Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 247 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЛЕФЕСТИВАЛЬ
ТЕЛЕТАПШЫРЫУ (Р.: телепередача; И.: telecast; T.: televizyon programı) u.
Телевидение аша күрһәтелгән тапшырыу.
□ Телепередача. Төнгө телетапшырыу. Йәштәр өсөн телетапшырыу әҙерләу. Балалар өсөн телетапшырыу ваҡыты.
ТЕЛЕТЕКСТ (телетексы) [рус.] (Р.: телетекст; И.: teletext; T: teletekst) и.
Ниндәйҙер мәғлүмәт тексын телевизион каналдар аша экранда күрһәтеү системаһы.
□ Телетекст (система передачи текстовой и графической информации на экране по телевизионным каналам). Реклама телетексы. Телетексҡа иғтибар итеу.
ТЕЛЕТРАНСЛЯЦИЯ [гр. ttie йыраҡ’ + лат. translatio ‘тапшырыу’] (Р: телетрансляция; И.: telecasting; T.: televizyon yayını) u.
Ниндәйҙер ваҡиғаның йәки күренештең телевидение аша бирелеше. □ Телетрансляция (передача с помощью средств телевидения какого-л. события, зрелища). Гала-кон-церттың телетрансляцияһы. Филармония залынан телетрансляция башлау. «Динамо» стадионынан алып барылған телетрансляция.
ТЕЛЕҮ (тел-) (Р: разрезать; И.: slice; cut; T.: dilmek) ҡ.
1. Йоҡа яҫы итеп ҡырҡыу; киҫеү. □ Резать. Ҡыяр телеу. Бәлеш телеу. Сыр телеу. Помидор телеу. Ҡарбуз телеу. ■ [Гөлйөҙөм ] ашъяулыҡ уратып Айбулаттың юлдан ҡайтҡан икмәген телеп һалды. Һ. Дәүләтшина. • Яҡшы ҡыҙ иртә торһа, толом урер, насар ҡыҙ торор-тормаҫ телем телер. Мәҡәл.
2. Оҙон йоҡа итеп буйға ҡырҡыу; ярыу.
□ Разрезать; щепать, расщеплять. Ҡайыш телеу. ■ Барый мейес алдында сыра телеп аҙаплана ине. Р. Ғабдрахманов. Икмәктәй итеп тупраҡты ҡайырып телә төрән. Р. Назаров.
3. Тәнде ҡыйып яралау. □ Ранить, резать. Ҡырсын табандарҙы телә. Бесән ҡулды телде. Үткер бысаҡ бармаҡ осон телеп алды. ■ Ҡолдар ҡасмаһын тип, табандарын телеп, ҡыл һалғандар. Ф. Хисамитдинова.
4. Ниҙецдер өҫтөндә һыҙат-һыҙат рәүешендә буй эҙ ҡалдырыу, һыҙат булып үтеү,
ятыу. □ Рассечь, располосовать. ■ Ҡукте телеп, йәшен атһа, тертләп китә ҡайын ҡурҡҡандай. Я. Ҡол мой. Уттар яна; телеп төн ҡараһын, куккә урелә усаҡ ялҡыны. Р. Сафин.
5. кусм. Һауала киҫкен яңғырау. □ Резать (ухо, слух, воздух). Телеп утте. Әсе тауыш тынлыҡты телде. ■ Тик ҡайҙалыр аҡрын ғына йыр тауышы телә тац тынын. Р. Ниғмәти. Гудок һауа телде. Ғ. Сәләм.
6. кусм. Күңел ғазабы килтереү, рухи ғазап сиктереү, бик ныҡ әрнетеү, әсендереү. □ Раздирать душу, причинять боль, страдания. Йөрәкте телеу. Куңелде телеу. ■ Үкһеҙҙәрҙең укенесе телә бәғерҙе. Р. Бикбаев. Атаһының оҙаҡлауы Мәҙинәнең бәғерен көндән-көн нығыраҡ, тәрәнерәк телде. Т. Ғарипова.
7. кусм. Нимәгәлер һуғыу, бәрелеү (ел һ.б. хаҡында). □ Хлестать, бить. Әсе көҙгө ел битте аяуһыҙ телә. Ҡар ҡатыш ямғыр битте, яланғас ҡулдарҙы телә. Арттан өргән һалҡын буран арҡаны телә.
ТЕЛЕҮҘӘК (телеүҙәге) (Р: телецентр; И.: television broadcasting station; T.: televizyon merkezi) u.
Телетапшырыуҙар, телефильмдар һ. б. төшөрөп күрһәтеүгә ярашлы комплекслы итеп төҙөлгән телевизион станция. □ Телецентр (станция, комплекс сооружений и устройств, при помощи которых создаются телевизионные программы и осуществляется их вещание). Телеуҙәк адресы. «Останкино» телеуҙәге. Телеуҙәк бинаһы. Телеуҙәктә оператор булып эшләу.
ТЕЛЕҮЛЕ (Р: разрезанный; И.: sliced; slit; T: dilinmiş) с.
Телеп ҡуйылған. □ Разрезанный. Телеуле икмәк. Телеуле колбаса. Телеуле ҡарбуздың һаҡланыу срогы.
ТЕЛЕФЕСТИВАЛЬ [гр. tele ‘йыраҡ’ + лат. festwus ‘байрам’] (Р: телефестиваль; И.: telefestival; T: televizyon festivali) и.
Телевидение аша тапшырылған фестиваль. □ Телефестиваль. Телефестиваль ҡарау. Телефестивалдең алып барыусылары. Телефестивалдә ҡатнашыу. «Славян баҙары» телефестивале булып уҙҙы.
247