ТЕЛЛЕЛЕК
2. Һөйләшә белгән, теле булған. □ Имеющий дар речи, способный говорить. Телле кешегә телһеҙҙәрҙең ым телен аңлауы ауыр. ■ Гобар Әлфиә -Жужаға бармаҡтары менән телле кеше аңламаҫлыҡ хәрәкәттәр яһаны. И. Абдуллин.
3. Үҙенсәлекле һөйләшеү манераһы булған. □ Обладающий какой-л. манерой речи. Йомшаҡ телле. Оҙон телле. Татлы телле. Тупаҫ телле. Әсе телле. Сөсө телле. Зәһәр телле. ■ Эшләй башлағандың тәуге көндәрендә ук шаян һуҙле, уткер телле, йәш, сибәр Рая менән писарҙар ғына тугел, офицерҙар ҙа яҡынлашырға тырышты. И. Абдуллин.
ТЕЛЛЕЛЕК (теллелеге) (Р.: -язычие, владение каким-л. языком; И.: ... lingual ability; T.:... dillilik) и.
1. Ниндәйҙер телгә эйә булғанлыҡ. □ -язычие, владение каким-л. языком. Хәҙерге заман шәхестең куп теллелеген хуп курә. Куп теллелеккә эйә булыу. ■ Кешеләр туған телде һәләкәттән ҡотҡарыуҙа ике теллелектең сихри көсөнә өмөт бәйләне. Ләкин ике теллелек милли телдәрҙе ҡотҡармай. Ә. Бейешев.
2. Ниндәйҙер үҙенсәлекле һөйләү манераһына эйә булғанлыҡ. □ -язычие, обладание какой-л. манерой речи. Зәһәр теллелеге менән билдәле. Таҫма теллелектә тиңе юҡ. Әшәке теллелеге менән таң ҡалдырҙы. Тупаҫ теллелеге өсөн яза алды. Әсе теллелеге арҡаһында бәләгә тарыны. М Куршеләрендә генә торғас, Зәки Йылҡыбай ағайҙың төртмә теллелеген яҡшы белә. Р. Ғабдрахманов. Үткер теллелек яғынан беҙҙең Шәмсебанат әсәй бының [апайым] тиклем һис булдыра алмай. М. Садиҡова.
ТЕЛЛЕЛӘНЕҮ (теллелән-) (Р: разговорить в какой-л. манере; И.: have some utterance; T.: kendine özgü bir şekilde konuşmak) ҡ.
Ниндәйҙер үҙенсәлекле манерала һөйләү. □ Разговорить в какой-л. манере. Таҫма теллеләнергә ярата. Сөсө теллеләнә башланы. Үтә тупаҫ теллеләнде. М Сәуәних тә был юлы төртмә теллеләнергә булды. Р. Ғабдрахманов. [Әҡлимә:] Артур ағайҙы
борсоуға һалдым, их, оҙон теллеләнмәҫкә ине. X. Зарипов.
ТЕЛЛЕ-ТЕШЛЕ (Р: бойкий на язык, языкастый; И.: influential; T.: tesirli) с. диал.
Үткер, батыр һүҙле, һүҙе үтемле. □ Бойкий на язык, языкастый. Телле-тешле һатыусы. Телле-тешле апайым. Телле-тешле ҡатын. ■ Телле-тешле ярлыларҙы Андрей Иванович уҙ өйөнә саҡырып, уҙ теле менән ацлатып та сығарған. Р. Өмөтбаев.
ТЕЛЛУР [лат. tellus ‘ер’] (Р: теллур; И.: tellurium; T.: tellür) и. хим.
Аҡһыл көмөш төҫтәге тиҙ онталыусан кристалл металл (Менделеев таблицаһында Те билдәһе менән 52-се урынды алған химик элемент). □ Теллур (лат. Tellurium). Теллур иондары. Теллурҙың химик һәм физик уҙенсәлектәре.
ТЕЛЛӘ [фарс. ^] (Р: золотая монета; И.: gold coin; T.: altın para) и. иҫк.
Алтын аҡса. □ Золотая монета, золотые деньги, золото. Теллә аҡса. Муҡсайы тулы теллә аҡсалар. В Һәр кемдең бит башы уҙенә ғәзиз, мең-мең теллә бирһә лә, һатылмай. Халыҡ йырынан.
ТЕЛЛӘНЕҮ (теллән-) (Р: разговориться; И.: get into conversation; T: dırdırlanmak) ҡ.
1. Нимәлер тураһында күп һөйләү, һүҙсәнгә әйләнеү. □ Разговориться, заговорить. һалдаттар телләнә башланы. В [Старшина — Кормойға:] Халыҡты элек ҡотортҡаның өсөн бирелгән биш йыл һөргөн аҙ булдымы ни һиңә? Куп телләнһәң, мин тағы ла ебәртә белермен. Б. Бикбай.
2. диал. Һөйләшә башлау; тел асылыу (бәләкәй бала хаҡында). □ Начать говорить. Бер йәшкә саҡлы бала телләнергә тейеш. Малайҙар һуңғараҡ телләнә. Ҡыҙҙар иртә телләнә.
3. Айырым сифаттар менән килеп, кешенең ҡылығын күрһәткән һүҙбәйләнеш яһай. □ Говорить, разговаривать в какой-л. манере. Сөсө телләнеу. Таҫма телләнеу. Баллы телләнеу. В «Ял туҡ булһа, сыпсыҡ улмәҫ!» — тип, [килгәндәрҙең] куңеленә йылы өрөргә тырышып, йомшаҡ телләнеп оҙата торҙо Аллаяр. Ф. Иҫәнғолов. Халиҡов
250