Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 249 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЛЛЕ
лефонлаштырыу. ■ [Филипп Афанасьевич:] Киләсәктә рудник посёлогын телефонлаштырырға, электр уткәрергә лә кәрәк булыр. Р. Өмөтбаев.
ТЕЛЕФОНОГРАММА [гр. tele ‘йыраҡ’ + phone ‘өн’ + gramma ‘һыҙыҡ’] (Р.: телефонограмма; И.: telephone message; T.: telefon yazısı) и.
Телефондан тапшырылған рәсми хәбәр. □ Телефонограмма. Телефонограмма ҡабул итеу. Телефонограмма ебәреу. ■ Полктарға еткерер өсөн командованиеның телефонограммаһын килтереп бирҙеләр. Д. Юлтый. Сәсеуҙе ҡыҫҡа ваҡытта тамамларға тигән телефонограммалар көн дә килеп тора. Ф. Чанышева. Полковник Смирнов та телефонограмма ҡағыҙын ҡулына алды. А. Мағазов.
ТЕЛЕШЕҮ (телеш-) ҡ. урт. ҡар. телеү. взаимн. от телеү. Сыра телешеу. Икмәк телешеу. Бәлеш телешеу.
ТЕЛЕШОУ [гр. tele ‘йыраҡ’ + ингл. show ‘тамаша’] (Р: телешоу; И.: TV show; Т: TV şov) и.
Билдәле актёрҙар, балет, цирк, эстрада артистары ҡатнашлығындағы телевидение аша күрһәтелгән күңелле тамаша. □ Телешоу (яркое сценическое зрелище с участием выдающихся актёров эстрады, балета, цирка и т.п., транслируемое по телевидению). Телешоу ҙа ҡатнашыу. Телешоуҙыц алып барыусылары. Телешоуҙың идеяһы.
ТЕЛЕЭКРАН [гр. teile ‘йыраҡ’ + фр. есгап ‘ҡалҡан’] (Р: телеэкран; И.: television screen; T: TV ekranı) и.
Телевизор экраны. □ Телеэкран. Телеэкран төрҙәре. Плазмалы телеэкран. Шыйыҡ кристаллы телеэкран. Киң форматлы телеэкран «Full HD» тигән яҙыу менән тамғалана.
ТЕЛЕЯҢЫЛЫҠ (телеяңылығы) (Р.: теленовости; И.: television news; T: televizyon haber) и.
Билдәле ваҡытта телевидение аша тапшырылған көндәлек яңылыҡтар тапшырыуы. □ Теленовости. Телеяцылыҡтар ҡарау. Телеяцылыҡтар аша хәбәрҙар булыу.
ТЕЛ ИҘЕЛМӘҺЕ и. диал. ҡар. телбешмә. Тел иҙелмәһе — мал-тыуарҙа була торған утә йоғошло ауырыу. Тел иҙелмәһе малдарҙың һеләгәйе, тояҡтары һәм башҡа ағзалары аша йоға.
ТЕЛЙЫУҒЫС (Р.: подхалим; И.: lickspittle; T: yaltak) и.
Ярамһаҡланып, кемгәлер ярарға тырышҡан кеше; юха. □ Подхалим. Телйыуғыс килен. Телйыуғыс кеше. ■ Телйыуғыс булғас, ул ен, пәрей кеуек булып, төрлө сифаттарға инә ала имеш, ти. Ғ. Ибраһимов.
ТЕЛ КЕРЕШЕ (Р.: уздечка подъязычная; И.: frenulum linguae; T: dil gemciği) и. анат.
Тел аҫтындағы тиресә. □ Уздечка подъязычная. Баланың тел кереше ғәҙәттәгенән киң булған осраҡта, бала насар һөйләшә йә бөтөнләй теле асылмаҫҡа ла мөмкин.
ТЕЛ КЕРЕШЕН КИҪЕҮ и. миф. ҡар. тел асыу. Тел керешен киҫеу йолаһын атҡарыу.
ТЕЛ КҮҘЕ (Р: сглаз; И.: basilisk-glance, evil eye; T: nazar) и. миф.
Һоҡланып, маҡтап күҙектереү. □ Сглаз. Тел куҙен арбау. Тел куҙенән ҡотолоу. ■ Тел куҙе — иң аламаһы, тел куҙенән хатта әз-мәуерҙәй ирҙәр ятып улә. Экспедиция материалдарынан. Һыйырыма тел куҙе тейҙе. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТЕЛ КУЛЬТУРАҺЫ (Р: культура речи; И.: speech culture; T: konuşma kültürü) и. лингв.
Яҙыу йәки һөйләү телен лексик-грамматик һәм стилистик йәһәттән дөрөҫ, матур итеп төҙөү кимәле. □ Культура речи. Тел культураһы тубән. Тел культураһы аҡһай. Тел культураһы бөтөнләй юҡ. Юғары тел культураһы.
ТЕЛЛЕ (Р: -язычный, на каком-л. языке; И.: speaking (versed in) ... language; T: ... dilli) с.
1. Ниндәйҙер телгә эйә булған. □ -язычный, говорящий на каком-л. языке. Рус телле халыҡ. Ике телле сәйәсәт. Ике телле һуҙлек. Уралдағы аҫаба халыҡ башҡорт телле булыуына географик атамалар ҙа асыҡ миҫал булып тора.
249