ТЕЛЕПАТИЯ
ханикка уҡып сығыу. Телемеханик булып эш башлау.
ТЕЛЕМЕХАНИК II (Р.: телемеханический; И.: remote control; T.: telemeka-nik) c.
Телемеханикаға мөнәсәбәтле. □ Телемеханический. Телемеханик ҡорал. Телемеханик контроль. Телемеханик тикшереү.
ТЕЛЕМЕХАНИКА [гр. tele ‘йыраҡ’ + mechanike ‘ҡорамал’] (Р.: телемеханика; И.: telemechanics; T.: telemekanik) и.
1. Элемтә саралары ярҙамында эш барышын алыҫтан башҡарыу йә уның менән идара итеү. □ Телемеханика (управление механизмами на расстоянии посредством различных линий связи (радиотехнических, гидроакустических, световых и др.). Производствола телемеханика ҡулланыу. Телемеханика эше. Телемеханика факультетына уҡырға инеү.
2. Фән һәм техниканың шул идараны өйрәнгән бүлеге. □ Телемеханика. Яҡтылыҡ телемеханикаһы. Электр телемеханикаһы. Радио телемеханикаһы. ■ [Харис — Рәйсә-гә:] Телемеханиканы белеү өсөн физиканы белергә кәрәк. Н. Асанбаев.
ТЕЛЕМЛЕ (Р: нарезанный ломтями; И.: sliced; T.: dilimli) с.
Телем-телем итеп ҡырҡылған. □ Нарезанный ломтями, ломтиками. Телемле бәлеш. ■ Туҫтаҡтарға мөлдөрәтеп ҡойоп биргән эсемлеге лә һис тә әкиәти булмайынса, ә телеңде йоторлоҡ ысын һыйыр һөтө, ҡаҙ ҡанаты-лай дәү телемле икмәк тә ялған түгел ине. Й. Солтанов.
ТЕЛЕМЛӘҮ (телемлә-) (Р: разрезать на ломти; И.: slice; cut into slices; T.: dilimlemek) ҡ.
Телем-телем итеү. □ Разрезать на ломти, ломтики, нарезать ломтями, ломтиками. Лимонды йоҡа ғына итеп телемләү. Ҡауынды телемләү. Ҡарбузды телемләп ҡырҡыу. ■ Рәхимә оҙон ҡаҙыларҙы телемләп ҡырҡҡылай. һ. Дәүләтшина. «Фордзон»дың артына тағылған ике төрәнле һабан ерҙе телемләй башланы. А. Таһиров.
ТЕЛЕНЕҮ (телен-) ҡ. төш. ҡар. телеү. страд, от телеү. Ҡул тиреһе теленеү.
Ҡамылға аяҡ табандары теленеп бөткән. Ҡөлсә йоҡа ғына итеп теленде. ■ Ҡабарып бешкән икмәк ҡалын телемдәргә теленде. А. Таһиров.
ТЕЛЕОБЪЕКТИВ [гр. tTde ‘йыраҡ’ + лат. objections ‘предмет’] (Р: телеобъектив; И.: telescopic lens; T.: teleobjektif) и.
Алыҫтағы нәмәне төшөрә торған фотографик объектив. □ Телеобъектив. Телеобъектив параметрҙары. Телеобъектив ҡуйыу.
ТЕЛЕОЛОГИЯ [гр. teleos ‘маҡсат’ + logos ‘һүҙ, ғилем’] (Р: телеология; И.: teleology; T.: teleoloji) и. фәлс.
Донъялағы барлыҡ хәл-ваҡиғалар ниндәйҙер маҡсатҡа ярашлы барлыҡҡа килә тигән ҡарашты иҫбатлаған фәлсәфәүи тәғлимәт. □ Телеология (философское учение, приписывающее процессам и явлениям природы цели, считающее, что всё в мире осуществляется в соответствии с заранее предопределённой Богом или природой целью). Телеология тәғлимәте. Фәлсәфәнең телеология бүлеге.
ТЕЛЕПАТ [гр. tele ‘йыраҡ’ + pathos ‘тойғо’] (Р: телепат; И.: telepathist; T: telepati kabiliyeti olan kimse) u.
Экстрасенсор һәләткә эйә кеше; экстрасенс. □ Телепат (тот, кто обладает телепатическими способностями). Йәш телепат. Билдәле телепат. ■ Уларҙың [индиго балаларҙың] аң кимәле ҡәҙимге сабыйҙарға ҡарағанда нығыраҡ үҫешкән, үтә һиҙгерҙәр, хатта телепат та булырға мөмкиндәр, тип баралар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2010.
ТЕЛЕПАТИК (Р: телепатический; И.: telepathic; T: telepatik) с.
Телепатияға мөнәсәбәтле. □ Телепатический. Мейеләге телепатик сигналдар. Те-лепатик һәләт. Телепатик гипноз.
ТЕЛЕПАТИЯ [гр. tele ‘йыраҡ’ + pathos ‘тойғо’] (Р: телепатия; И.: telepathy; T: telepati) и.
Кешелә һирәк осрай торған экстрасенсор һәләт (һөйләшмәйсә уй-тойғоларҙы белеү һәм белдереү). □ Телепатия. Телепатия төрҙәре. Телепатия ярҙамында аралашыу. Телепатия һәләтенә эйә булыу.
245