ТЕОРЕТИК
теңкәләр ҡороно инде. Ғ. Хисамов. Теңкәне ҡоротоу бик ныҡ йөҙәтеү, йонсотоу; йәнгә тейеү. □ Надоесть, замучить. Ҡуп һуҙ һөйләп теңкәне ҡоротоу, һалым теңкәне ҡорота. ■ Килгән-киткән, йомошло-йомошһоҙ кешеләр Хәбировтың теңкәһен ҡоротоп бөтәләр. X. Ғиләжев.
ТЕҢКӘКЛӘНЕҮ (теңкәклән-) (Р.: надоедать; И.: annoy; T.: usandırmak) ҡ. диал.
Ҡаңғыртыу, ялҡытыу. □ Надоедать, докучать кому-л., чем-л., морочить голову кому-л. Көндәр бик ел булып теңкәкләне. Быҫҡаҡлап яуған ямғыр теңкәкләне. Башты һорауҙар менән теңкәкләне.
ТЕҢКӘЛЕҮ (теңкәл-) ҡ. диал. ҡар. тәңкәлеү. Бер нөктәгә теңкәлеп ултыра. Офоҡҡа теңкәлеп тора. Ҡарашы бер ергә теңкәлгән.
ТЕҢКӘҺЕҘ (Р: нетерпеливый; И.: impatient; T.: sabırsız) с. ҡар. тыңҡыһыҙ.
Ихтыярһыҙ, түҙемһеҙ. □ Нетерпеливый. Теңкәһеҙ бала. Теңкәһеҙ булыу. ■ Теңкәһеҙҙәр, ялҡау, прогульщиктар эш ваҡытында «ҡағып» сығалар. М. Абдуллин.
ТЕОГОНИЯ [гр. theos + goneia ‘килеп сығышы’] (Р: теогония; И.: Theogony; T.: ilahlarin soylarını yazan kitap) и.
Аллаларҙың килеп сығыуы тураһындағы хикәйәт. □ Теогония (сказание о происхождении мифических богов). Трек теогонияһы. һинд теогонияһы. Ҡытай теогонияһы менән танышыу. Майя теогонияһы менән ҡыҙыҡһыныу.
ТЕОДОЛИТ [гр. theaomai ‘ҡарау’ + doli-chos ‘оҙон’] (Р: теодолит; И.: theodolite; Т: teodolit) и.
Мөйөш үлсәү ҡоралы (геодезияла, астрономияла, артиллерияла, авиацияла һ. б. ҡулланыла). □ Теодолит. Бәләкәй теодолит. Ағас теодолит. Теодолит менән билдәләу.
ТЕОКРАТИЯ [гр. theos ‘Алла’ + kratos ‘көс, ҡеүәт’] (Р: теократия; И.: theocracy; Т: teokrasi, dincierki) и.
Сәйәси хакимиәт руханиҙар ҡулында булған идара формаһы. □ Теократия. / Теократический. Теократия ҡоролошо. Теократия хөкөм һөргән ил.
ТЕОЛОГ [гр. theos ‘Алла’ + logos ‘фән’] (Р: теолог; И.: theologian; T: ilahiyatçı) и.
Теология буйынса белгес. □ Теолог. Билдәле теолог. Теологтың сығышы. Теологтар ҡоро. М Ғатаулла Баязитов Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев менән осрашҡанда уҡ ислам тарихы, дин ғилеме буйынса Рәсәй мосолмандарына яҡшы таныш теолог ине. Ғ. Хөсәйенов.
ТЕОЛОГИК (Р: теологический; И.: theological; T.: ilahiyatla ilgili) с.
Теологияға мөнәсәбәтле. □ Теологический. Теологик эш. Теологик ҡараш. Теологик хеҙмәт. Теологик журнал.
ТЕОЛОГИЯ [гр. theos ‘Алла’ + logos ‘фән’] (Р: теология; И.: theology; T: ilahiyat) и.
Алла һәм дин ҡанундары хаҡындағы тәғлимәт. □ Теология. / Теологический. Теология буйынса хеҙмәттәр. Теологияға таянып эш итеу. Аристотель теологияһы.
ТЕОРЕМА [гр. theorema < theoreo ‘тикшерәм’] (Р: теорема; И.: theorem; T: teorem) и. мат.
Дөрөҫлөгө иҫбатлау юлы менән билдәләнгән математик ҡағиҙә. □ Теорема. Ньютон теоремаһы. Теореманы ҡабатлау. ■ [Рухиә — Низамовҡа:] Һинең математика ярашыуың маҡтауға лайыҡ, әлбиттә. Ләкин әҙәбиәттән экзамен биргәндә, Пифагор теоремаһын һорамаҫтар бит. Ф. Чанышева. Уныңса [Гөлниса уйлағанса], математика уҡытыусыһының йөрәге төрлө теоремаларҙан, икс, игрек, синус, косинустарҙан ғына тора, уға тойғо ят нәмә.
3. Биишева.
ТЕОРЕТИК I (теоретигы) (Р: теоретик; И.: theoretician; T.: kuramcı) и.
Теорияға ҡағылышлы мәсьәләләр менән шөғөлләнгән кеше. □ Теоретик. Теоретиктар билдәләуенсә, дефолт булмаясаҡ. В Ишмөхәмәт Ғәләуетдинов .. уҙен һәләтле археолог, оҫта текстолог итеп кенә тугел, башҡорт әҙәби теленең белекле тарихсыһы һәм куренекле теоретигы итеп танытты. Л. Хөсәйенова. Рәсәйҙең уҙенсәлеген Евразия теоретиктары Л. Гумилёв менән П. Савицкий ҙа яҡшы аңлаған. «Ағиҙел», № 1, 2012.
263