Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 254 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЛӘГӘНЛЕК
Һәр төрлө. □ Что угодно, какой угодно. Теләгән бер әйберҙе һатып алырға була. Теләгән бер эшкә урынлаша алаһың. Теләгән бер кеше менән аралашып китә. ■ Уралып ятҡан Уралда теләгән бер януар бар. Ҡобайырҙан.
ТЕЛӘГӘНЛЕК (теләгәнлеге) и. ҡар. теләк 1, 2. ■ Ғәлиәкбәр минең менән ярышырға теләгәнлеген белдерҙе. 3. Биишева. Кенәз Волконский ҡул һелтәне: «Мин башҡорттар тураһында күберәк белергә теләгәнлектән генә...» Я. Хамматов. Теге яуҙың башлығы Алтынсәсте алырға килгәнлеген, яҡшылыҡ менән бирмәһә, һуғышып булһа ла алырға теләгәнлеген әйтеп ебәргән. М. Ғафури.
ТЕЛӘГӘНСӘ (Р.: вдоволь; И.: to one’s heart’s content, enough; T.: dilediği gibi) р.
Ҡәнәғәт булғансы, туйғансы. □ Вдоволь, вволю; сколько угодно. Теләгәнсә йоҡлау. Теләгәнсә илау. Теләгәнсә ашау. Йәнең теләгәнсә. Үҙең теләгәнсә. ■ Итле аш, майлы бутҡа, гуляш, котлет, теләгәнсә аҡ һәм ҡара икмәк, сәй йә компот. Ә. Әминев. [Бабай] һыу үҙ ҡулында булғас, теләгәнсә эсеп тик ята. Әкиәттән.
ТЕЛӘК (теләге) (Р.: желание; И.: wish; T.: dilek) и.
1. Нимәлер булдырырға, эшләргә тигән күңел ынтылышы. □ Желание. Ятлау теләге. Йәшәү теләге. ■ Ниһайәт, ишетте Илаһи, иреште теләгенә Гөлбаныу, моратына етте! Т. Ғарипова. Уның [Әбйәлилдең], менеп йөрөргә яҡшы атың булһын ине, тигән теләге булған икән. Әкиәттән. • Теләк — эштең яртыһы. Әйтем. Теләге булған — булдырған. Әйтем.
2. Кешенең ихтыяры, ирке. □ Воля, желание. Теләк белдереү. Үҙ теләгең менән эш итеү. Кеше теләге. Әсәйемдең теләгенә ҡаршы килә алманым. ■ [Өйрәнсектең] хәле ысынлап та бик мөшкөлдөр. Юҡһа, үҙ теләге менән бындай эшкә барыр инеме? 3. Биишева. Теләк, ынтылыштар, мәшәҡәттәр яныр бер саҡ ваҡыт усағында. Г. Әхмәтҡужина.
3. Нимәнеңдер булыуын, эшләнеүен күңелгә ярашлы, кәрәк һанап әйткән һүҙ. □ Желание, пожелание. Теләк теләү. Яҡшы
теләк. Изге теләк. ■ Айбулат менән Зөфәр Григорий Ивановичтан кәңәш менән яҡшы теләк алып кит[те]. Һ. Дәүләтшина. Теләктәрең барҙыр — телә һин; һәм уларҙың изгеләрен телә. Ә. Атнабаев. Теләккәйҙәр теләп ҡалды әсәй, әрмеләрҙән иҫән ҡайтһын, тип. Халыҡ йырынан. Әлли-бәлли көйләрмен, әкиәттәр һөйләрмен, һиңә теләк теләрмен — бәхетле бул, тиәрмен. «Бишек йыры»нан.
4. этн. Хоҙайҙан, юғары көстәрҙән ниҙер үтенеү, һорау йолаһы исеме. □ Языческий обычай пожелания (вызывание дождя, хорошей погоды, урожая, плодородия и т.п.). Уңыш теләү теләге. Ырыҫ теләү теләге. Түл теләү теләге. Мал-тыуар, йорт-ҡура имен булыуын һорап теләк теләү йолаһы. ■ Элек ямғыр булмаһа, ямғыр теләгенә сыҡҡандар. Экспедиция материалдарынан. Кешеләр, теләк теләнеп бөткәс, күккә оҙаҡ ҡарап торалар. С. Поварисов.
5. миф. Илаһи көскә ышанып һораған үтенес. □ Просьба, мольба, обращенная к высшим силам. Тәнрегә теләк әйтеү. Теләк әйтеү. Теләк уҡыу.
ТЕЛӘК ИТЕҮ (теләк ит-) (Р: изъявить желание; И.: express a wish; T.: dilemek) ҡ.
Теләк белдереү. □ Изъявить желание. Теләк итә белеү, һәр көнгә теләк итеү. Һәр кем теләк итә алмай. Теләк итеү күренеше.
ТЕЛӘК ЙЫРЫ (Р.: песня-благожелание; И.: well-wish song; T.: iyi dilekleri içeren şarkı) и. этн.
Көйләп, йырлап әйтелгән теләк. □ Песня-благожелание. Теләк йырын башлау. Теләк йырының мәғәнәһе. Теләк йырының асыҡ миҫалы — «Киленсәк» йыры. ■ Теләк йырын күберәк ҡатын-ҡыҙ башҡарған. Экспедиция материалдарынан.
ТЕЛӘККӘ СЫҒЫУ (Р: обряд вызывания дождя или солнца; просьба, мольба, сопровождаемая жертвоприношением; И.: rite of rain (sun) calling sacrifice; T.: dilek dileme ritüeli) и. этн.
Ҡорбан салып, ямғыр, ҡояш теләү йолаһы. □ Обряд вызывания дождя или солнца, сопровождаемый жертвоприношением. ■ Теләккә сығыуҙа бала-саға һәм әбей-һәбей
254