ТЕЛЕФИЛЬМ
ТЕЛЕФИЛЬМ [гр. 1ё1е ‘йыраҡ’ + ингл. film ‘плёнка’] (Р.: телефильм; И.: television film, telefilm; T.: televizyon filmi) u.
Телевидение аша күрһәтеү өсөн һәм уның мөмкинлектәрен иҫәпкә алып төшөрөлгән фильм. □ Телефильм. Куп сериялы телефильм. Документаль телефильм. Махсус конкурс өсөн төшөрөлгән телефильм.
ТЕЛЕФОН [гр. tele ‘йыраҡ’ + phone ‘өн’] (Р.: телефон; И.: telephone; T: telefon) и.
1. Телмәрҙе алыҫ араға сым йәки радио-тулҡындар аша электр сигналдары ярҙамында тапшырыуҙы тәьмин итә торған элемтә төрө, шулай уҡ шундай тапшырыу өсөн булған техник яйланмалар системаһы. □ Телефон. / Телефонный. Ҡала-ара телефон. Телефонға саҡырыу. Телефондан һөйлә-шеу. Эш телефоны.
2. Шул элемтә төрө ярҙамында һөйләшеү өсөн сигналлы шылтыраҡ һәм трубка менән тәьмин ителгән аппарат. □ Телефон. Телефон трубкаһы. Телефон номеры. К Сергей ишекте асҡан мәлдә, кабинетта телефон шылтыраны. К. Абдуллин. Былай бик ирмәк нәмә ул телефон. Д. Бүләков.
3. Микротулҡындар ярҙамында һөйләшә торған сымһыҙ аппарат. □ Телефон. / Телефонный. Кеҫә телефоны. Мобиль телефон. Телефон симкаһы.
♦ Боҙоҡ телефон 1) уйын исеме (теҙелеп ултыралар; алып барыусы береһенең ҡолағына бер һуҙ әйтә, ул эргәһендәге кешегә тапшыра; шул һуҙ иң аҙаҡҡы кешегә барып еткәс, алып барыусы унан теге һуҙҙе һорай; дөрөҫ әйтмәһә, һуҙҙе боҙған кешене табып, бер нәмәһен ала; һуңынан төрлө һәнәр курһәтеп, нәмәләрен кире алалар). □ Испорченный телефон (название игры). Боҙоҡ телефон уйнау. Боҙоҡ телефон өйрәндек; 2) телдән телгә күсеп, мәғәнәһе үҙгәреп ҡабартылып һөйләнгән хәбәр. □ Испорченный телефон. И Өфөләрҙең баш тренеры был мәғлумәттең боҙоҡ телефондан булыуына ишара яһаны. «Шоңҡар», № 2, 2011. Йүкә телефон кешенән кешегә йылдам таралған хәбәр. □ Сарафанное радио. ■ Ауылда йукә телефон тигән нәмә бик шәп
эшләй бит ул. «Юғалған Ғөбәйҙулла ҡайтҡан икән», — тигән хәбәр таралып та өлгөргән. Р. Солтангәрәев.
ТЕЛЕФОН-АВТОМАТ [гр. ttie йыраҡ’ + phone ‘өн’ + лат. automates ‘үҙйөрөш’] (Р: телефон-автомат; И.: automatic telephone; T: telefon kulübesi) и.
Аҡса һалғас, автоматик рәүештә тоташа торған телефон аппараты. □ Телефон-автомат. Телефон-автомат будкаһы. М Әлмира опера һәм балет театры янында телефон-автоматтан шылтыратып, шатланып килеп сыҡты. Р. Байбулатов. Флурә телефон-автоматҡа инде, баш врачтың номерын йыйҙы. Д. Бүләков. Азамат телефон-автомат эҙләргә тотондо. Р. Солтангәрәев.
ТЕЛЕФОНИСТ (телефонисы) [рус.] (Р: телефонист; И.: telephone operator; T: telefoncu) и.
1. Телефон станцияһында эшләгән хеҙмәткәр. □ Телефонист. Телефонист булып эшләу. Телефонист хеҙмәте. ■ Азат посҡа китергә йыйына: ул икенсе аҙна инде телефонист вазифаһын утәй. Ә. Бикчәнтәев.
2. хәрби. Хәрби элемтәсе, телефон линияһы һуҙыу буйынса белгес. □ Телефонист. Телефонист булып хеҙмәт итеу. М Кабель таҡҡан телефон тартмаһын кутәреп, тә-рән ҡарға бата-сума йугергән телефонист куренде. Д. Исламов. Саша уҙен «Ай» тип исемләгән телефонист эргәһенә барып ятты. Ә. Бикчәнтәев. Ялан телефоны борғосон тырылдатҡан телефонистарҙың береһе ҡолағына трубка башын ҡуйып тыңлай ҙа тағы ла йоҡомһорап ултыра. А. Таһиров.
ТЕЛЕФОНЛАШТЫРЫЛЫУ (телефон-лаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. телефонлаштырыу. страд, от телефонлаштырыу. Район телефонлаштырылды. Хәҙер төпкөл ауылдар ҙа телефонлаштырылды.
ТЕЛЕФОНЛАШТЫРЫУ (телефонлаштыр-) (Р: телефонизировать; И.: install the telephone (in); T: telefonlaştırmak) ҡ.
Телефонлы итеү, телефон үткәреү. □ Телефонизировать. // Телефонизация. Ауылдарҙы телефонлаштырыу. Райондарҙы те
248