Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 252 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЛСӘ
Билдәле телсе. Телсе сығышы. Телсе-ғалим. Телсе-уҡытыусы. ■ Сара сиктәрендә билдәле башҡорт телсеһе һәм педагогы 3. Ша-кировтың тыуыуына 130 йыл тулыуға ҡарата симпозиум да уҙғарыла. «Йәшлек», 11 октябрь 2011. Был [«Урал батыр»] бөйөк ҡомартҡыбыҙҙа телсе йә тарихсы ғына тугел, географ та, математик та уҙенә ҡағылышлы материал таба ала. Г. Яҡупова.
ТЕЛСӘ (Р.: сифилис; И.: syphilis; T.: sifilis) и. мед.
Йоғошло венерик ауырыу; силсә. □ Сифилис. Телсә сире. Телсә йоҡторған. Телсәнән дауаланыу.
ТЕЛСӘН (Р.: словоохотливый; И.: talkative; T.: konuşkan) с.
Телгә, һүҙгә шәп; телдәр, һүҙсән. □ Словоохотливый, разговорчивый. ■ Ул [Стариков] шаҡтай телсән әҙәм булғанлыҡтан, кеше менән тиҙ таныша, аралаша ине. Ғ. Ғүмәр. Телсән Дариға һаман тәтелдәуендә булды. Б. Бикбай. Йәмилдең иғтибарын баяғы телсән егет йәлеп итте. Р. Байбулатов.
ТЕЛСӘНЛӘНЕҮ (телсәнлән-) (Р: становиться словоохотливым; И.: become talkative; T: konuşkan olmak) ҡ.
Телсәнгә әйләнеү, телсән булыу. □ Становиться словоохотливым, разговорчивым, бойким на язык. Телсәнләнеп китте. Телсәнләнергә ярата. Тора-бара утә телсәнләнде. Ш Ә беҙ [ятаҡ егеттәре] ағайыбыҙҙың шулай телсәнләнеп, асыҡ йөҙлө булып китеуенә аптырап ҡарап тик торабыҙ. Б. Бикбай. Телсәнләнеп, ҡысҡырып, даусы булма, киленсәк. Туй йырынан.
ТЕЛ СЭР с. ҡар. телдәр. Я Телсәр Ғәлимә куҙен асалаҡ-йомалаҡ итеп Хашимға тексәйҙе. Т. Ғарипова. Телсәр булыуы менән дан тотҡан Груня апай хәҙер бөтөнләй уҙгәрҙе, өндәшмәҫ булды. Й. Мостафин.
ТЕЛ-ТЕШ (Р: сплетни; И.: tittle-tattle; T: dedikodu) и. йыйн.
Төрлө һүҙ, ғәйбәт; ләстит. □ Сплетни, пересуды, толки. Тел-теш ишетелеу. Тел-теш сығыу. Тел-теш тынмай. Ш Көтөр, Үҫәргән ырыуын ташлап, Ҡатай ырыуына кусә. Көтөр бында тел-тешкә эләкмәй, боронғо
данын юймай. Хикәйәттән. Бибеш, ихатаның Үле Эйеккә барып тоташҡан еренә, «йортто тел-теш тейеуҙән һаҡлау өсөн» ҡороған ат башы һөйәге эленгән ҡаҙыҡ тәңгәленә еткәс, артабан ни эшләргә белмәй туҡтап ҡалды.
з. Биишева.
ТЕЛ-ТЕШ БАҪЫУ (тел-теш баҫ-) (Р: заболеть от наговоров и пересудов; И.: fall Ш due to gossip; T: dedikodulardan hastalanmak) ҡ. миф.
Ышаныу буйынса, кеше һүҙенең зәхмәте тейеү. □ Заболеть от наговоров, пересудов и сплетен. М [Имсе:] Һиңә ен ҡағылған, һине курә алмайҙар икән. Тел-теш баҫҡан, яҫтығыңа сихыр кергән. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2005.
ТЕЛ-ТЕШ ИМЛӘҮ (Р: магический способ избавления от болезней, возникших от наговоров, пересудов и сплетен; И.: magical way of getting rid of gossip; T: bir tür büyü)
и. миф.
Кеше һүҙенең зәхмәте тейеүҙән йә тел-теш баҫыуҙан ҡотолдороу ысулы. □ Магический способ избавления от болезней, возникших от наговоров, пересудов и сплетен, доел. Заговаривание от языка и зуба. Тел-теш имлэу уткәреу. Тел-теш имлэу төрҙәре.
ТЕЛ-ТЕШ КИҪЕҮ и. миф. ҡар. тел-теш имләү. ■ Берәуҙеңмалы улә ине. Тел-теш ки-ҫеу уткәргәс, малы уңып китте. «Башҡорт мифологияһы » нан.
ТЕЛ-ТЕШ ҠАЙТАРЫУ и. миф. ҡар. тел-теш имләү. Я Тел-теш ҡайтарыу ут-кәргәндә, тел-теште, ҡарғышты эйәһенә ҡайтарып имләйҙәр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ТЕЛ-ТЕШ ҠЫРҠЫУ и. миф. ҡар. тел-теш имләү. ■ Тел-теш ҡырҡыуҙы башҡарып ҡына тел-тештән ҡотолоп була. Экспедиция материалдарынан.
ТЕЛ-ТЕШЛЕ (Р: бойкий на язык; И.: sassy; T.: dilli düdük) с.
Үткер, батыр һүҙле. □ Бойкий на язык. Тел-тешле булыу. Тел-тешле ир. Тел-тешле бала. Тел-тешле ҡыҙ. Я [Ныязғол:] Айбулат кеуек тел-тешлеләре һуғышҡа ҡыуылһа, ҡалғандары уның ҡалай итһәң дә кунерҙәр. Һ. Дәүләтшина.
252