Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 253 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЛӘГӘН БЕР
ТЕЛ-ТЕШ СИРЕ (Р.: болезнь от наговоров, пересудов и сплетен; И.: sickness due to gossips; T.: dedikodulardan dolayı oluşan hastalık) и. миф.
Ҡарғыш, ғәйбәттәрҙән килгән ауырыу. □ Болезнь от наговоров, пересудов и сплетен. ■ Төрлө ғәйбәт һөйләһәләр, ҡарғаһалар, кеше иҫнәп ауырый, шуны тел-теш сире, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТЕЛ-ТЕШ ТАШЛАУ и. миф. ҡар. тел-теш имләү. Тел-теш ташлау име. ■ Тел-теш баҫһа, ауырыуҙың үксәһенә тиклем еп улсәп, шуны башына ҡырҡҡылап ташлайҙар. Шул имде тел-теш ташлау, тиҙәр. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
ТЕЛ-ТЕШ ТӨЙӨҮ и. миф. ҡар. тел-теш имләү. Тел-теш төйөу уткәреу. ■ Тел-теш баҫһа, ҡырҡ төйөн төйнәп, ҡайсы менән ҡырҡ тапҡыр киҫкәндәр. Шул имде тел-теш төйөу, тиҙәр. «Башҡорттарҙың им-том китабы »нан.
ТЕЛ-ТЕШҺЕҘ (Р.: безропотный, покорный; И.: obedient; T.: uysal) с.
һүҙгә йыуаш; яуапһыҙ. □ Безропотный, покорный, безответный. Тел-тешһеҙ уҡыусы. Тел-тешһеҙ, утә лә мәуеш кеше. Тел-тешһеҙ бала.
ТЕЛ-ТЕШ ӘПСЕНЕ (Р: заговор от наговоров и сплетен; И.: hex and plot of gossips; T.: bir tür büyü) и. миф.
Тел-теш баҫыуын туҡтатыу өсөн әйтелә торған әпсен. □ Заговор от наговоров и сплетен. Тел-теш әпсене әйтеу. Тел-теш әпсене белгән әбей. ■ Тел-теш баҫһа, тел-теш әпсене әйтер булғандар. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ТЕЛҺЕҘ I (Р: немой; И.: dumb person; T: dilsiz) и.
Һөйләшә белмәгән кеше; ыпыҡ. □ Немой. Телһеҙҙәрҙең ым-ишараһы. Телһеҙҙәр мәктәбе. Телһеҙгә әйләнеу. М Телһеҙҙәр ҙә йырлай уҙенсә, ләкин килеп сыҡмай һинеңсә. Ғ. Хәйри.
ТЕЛҺЕҘ II (Р: немой; И.: dumb; T: dilsiz) с.
1. Тыумыштан йәки ниндәйҙер ауырыу сәбәпле һөйләшә алмаған. □ Немой. Телһеҙ бала. Телһеҙ кеше. М Йөрәгем тере көйө
телһеҙ кәкук, өнһөҙ былбыл булып ҡалмаһын. Р. Бикбаев.
2. кусм. Өнө, тауышы юҡ, һүҙһеҙ. □ Безмолвный. • Илһеҙ ир — телһеҙ ҡол. Әйтем.
ТЕЛҺЕҘ III (Р: безмолвно, бессловесно; И.: speechless(ly); T: dilsiz) p.
1. Аптырауҙан, ҡурҡыуҙан һ.б. һүҙһеҙ ҡалып. □ Безмолвно, бессловесно. Ҡапыл телһеҙ булды. ■ Ул да [Арыҫлан], .. етемһерәп ҡалған һымаҡ булып, ҡәбер янында телһеҙ ҡатып торҙо. 3. Биишева.
2. Һөйләшә белмәйенсә. □ Немой. Телһеҙ булып тыуыу. Телһеҙ булып ҡалыу.
♦ Телһеҙ ҡалыу аптырауҙан йә ҡурҡыуҙан ни әйтергә белмәү, хайран ҡалыу. □ Онеметь, лишиться дара речи. ■ [Багаев — Сергейға:] Һинеңсә, малға иген ашатып, халыҡҡа һалам ашатырғамы? — Сергей быға ни әйтергә белмәй телһеҙ ҡалды. А. Абдуллин. Малайҙарҙың куҙҙәре маңлайҙарына менде, хатта бер аҙға телһеҙ ҡалдылар. Р. Байбулатов.
ТЕЛ ҺЕҘ Л ЕК (телһеҙлеге) (Р: немота, неспособность говорить; И.: dumbness; muteness; T: dilsizlik) и.
һөйләшә алмағанлыҡ; ыпыҡлыҡ. □ Немота, неспособность говорить. Телһеҙлек сәбәптәре. Тыумыштан булған телһеҙлек.
ТЕЛҺЕҘЛӘНЕҮ (телһеҙлән-) (Р: неметь; И.: grow numb; T: dilsiz kalmak) ҡ.
Телһеҙгә (II, 2) әйләнеү, телһеҙ булыу. □ Неметь, терять способность говорить. Телһеҙләнеп ҡалды. Телһеҙләнде лә ҡуйҙы. Телһеҙләнеп тороу. М Атай ҙа, әсәй ҙә телһеҙләнделәр. Ғ. Хәйри.
ТЕЛЬНЯШКА [рус.] (Р: тельняшка; И.: striped vest; T: gemici fanilesi) и.
Матростарҙың эстән кейә торған буйлы бәйләм күлдәге. □ Тельняшка. Яңы тельняшка. Тельняшкала йөрөу. ■ Моряктар бушлаттарын сисеп, тельняшкаларын асып ебәрҙеләр. И. Абдуллин. Керләнеп бөткән тельняшка кейгән матростың кук сәскә төҫлө зәңгәр уйсан куҙҙәрендә бошоноу, ниҙер көтөу сағыла. Ә. Бикчәнтәев.
ТЕЛӘГӘН БЕР (Р: что угодно, какой угодно; И.: anything; T: her türlü) a.
253