ТЕМТЕК
Ит, һөт етештереу темптарын арттырыу өсөн кардиналь эштәр эшләргә, ниндәйҙер әһәмиәтле яңылыҡтар индерергә кәрәк. 11. Ҡотдосов. Бөгөнгө көндә ҡыҙыу темп менән икмәк тапшырыу бара. Р. Өмөтбаев.
2. Хәрәкәт тиҙлеге. □ Темп. Атлау темпы. Йөҙөу темпы. Етеҙ темп. Йугереусенең темпы баштан уҡ тиҙ булырға тейеш. ■ {Нурый] өйгә килеп ингән темпын тағы ла көсәйтеп, тышҡа сығып йугерҙе. С. Агиш. Саңғысылар башта уҡ ҡыҙыу темп алды. Ь. Бикбай. [Ғәзиз:] Ошо темп менән барһаҡ, ике сәғәттән Ҡарбаҫарҙа булабыҙ. Ф. Әсәнов.
3. му з. Музыкаль әҫәрҙе башҡарыу тиҙлеге. □ Темп. Шәп темп. һалмаҡ темп. Танго темпы. ■ [Ҡараһаҡал менән Рая]вальс темпына әйләнә башлайҙар. Р. Солтангәрәев.
ТЕМПЕРАМЕНТ [лат. temperamentum ‘тиңләшеү, ярашыу’] (Р.: темперамент; И.: temperament; T.: mizaç) и.
1. Кешенең тормош активлығы, ҡылығы менән билдәләнгән психик тәбиғәт. □ Темперамент. Ҡыҙыу темперамент. Һалҡын темперамент. Флегматик темперамент. Сангвиник темперамент. ■ [Артыҡбикә:] Әллә ниндәй холоҡ, әллә ниндәй темперамент биргәндәр бит. Р. Сабитова.
2. Айырым профессия кешеһенә хас булған психик үҙенсәлек, эмоциональ көс. □ Темперамент. Йырсы темпераменты. Шиғри темперамент. Темперамент менән һойләу. ■ [Режиссёр] уларҙы [Рәмил менән Сойөмбикәне] ролдәрен һулпән башҡарыуҙа, йәштәргә хас темперамент етмәуҙә, сәхнәлә геройҙарҙың оло мөхәббәтен сағылды-рырлыҡ саралар таба белмәуҙә ғәйепләне. Ф. Әсәнов. Уҡытыусы башынан кисергәндәрен энәһенән ебенә тиклем уҙенә генә хас ҡыҙыу темперамент менән һөйләп биргәс, капитан купмелер ваҡыт ручкаһын өҫтәл өҫтөндә бейетеп ултырҙы. К. Фазлый.
3. Рухи күтәренкелек, эске активлыҡ һәләте. □ Темперамент. Темперамент менән эшләу. Кутәренке темперамент.
ТЕМПЕРАМЕНТЛЫ (Р: темпераментный; И.: temperamental, hot; T.: mizaçlı) с.
1. Билдәле бер темпераментҡа (1) эйә булған. □ Темпераментный. Флегматик
темпераментлы. Ярһыу темпераментлы ир-егет.
2. Ҡыҙыу, ярһыу тәбиғәтле. □ Темпераментный. Темпераментлы актёр. Темпераментлы характер. Темпераментлы уйнау.
ТЕМПЕРАТУРА [лат. temperature ‘тиңләшеү, ярашыу, тәбиғи хәл’] (Р.: температура; И.: temperature; T: sıcaklık) и.
1. Есемдең, матдәнең, һауаның йылылыҡ кимәле. □ Температура. / Температурный. Йылылыҡ температураһы. Тубән температура. Аудиторияла температура кутә-релеп китте. ■ Йәшен атҡан ағас, юғары температураға сыҙамайынса, куҙ асып йомған арала сыра булып, сәрпәкләнеп оса. Ә. Байрамов. Кабинала температура кутә-релә. А. Мағазов. Зиннәтулла һыуҙың температураһын самалау ниәтендә ҡулын тығып ҡараны. М. Садиҡова.
2. Кешенең йәки башҡа йән эйәһенең тән йылыһы. □ Температура. Даими температура. Үҙгәреусән температура. Тән температураһының нормаль курһәткесе 36,6 градус менән билдәләнә. ■ Ғәйшә килде, бешәбеҙгә лә градусник ҡуйып, температураны улсәне. С. Агиш. Ҡиммәтле тун кейеп йөрөусе йәнлектәрҙең ҡойроғонда ҡышҡы селләлә ҡан тамырҙары ҡыҫыла төшә, һәм ҡондоҙҙоң тән температураһы кутәрелә, ә йәйге селләлә, киреһенсә, ҡан әйләнеше көсәйә, һәм тәнгә һалҡынса ағым тарала. Т. Ғәниева.
3. Ауырыу кешенең тән эҫелеге. □ Температура. Малайҙың температураһы бар. Ауырыуҙың температураһын улсәу. Температураны төшөрөргә тырышыу. ■ [Амантаев] иҙән буйлап тегеләй-былай йөрөргә тотондо, әллә температураһы бар, тәне яна һымаҡ. Р. Солтангәрәев. Ул сағында хәҙерге кеуек бер нисә укол яһау менән температураны төшөрә торған антибиотиктар юҡ ине әле. Ф. Әсәнов.
ТЕМТЕК (Р: придирчивый; И.: nagging; captious; T: kusur bulma huyu olan) c. диал.
Кәрәкһеҙгә соҡсоноусан. □ Придирчивый. Темтек кеше. Темтек етәксе. Темтек ҡатын.
9*
259