Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 244 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЛЕКАРД
менән төшөрөу. Телекамераға ҡарау. Телекамера алдында сығыш яһау. Я Таныш тугел кеше ҡулында фотоаппарат һәм телекамера бар. С. Шәрипов.
ТЕЛЕКАРД [рус.] (Р.: телекард; И.: telecard; Т.: telekart) и.
Интернет аша карта ярҙамында иҫәпләшеү системаһы. □ Телекард. Телекард ярҙамында аҡса кусереу. Телекард ярҙамында алыш-биреш итеу.
ТЕЛЕКИНОПРОЕКТОР [рус ] (Р: телекинопроектор; И.: telecine projector; T: telesinema) и.
Телевидение аша кинофильмдар күрһәтеү ҡулайламаһы. □ Телекинопроектор. Телекинопроектор төрҙәре. Төҫлө телекинопроектор.
ТЕЛЕКОНФЕРЕНЦИЯ (Р: телеконференция; И.: teleconference; T: teletop-lanti) и.
Алдан әйтелгән темаға әңгәмәләшеү, аралашыу өсөн Интернет селтәре аша үткәрелгән кәңәшмә (әҙерләп ебәрелгән докладты ҡатнашыусылар уҡып бәхәсләшә ала). □ Телеконференция (общение по заданной теме через Интернет, где будет прочитано сообщение любого участника другим участникам ). Телеконференцияла ҡатнашыу. Телеконференцияға материал ебәреу. Я 2008 йылда лицей Мәғарифҡа ярҙам фонды сиктәрендә видеоконференция бәйләнеше ҡоролмаһы менән йыһазландырыла, һәм хәҙер уҡыусыларҙың донъяның бөтә илдәре менән телеконференция уҙғарыу мөмкинлеге бар. «Киске Өфө», № 24, 2010.
ТЕЛЕКИНЕЗ [гр. tele ‘йыраҡ’ + kinesis ‘хәрәкәт’] (Р: телекинез; И.: telekinesis; Т: telekinezi) и.
Бер ниндәй ҡағылышһыҙ, тик күҙ ҡарашы йә биоэнергия ярҙамында ғына предметтарҙы хәрәкәткә килтереү һәләте. □ Телекинез (передвижение предметов без прикасания к ним, одним лишь напряжением воли и якобы излучаемой биоэнергией; одна из разновидностей парапсихологии). Телекинез феномены. Телекинез тәьҫире. Телекинез һәләте.
ТЕЛЕК ИТӘК (итәге) (Р.: юбка с разрезом; И.: slashed skirt; T: yırtmaçlı etek) и. диал.
Йырыҡ итәк. □ Юбка с разрезом. Телек итәк кейеу.
ТЕЛЕКС [ингл. telex] (Р: телекс; И.: telex; T: teleks) и.
Телеграф аша хәбәрләшеүҙең илдәр араһындағы бәйләнеш селтәре. □ Телекс. Телекс абоненты. Телекс аппараты.
ТЕЛЕМ (Р: кусок, ломтик; И.: slice; morsel; T: dilim) и.
1. Берәй төрлө ашамлыҡтың бысаҡ менән телеп алынған яҫы ҙур өлөшө. □ Кусок, ломтик (продуктов питания). Ҡарбуз телеме. Йоҡа телем. Ҙур телем. Я [Тази] сул-мәктән ҡаймаҡ ҡайырып алып, икмәк телеменә яҡты. Ф. Иҫәнғолов. Һоло ярмаһына ит киҫәктәре һалып бешерелгән бутҡа, ике телем икмәк, бер көрөшкә шәкәрле сәй бирҙеләр. М. Ғиләжев. • Астың хоҙаһы — бер телем икмәк. Әйтем. Белеме ҙурҙың телеме ҙур. Әйтем.
2. диал. Ниҙәндер телеп алынған киҫәк. □ Кусок, полоса, лента (какого-л. материала). Ҡайыш телеме. Кун телеме.
3. кусм. Күңелдең йәки йөрәктең киҫәге, бер өлөшө. □ Часть (души или сердца). Я Зөлхизәһе ҡартатайының йөрәген телемдәргә телгеләй торған шундай йыр уйлап сығарған хәҙер. 3. Биишева.
ТЕЛЕМЕТРИЯ [гр. tele ‘йыраҡ’ + metreo ‘үлсәйем’] (Р: телеметрия; И.: telemetering measurement; T: telemetri) и.
Йыраҡ арауыҡтан күҙәтелгән объекттың хәл-торошон физик дәүмәлдәрҙә үлсәү. □ Телеметрия (измерение на расстоянии физических величин, характеризующих технологический процесс, явление природы, состояние живого организма), дистанционное измерение. Һауа торошо телеметрияһы. Телеметрия мәғлумәттәре буйынса.
ТЕЛЕМЕХАНИК I [рус.] (Р: телемеханик; И.: telecoms engineer; T: telemekanik uzmanı) и.
Телемеханика өлкәһендәге белгес. □ Телемеханик. Телемеханиктар булеге. Телеме-
244