Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 256 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕЛӘНДЕРЕҮ
2. кусм. Көлкө килтергән эш-хәл, ҡыҙыҡлы күренеш; мәрәкә. □ Забава, потеха. Теләкә куреу. Теләкә табыу. Теләкә һуҙ. М Бәхәс, һуғыштарҙа кәрәк булғанға тугел, бәлки теләкә өсөн генә ҡуптара торған Вася менән әлдән-әле ныҡ ҡына сәкәләшеп алалар. X. Мохтар.
3. кусм. Көлкө килтергес һүҙ, көлкөлө хәбәр. □ Забавное слово, потеха. Теләкәләр тыңлау. Теләкәләр һөйләу. Төрлө теләкәләр уйлап сығарыу.
ТЕЛӘНДЕРЕҮ (теләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. теләнеү, понуд. от теләнеү.
ТЕЛӘНЕҮ (телән-) (Р.: попрошайничать; И.: cadge; T.: dilenmek) ҡ.
1. Кеше нәмәһен һорау; һораныу. □ Попрошайничать. Теләнеп алыу. Теләнергә яратмау. ■ Ҡарттың, ике бала етәкләп, теләнергә килмәуен капитан тәуҙә ук һиҙгәйне. М. Кәрим.
2. Хәйер һорау; һораныу, хәйерселәү. □ Просить милостыню. Теләнеп йәшәу. Теләнеп йөрөу. Теләнеп тороу. ■ Бәҙри, иртән торғас, ҡапсыҡ тотоп, теләнергә сығып китте. М. Ғафури. Көнөнә әллә нисәмә тапҡыр төрлө ҡиәфәттәге хәйерселәр вагон буйлап теләнеп утә. Н. Мусин. Шәрифтең фекере, теләнеп булһа ла, өйҙә ятҡан астарҙы туйҙырыу ине. М. Ғафури. • Ир утә алмаған йылға юҡ, теләнмәгән мулла юҡ. Әйтем.
ТЕЛӘНСЕ I (Р: нищий; И.: beggar; T.: dilenci) и.
1. Хәйер һорап йөрөгән кеше, хәйерсе. □ Нищий, попрошайка. Теләнсе тормошо. Теләнсенең көнө бай тупһаһында утә. Теләнсегә икмәк биреу. ■ Алам-Һоламға төрөнгән, таяҡлы-таяҡһыҙ дәруиштәр, бысраҡ киндер тоҡсай аҫҡан теләнселәр, бурбайҙары ярылып бөткән ялан аяҡ малай-шалай ҡаҙан тирәһендә урала. 3. Ураҡсин. [Һаҡтулла — ырыуҙаштарына:] Бер ваҡытта ла курше-гә яу сапмаҫҡа, уткенсегә, юлаусыға ҡул һуҙмаҫҡа, теләнсене — хәйерҙән, һорағанды кәңәштән айырмаҫҡа! Ғ. Хисамов. • Асты теләнсе ҡыҫтар. Әйтем. Теләнсегә хәйер бирһәң, ямаулыҡ һорай. Әйтем. Теләнсенең бите ҡара, ҡуйыны тулы. Мәҡәл.
2. Йыш ҡына йомошо төшөп, берәй кәрәкле нәмә һорап торорға килеүсе, төрлө нәмә һорап йонсотоусан кеше. □ Попрошайка. Теләнсенең һорағанын биреп сығарыу. ■ [Моргунов уҙ алдына:] Уға теләнсе, йомошҡа йугереусе роле генә тороп ҡала тугелме? Б. Рафиҡов.
ТЕЛӘНСЕ II (Р: крючок, применяемый для продевания нитки в домашнем ткачестве; И.: kind of weaving appliance; T.: çengel) и. туҡ.
Көрөҫкә еп үткәрә торған ырғаҡлы ағас. □ Крючок, применяемый для продевания нитки в домашнем ткачестве. Теләнсе һынып сыҡты. Ағас теләнсе. Һөйәктән эшләнгән теләнсе.
ТЕЛӘНСЕК (теләнсеге) (Р.: попрошайка; И.: beggar; T.: dilenci) и. диал.
Төрлө нәмә һорап йонсотоусан кеше; теләнсе (I, 2). □ Попрошайка. Теләнсектән ҡотолоу. Теләнсектең йомошон йомошлау. Теләнсеккә бер әсмуха сәй биреу.
ТЕЛӘНСЕК ИТЕҮ (теләнсек ит-) ҡ. ҡар. теләнеү 2. Тамаҡ ялғау өсөн теләнсек итә башланы. Ауыр хәлдә ҡалыусылар юл буйында теләнсек итеп тора.
ТЕЛӘНСЕЛӘҮ (теләнселә-) (Р: попрошайничать; И.: scrounge; T: dilenmek) ҡ.
1. Кешенән ныҡып нәмә һорау; һораныу. □ Попрошайничать, клянчить. Теләнселәп йөрөу. Теләнселәргә яратыу. Теләнселәп йәшәу. ■ [Рәмзил — Мәҙинәгә:] Был төпкөлдә магазин юҡ бит, шуға теләнселәйҙәр. Д. Бүләков. Етештереуен юғалтҡан ил иҡтисадын юғалта, хәлһеҙләнә, башын эйеп, теләнселәй башлай. Р. Вәлиев.
2. Хәйер һорау; хәйерселәү. □ Попрошайничать, просить милостыню. Теләнселәп килеу. Теләнселәп көн итеу. Теләнселәп тороу. ■ [Йәш хәйерсе] .. ишек төбөнә сугәләне лә көн буйы теләнселәп алған икмәк һыныҡтарын һыуһыҙ-ниһеҙ мөнйөй башланы. И. Ғиззәтуллин. Ылбарама кейемле хәйерселәр, ғәрип-ғораба гидайҙар, ҡулдарын һуҙып, теләнселәп йөрөй. Ә. Хәкимов.
ТЕЛӘР-ТЕЛӘМӘҪ (Р: нехотя; И.: unwillingly; T: isteksizce) р.
256