Янбаев. Телеграф сымдары аша Морзе аппараты икеһуҙҙетуҡылдатты: «СержантЗух... Сержант Зух...» М. Кәрим. Башҡорт дивизияһы оборона тотҡан участкала сағыштырмаса тыныслыҡ булһа ла, телеграф фронттарҙан хәуефле хәбәрҙәр килтереп торҙо. Ә. Ихсан. [Председатель:] Хат та яҙҙыҡ, махсус кеше лә ебәрҙек, телеграф аша ла хәбәр бирҙек. Ғ. Хисамов.
2. Хәбәрҙәрҙе тапшыра һәм ҡабул итә торған элемтә бүлеге һәм шул учреждение урынлашҡан бина. □ Телеграф. Телеграф начальнигы. Телеграф булмәһе. Телеграф хеҙмәткәре. ■ [Ғөбәй — халыҡҡа:] Баш кутәреуселәр иң тәуҙә почтаны, телеграфты, вокзалдарҙы баҫып ала икән. Ә. Хәкимов.
3. Хәбәр ебәрә һәм ҡабул итә торған аппарат. □ Телеграф. / Телеграфный. Телеграф сигналы. ■ Капитан өҫтәлгә беркетелгән телеграф асҡысын туҡылдатып алды. Н. Мусин.
ТЕЛЕГРАФИСТ (телеграфисы) [рус.] (Р.: телеграфист; И.: telegraphist; T: telgrafçı) и.
Телеграфта эшләгән, телеграммалар ҡабул итә һәм ебәрә торған кеше. □ Телеграфист. Телеграфист булып эшләу. Телеграфистар курсы.
ТЕЛЕЖУРНАЛ (Р.: тележурнал; И.: serialized television programme, TV magazine; T: televizyon dergisi) и.
Билдәле ваҡытта периодик рәүештә тапшырылған телетапшырыу. □ Тележурнал. Балалар өсөн «Ералаш» тележурналы. Билдәле тележурнал режиссёры.
ТЕЛЕЖУРНАЛИСТ (те л ежу риал исы) [рус.] (Р: тележурналист; И.: TV journalist; T: televizyon muhabiri) и.
Телевидение өсөн төрлө хәл-ваҡиғалар хаҡында мәғлүмәттәр йыйып, туплап, теле-тапшырыуға әҙерләүсе һәм сығарыусы журналист. □ Тележурналист. Тележурналист профессияһы. ■ Башҡортостандың билдәле тележурналисы Салауат Хәмиҙуллиндың доклады айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «Киске Өфө», № 52, 2011.
ТЕЛЕИНТЕРВЬЮ [рус] (Р: телеин тервью; И.: television interview; И.: televizyon röportajı) и.
Ниндәйҙер темаға диалог йә полилог рәүешендә ҡоролған әңгәмәнең телетапшы-рыуы. □ Телеинтервью. Телеинтервьюла ҡатнашыу. Телеинтервьюны алып барыу. Телеинтервью ҡарау. Телеинтервьюның темаһы.
ТЕЛЕК (Р: имеющий разрез; И.: cut; split; T: yırtmaçlı) c.
Телеп ҡуйылған, йырыҡ. □ Имеющий разрез, с разрезом. / Прорезь, разрез. Телек телле йылан. Телек телле шәлдәр. Я Тамғалары балға, инәуе телек яралы булған, ти. Хикәйәттән.
ТЕЛЕКАМЕРА [гр. tele ‘йыраҡ’ + camera ‘бүлмә’] (Р: телекамера; И.: TV camera; T: TV kamerası) и.
Телевизион тапшырғыс камера (объекттың яҡтылыҡ менән һурәтләнешен электр сигналдарына әуерелдереусе аппарат). □ Телекамера. Телекамера ҡуйыу. Телекамера
243