Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 255 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЛӘКӘ
ҡатнаша торғайны. Экспедиция материалдарынан. Ямғыр яумаһа, теләккә сығыу йолаһы бар ине. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТЕЛӘК-ӨМӨТ (Р.: желания; И.: wish; Т.: dilekler) и. йыйн.
Өмөтләнеп теләгән һәм тормошҡа ашырына ышанған хыял. □ Желания. Теләк-омөттәр ҡабул булһын. Теләк-өмөттәр уртаҡ булһын. Һәр кешене лә яҡты теләк-өмөттәре ҡанатландыра. ■ [Бондаренко:] Торсонбаев менән аңлаша торғайнылар, инде уйлап ҡараһа, дуҫын бик аҙ белгән икән, теләк-өмөттәренә, йөрәк серҙәренә төшөнөп етмәгән. А. Мағазов. [Бәҙерғол:] Балалай алдатылып, теләк-өмөттәр селпәрәмә килтерелде. Ғ. Хөсәйенов.
ТЕЛӘКСЕ (Р: человек, желающий добра; И.: kind of soothsayer; T.: dilek belirten kimse) и.
1. иҫк. Ауылдан ауылға йөрөп, изге теләктәр әйтеп, доғалар ҡылып йөрөүсе кеше. □ Человек, желающий добра (обычно о странствующих суфиях-дервишах). ■ Бер саҡ хан йортона уткенсе бер теләксе килә. «Таһир менән Зөһрә».
2. этн. Туйҙа һәм башҡа урында теләк әйтеүсе. □ Поздравляющий, поздравитель, тостующий. Теләксенең һуҙе. Өлкән теләксе. ■ [Суфия:] Теләкселәр, килегеҙ әле! Хәйер бирәйем уҙегеҙгә. [Гөлйөҙөм:] Рәхмәт, Байбикә, теләкселәр шиғырҙы хәйер өсөн әйтмәй. К. Мәргән.
ТЕЛӘКТАУ (Р: название горы, где обычно проводится обряд вызывания дождя; И.: name of a ritual mountain; T.: Dilek dağı) u.
Теләккә сығыу йолаһы башҡарылған тау йә ҡалҡыулыҡ исеме. □ Название горы, где обычно проводится обряд вызывания дождя. ■ Тауға менеп, ҡорбан салып, теләк теләй инек. Шул тауҙы Теләктау тиҙәр ине. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТЕЛӘК-ТӘҠДИМ и. йыйн. ҡар. теләк 3. Теләк-тәҡдим белдереу. Халыҡтың теләк-тәҡдимен еткереу. ■ Алтын-көмөшкә ҡоролған был тормошта ҡала советы депутатының изге теләк-тәҡдимдәре, фәлсәфәуи рәуештә инҡар ителмәһәләр ҙә, тормошсан нигеҙләнеу тапмайҙар. Р. Вәлиев.
ТЕЛӘКТӘШ (Р: соратник; И.: companion; T.: arkadaş, meslektaş) и.
Бер уй, теләктәге кешеләр. □ Соратник, сподвижник. Теләктәштәр төркөмө. Ышаныслы теләктәш. ■ Батыр Йәнтилин, уҙенә теләктәш барлығын һиҙеп, ятҡан урынынан һикереп тора. И. Ғиззәтуллин. Иптәштәре араһында уҙенә теләктәш кешене тапмаған Шәриф кәпрәйҙе. Я. Хамматов. Бәҙерғол, уҙ сиратында, уҙенә бутән теләктәштәр ҙә тапты. Ғ. Хөсәйенов.
ТЕЛӘКТӘШЛЕК (теләктәшлеге) (Р: солидарность; И.: solidarity; T: dayanışma) и.
Уй, теләк берлеге. □ Солидарность. Теләктәшлек курһәтеу. Теләктәшлек белдереу. Теләктәшлек итеу. М Сәғиҙә унан [Рәшиҙәнән] ниндәй ҙә булһа яҡлау һәм теләктәшлек көтә ине. М. Тажи. Зилара, йәне уртәлеп, берәй төртмә һуҙ әйтергә ниәтләгәйне лә, һалдаттың ҡояштан-елдән ҡарайған сыбар йөҙөндә теләктәшлек куреп, тыйылып ҡалды. X. Зарипов. Тихон Дмитриевич, уҙ фекеренә теләктәшлек эҙләп, Фәриткә һынаулы ҡарашын һирпелдерҙе. Ш. Янбаев.
ТЕЛӘК-ХЫЯЛ (Р: мечты и желания; И.: wish and hope; T.: dilekler) и. йыйн.
Күңел ынтылышы; уй-хыял. □ Мечты и желания. Тормошҡа ашмаҫтай теләк-хыялдар. Теләк-хыялдар менән йәшәу. ■ Үҫкән һайын аңы асыла, теләк-хыялдары арта кешенең. Ә. Хәкимов, [һандуғастың һеңлеһе:] Бойомға ашмаған теләк-хыялдарым шул килеш ҡала. Т. Ғарипова.
ТЕЛӘК-ЫНТЫЛЫШ и. йыйн. ҡар. теләк-хыял. ■ Әлфиә әхирәтенең көрһөнөуен-дә ниндәйҙер тормошҡа ашмаған хыялмы, бер кемгә лә әйтергә ярамаған теләк-ынтылышмы һиҙҙе. И. Абдуллин. Уларҙа [публицистик яҙмаларҙа] шул осор башҡорт йәмғиәте өсөн мөһим булған социаль-иҡтисади һәм тарихи характерҙағы проблемалар ку-тәрелә, халыҡтың уй-ҡараштары, теләк-ынтылыштары сағылыш таба. Ғ. Ҡунафин.
ТЕЛӘКӘ [фарс. â£1j] (Р: вымогательство; И.: racketeering; T.: gasp) и.
1. Көслөк менән алыу, ҡурҡытып талап алыу. □ Вымогательство, получение обманным путём. Теләкә менән алыу.
255