Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 262 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕНТЕҮ
өйҙөң аҫтын өҫкә килтереп, тентергә тотона. Тик бер тин аҡса тапмай. Ф. Иҫәнғолов. Теге әҙәм, башын бормай ғына, зәңгәр күҙҙәрен йүгертеп, бүлмәне «тенте»не. Р. Вәлиев.
ТЕНТЕҮ II (Р.: обыск; И.: search; T.: arama) и.
Йәшергән, тейеш булмаған һ. б. нәмәләрҙе табыу маҡсатында кемдеңдер йәки ниҙецдер рәсми ҡаралыуы, ентекләп тикшерелеүе. □ Обыск. Тентеү менән килеү. Тентеү ойоштороу. ■ Ауылда тентеү китте. Ауылдың ул осонан был осона ҡыуғын төшөрөп, Сурағолдо эҙләнеләр. Т. Хәйбуллин. Көнө-төнө тентеүҙәр бара. Унан да, бынан да тотоп ябалар. И. Насыри. Вәлит ағай Шәрәп байҙа булған тентеүҙән һуң бөтөнләй ҡатып ҡалған. С. Агиш. Тентеү ваҡытында Артыҡйән ҡарттың йортонан тағы шундай уҡ ун тоҡлап бойҙай таптылар. Ф. Әсәнов.
ТЕНТЕШЕҮ (тентеш-) ҡ. урт. ҡар. тентеү. взаимн. от тентеү. Тентешергә булышыу. Юғалған баланы эҙләп, урман ситтәрен тен-тешеп йөрөү.
ТЕНӘҮГЕ р. диал.
1. ҡар. төнөн. М Бында шамбы күп, бына ошондай, — тип беләген һуҙҙы береһе. — Хәйрулла ағай төртөп алғанын тенәүге үҙем күрҙем. Я. Хамматов.
2. Үткән көн; кисә. □ Вчера. Тенәүге көн булған хәл. Тенәүге көн ҡайтыу. ■ Дәү илебеҙҙең көнсығыш сиктәре буйында ятҡан Ҡытай дәүләте тураһында .. тенәүге көн география дәресенән үткән инек. И. Ноғманов.
ТЕҢГӘСӘЙ (Р: клоп-солдатик; И.: firebug; T.: alev tahtakurusu) и. диал. ҡар. еңгәсәй.
1. Ҡуңыҙҙар ғаиләһенә ҡараған, арҡаһы ҡыҙыл, ҡара төрткөлө бөжәк. □ Клоп-солдатик (насекомое из отряда клопов) (лат. Pyrrhocoris apterus). Ҙур теңгәсәй. Теңгәсәй-ҙэр ҡояш йылыһына өйөлөп тора. Өйҙөң нигеҙен теңгәсәйҙәр һырып алған.
2. миф. Боронғо башҡорттар ҡарашы буйынса, изгеләштерелгән, мифлаштырыл-ған бөжәк. □ Клоп-солдатик (мифологизированное насекомое). ■ Беҙҙә башҡорттар
теңгәсәйҙе лә, баҡаны ла үлтермәйҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТЕҢК (Р: дзинь, звяк; И.: ting-a-ling; T.: tın!) оҡш.
Ҡаты нәмә менән ҡалыныраҡ тимергә һуғып алғанда сыҡҡан өҙөк тауышты белдергән һүҙ. □ Дзинь, звяк (подражание лёгкому стуку, удару). Теңк итеү. Теңк итеп төшөп китеү. Теңк иттереп ултыртыу.
ТЕҢКЕЛДӘТЕҮ (теңкелдәт-) (Р: стучать; И.: pat, knock; T.: takırdamak) ҡ.
Теңк-теңк иттереү, теңк-теңк килтереү.
□ Стучать, бить (слегка). Теңкелдәтә башлау. Теңкелдәтергә керешеү. Йәйәнең керешен теңкелдәтеп ҡарау.
ТЕҢКЕЛДӘҮ (теңкелдә-) (Р: издавать стук; И.: emit sound of knocking; T: takırdamak) ҡ.
Теңк-теңк итеү, теңк-теңк килеү. □ Издавать стук, звук лёгкого удара. Теңкелдәп йөрөү. Теңкелдәгән тауыш сығарыу.
ТЕҢК-ТЕҢК (Р: дзинь-дзинь; И.: zink; tick; T: tın tın) оҡш.
Ҡабат-ҡабат теңк иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Дзинь-дзинь. Теңк-теңк итә башлау. Теңк-теңк иткән шаңдау.
ТЕҢКӘ (Р: терпение; И.: patience; T: sabır) и.
Эске көс, түҙем, сабырлыҡ. □ Терпение. Теңкәм ҡалманы. ■ Ваҡыт-ваҡыт йөрәктәрем асалыр, был хибестән теңкәләрем ҡасалыр. Бәйеттән.
♦ Теңкәгә тейеү күңел тыныслығын боҙоу, маҙаға тейеү. □ Надоедать, докучать. Һорау биреп теңкәгә тейеү. ■ Бер туҡтауһыҙ ҡойған ямғыр тамам теңкәгә тейә. Ә. Вәли. Рауза ҡарсыҡтың һайыҫҡан кеүек туҡтауһыҙ шыҡырлауы теңкәһенә тейҙе шул Ихсанбайҙың. Т. Ғарипова. Рәйфәнең ауырыуы ла, көндәрҙең йонсоулығы ла Ру-хиәнең теңкәһенә тейҙе. Ф. Чанышева. Тең-кә ҡороу түҙемдән сығыу; йөҙәү, йонсоу.
□ Устать от кого, чего. Көтә-көтә теңкәм ҡороно. Тыңлап теңкә ҡороу. ■ Тәрәп әлифбаһын өйрәнгәндәр латинын, шунан урыҫын белә алмай теңкәләре ҡороно. Ғ. Хисамов. [Салих — Миррәҡипкә:] Ҡорал, ат тип
262