Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 261 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕНТЕҮ
тие үҙе билдәләгән хаҡ атамаһы. □ Тендер. / Тендерный (цена, предложенная предприятием, при определении которой исходят прежде всего из цены, которую могут назначить конкуренты, а не из уровня собственных издержек или величины спроса на товар). Тендер отоу. Ҡулайлы тендер. Тендерҙың шарты.
3. Тиҙ арала үтәлеү шарты булған контрактҡа ярашлы тауарҙы килтереү тураһындағы рәсми белдереү ҡағыҙы. □ Тендер. / Тендерный (уведомление о намерении осуществить физическую поставку товара в соответствии с условиями срочного (фьючерсного) контракта). Тендер килеу. Тендер алыу.
ТЕННИС [ингл. tennis] (Р: теннис; И.: tennis; T: tenis) и. спорт.
Тупты ракетка менән сетка аша ҡара-ҡаршы һуғып уйнай торған уйын. □ Теннис. / Теннисный. Теннис ракеткаһы. Өҫтәл теннисы. Теннис тубы. Теннис уйнау. Ҙур теннис. ■ [Сит ил инженерҙары] кис етһә, беҙҙең халыҡ менән аралашмай, ишек алдына теҙелгән эскәмйәләргә сығып ултыралар йә булмаһа теннис уйнарға тотоналар. Ә. Бикчәнтәев. [Лаборатория һәм булек эшсәндәре] .. яр буйындағы сиҙәмдә палаткалар ҡороп ебәрҙеләр. Унан ҡайһылары һыуға төшөп китте, ҡайһылары ҡыҙынырға ҡомға ятты, кубеһе волейбол, теннис, бадминтон уйнарға кереште. Н. Ҡотдосов.
ТЕННИСКА [рус.] (Р.: тенниска; И.: T-shirt; T: tişört) и.
Ҡыҫҡа еңле, яғалы футболка. □ Тенниска. Теннискаһын кейеп алды. Тенниска һатып алыу. Теннисканы йыуып элеу. ■ Аҡ тенниска кейеп, ҡара юбкаһы менән билен өҙөлдө-рөп сыҡҡан саҡтарында ҡыҙ Хәмиткә айырыуса сибәр куренә. Ф. Иҫәнғолов.
ТЕННИССЫ (Р: теннисист; И.: tennis player; T: tenisçi) и.
Теннис уйнаусы. □ Теннисист, теннисистка. Тенниссы ауырый. Яҡшы тенниссы. ■ Билдәле Рәсәй тенниссыһы Марат Сафин 1980 йылдың 27 ғинуарында Мәскәуҙә тыуған. «Йәшлек», 28 август 2010.
ТЕНОР [ит. tenore ‘тауышты көсәйтеү’] (Р: тенор; И.: tenor; T.: tenor) и.
1. Ирҙәрҙең иң нәҙек тауышы. □ Тенор. / Теноровый. Драматик тенор. Тенор партияһы. Яғымлы тенор. ■ Абдулла кукрәген киреп һулыш алды ла тенор менән бер оҙон көйҙө һуҙып ебәрҙе. К. Мәргән. Старшина шундай моңһоу тенор менән йырлап ебәрҙе, Әлфиәнең арҡаһынан «ҡырмыҫҡалар» сабышып китте. И. Абдуллин. Егор әлегә нығып етмәгән теноры менән йырҙы дауам иттерҙе, иптәштәре уға берҙәм ҡушылды. X. Мохтар.
2. Шул тауыш менән йырлаған кеше. □ Тенор. Тенор йыры. Тенор сығышы. ■ Был тенорҙы бөтә полк һалдаттары таный. Н. Мусин.
ТЕНТ [ингл. tent] (Р: тент; И.: tent; Т: tente) и.
Ҡояштан, ямғырҙан һаҡлай торған ҡалын киндер, нейлон һ. б. япма. □ Тент. Тент ҡаплап ҡуйыу. Ҡара тент. ■ Ҡоторонған буран машина тентын өҙгәләй. Я. Хамматов. Тент аҫтында куләгә һәм еләҫ, тик барыбер һыуһата. А. Мағазов.
ТЕНТЕТЕҮ (тентет-) ҡ. йөкм. ҡар. тентеү 1. понуд. от тентеү 1. Бунәтәйҙәр йыйып, тирмәнде тентетергә булдылар. Өй ҡаралтыһын тентетеугә юл ҡуймау. Кеше ҡаралтыһын рөхсәтһеҙ тентетергә ярамай.
ТЕНТЕҮ I (тенте-) (Р: обыскивать; И.: search; T: aramak) ҡ.
1. Ғәйепләрлек нәмә йәки ғәйепле кешене табыу өсөн бөтә ерҙе аҡтарып, ентекләп эҙләү. □ Обыскивать кого, что. // Обыск, обыскивание. Тентей башлау. Я [Казактар] иң элек Ҡамилды тентене. Уның кеҫәһенән партбилет сыҡты. Р. Ниғмәти. Ирҙәрҙе ту гел, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бала-сағаларҙы ла тентейҙәр, тикшерәләр, аҙ ғына шик булһа, ҡулға алалар. И. Абдуллин. Ҡыҙ, тентей торғас, Таҙҙың киндер кулдәгенең инесе араһынан яулыҡты табып алды, ти. Әкиәттән.
2. Тетеп йөрөп эҙләү. □ Искать, разыскивать кого-л. усиленно. Тентеп сығыу. Тентеп эҙләу. ■ Атаһы китеу менән, Муллағәле
261