Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 251 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЛСЕ
тағы ла әсе телләнә төштө. Ғ. Хисамов. Вәсилә .. төртмә телләнә башланымы, Ғиззәттең өнө тығыла ла ҡуя. Н. Мусин.
ТЕЛЛӘҮ (теллә-) (Р.: сделать язычки (шали и т.п.); И.: make lugs; T.: püskül yapmak) ҡ.
1. Тел ҡуйыу, телле итеү (кейем-һалымға ҡарата). □ Сделать язычки (шали и т.п.). Шәлде телләп бәйләү. Шарфтың ике яҡ осон телләү. Я [Емеш] йөн шәлдәр ҙә, дебет шәлдәр ҙә, телләп тә, сәскәләп тә бәйләне.
3. Биишева.
2. диал. Ризаһыҙлыҡ белдереп битәрләү; әрләү. □ Ругать. Бала-сағаны телләү. Малай-шалайҙы телләү. Телләй башланы. Ҡаты ғына итеп телләп алды.
ТЕЛЛӘШЕҮ (телләш-) (Р: препираться; И.: bandy words; T.: dilleşmek) ҡ.
Ҡаршы һүҙ әйтеү, ҡаршы әйтешеү. □ Препираться, пререкаться. // Препирательство, пререкание. Ололар менән телләшеп маташа. Телләшә башланы. Телләшергә ярата. ■ [Иҙел:] Шайтан ҡыҙыҡай! Йыуаш ҡына күренһә лә, ҡалай телләшә. Ш. Насыров. [Арыҫлан:] Ян керешен тартып күнекмәй тороп, мәргәнлек килмәй. Тел дә телләшеп сарлана. Ғ. Ибраһимов. Мәхмүзә ғәйебен аңлағандыр, ахыры, аҡланып та, телләшеп тә торманы, шунда уҡ өйөнә инеп китте. Д. Исламов.
ТЕЛМЕРҘӘН (Р.: белена; И.: henbane; T.: banotu) и. диал. ҡар. тилебәрән.
Күкшел һарғылт сәскәле, ваҡ ҡына орлоҡло, тилертә торған еҫле үлән. □ Белена, дурман. / Беленной, дурманный (лат. Hyoscyamus). Телмерҙән орлоғо. Телмерҙән тамыры. Телмерҙән япрағы.
ТЕЛМӘ (Р.: рожа; И.: erysipelas; T.: yılancık hastalığı) и. мед.
Теленеп-теленеп, ҡып-ҡыҙыл булып янып, йәйелеп киткән йоғошло шешек. □ Рожа. Йомшаҡ телмә. Ҡаты телмә. Яман телмә. Телмә имләү. ■ Телмә булһа, өс шаршамбы таң һыуы алып, шуның менән ҡойондоралар. «Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ТЕЛМӘР (Р: речь; И.: speech; T.: konuşma) и.
1. Халыҡ алдына сығып һөйләгән һүҙ; сығыш. □ Речь. / Речевой. Ялҡынлы телмәр. Ҡыҫҡа телмәр. Ҡотлау телмәре. Телмәр тотоу. Телмәр һөйләү. М Фәйзуллин Сыртлановтың был оҙон телмәрен йылмайып тыңланы. С. Агиш. Самат, ниндәйҙер тантаналы оҙон телмәр һөйләргә йыйынған төҫлө, тамағын ҡырып алды. Р. Байбулатов. Ағаһының телмәрен ауыҙ асып тыңлаған һеләүһен күкрәк тәңгәлендәге көмөш тәңкәһен һыпырып ҡуйҙы. Ф. Аҡбулатова.
2. Уй-фекерҙе дөрөҫ итеп һөйләү оҫталығы. □ Речь. Телмәр үҫтереү. Балаларҙың башҡортса телмәрен үҫтереү. Уҡыусыларҙың русса телмәрен үҫтереү. Телмәре бай. ■ Уҡылған китаптарҙы уҡыусыларҙан һөйләтеү ҙә телмәрҙе үҫтереү һәм балаларҙың аңын киңәйтеү өсөн билдәле әһәмиәткә эйә. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 3, 2001. [Сәлим] һүҙҙәрҙән һөйләм төҙөү, һөйләмдәр менән телмәр ойоштороуҙа ла ул тиклем ауырлыҡ күрмәй. С. Поварисов.
ТЕЛОГРЕЙКА [рус.] (Р.: телогрейка; И.: quilted jacket; T.: pamuklu ceket) и. ҡар. һырма.
Һырып тегелгән ҡыҫҡа өҫ кейеме. □ Телогрейка. Телогрейка кейеп алыу. Телогрейкаһын киптерергә элде. Телогрейкаһы һыуланған. ■ Иртәнсәк ире эшкә кейенә башлағас, Шәүрә лә иҫкерәк күлдәген һәм телогрейкаһын кейҙе. Ә. Вәли. Егет үҙенең эргәһендә ултырған Йәзиләгә телогрейка япты, уны үҙенә яҡыныраҡ тартты. Р. Низамов.
ТЕЛ ОСОНОУ (тел осон-) (Р: обметать (язык)', И.: be cracked (of one’s tongue); T.: uçuklamak) ҡ.
Телдең осо сабыртып сығыу. □ Обметать (язык). // Обметание (языка). Тел осо-ноуын имләү. Тел осоноу — ул ниндәй ҙә булһа ауырыуҙың билдәһе. ■ Тел осонһа, ғәрләндереп имләйҙәр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ТЕЛ ОСОУ (тел осо-) ҡ. ҡар. тел осоноу. Тел осоп тора. Тел осоп сыҡҡан.
ТЕЛСЕ (Р: языковед; И.: linguist; T: dil bilimci) и.
Тел өйрәнеү әлкәһендә эшләгән белгес; лингвист. □ Языковед. Телселәр кәңәшмәһе.
251