ТЕОРЕТИК
ТЕОРЕТИК II (Р.: теоретик; И.: theoretical); theorist; T.: kuramsal, teorik) c.
1. Теорияға мөнәсәбәтле. □ Теоретический. / Теоретически. Теоретик белем. Теоретик миҫал. Теоретик химия. Теоретик әҙерлек. ■ Ил менән идара итеу өсөн яңы идея — теоретик нигеҙ — кәрәк булыуы көн кеуек асыҡ. Т. Ғарипова.
2. Теория менән шөғөлләнеүгә ятышлы.
□ Теоретический. Теоретик аҡыл. Теоретик белем. Теоретик фекер.
3. Фәндең теория мәсьәләләренә бәйле.
□ Теоретический. Теоретик биология. Теоретик математика. Мәсьәләнең теоретик яғын асыу. ■ Нефть эшен практик һәм теоретик яҡтан өйрәнеп алғас, Ләйлә ҡала янындағы Төркмән ҡасабаһы йәштәре менән ныҡлап аралаша башланы. С. Поварисов. Башҡорт совет драматургияһының реалистик йунәлеш алыуы Д. Юлтыйҙың теоретик мәҡәләләре, ижады менән тығыҙ бәйләнгән. «Ағиҙел», № 4, 2013.
4. Абстракт-логик фекер йәки математик иҫәп юлы менән алынған. □ Теоретический. Теоретик яуап. Теоретик һөҙөмтә. Теоретик мәғлумәт. ■ Теоретик дәрестәрҙән һуң плацта — строевой, спорт майҙансығында физик кунекмәләр башлана. «Ағиҙел», № 10, 2013.
ТЕОРИЯ [гр. theöria ‘тикшереү’] (Р.: теория; И.: theory; T: teori) и.
1. Тормош тәжрибәһен дөйөмләштереп, тәбиғәт һәм йәмғиәттең үҫеш закондарын билдәләгән логик һығымта. □ Теория. / Теоретический. Революцион теория. Тәбиғи теория.
2. Айырым бер фәнде йәки уның өлөшөн тәшкил иткән дөйөм фекерҙәр. □ Теория. / Теоретический. Математик теория. Танып-белеу теорияһы. Ихтималлыҡ теорияһы.
3. Айырым бер эш йәки сәнғәт оҫталығының нигеҙендә ятҡан белем һәм ҡағиҙәләр.
□ Теория. / Теоретический. Бейеу теорияһы. Шашка теорияһы. Музыка теорияһы.
4. Хәл йәки күренеште аңлатҡан дөйөм принцип нигеҙҙәре. □ Теория. / Теоретический. Квант теорияһы. Ньютондың физик теорияһы.
ТЕПЛИЦА [рус.] (Р.: теплица; И.: hothouse; T: sera) и.
Йәшелсә, үҫемлек үҫтереү өсөн быяланан йә полиэтилендан эшләнгән йылы ҡоролма. □ Теплица. / Тепличный. Теплица емеше. Теплица рамы. Теплицала ҡыяр уҫтереу.
■ Биология уҡытыусыһы булып эшләгән урта йәштәрҙәге ир өйө эргәһенә быяланан теплица эшләгән. Н. Мусин. Ир-егеттәр һоро кумер сығарыу, уны брикетлау менән мәшғул булһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙың купселеге ҙур теплицала көндәрен уткәрә. Р. Низамов.
ТЕПЛОВОЗ [рус.] (Р: тепловоз; И.: diesel locomotive; T: lokomotif) и.
Эске яғыулыҡлы двигатель ярҙамында эшләгән локомотив. □ Тепловоз. / Тепловозный. Тепловоз вагондары. Тепловоз двигателе. Тепловоз йөрөтөу. ■ Тепловоз ҡыҙыулығын арттыра төшкәс, биттәргә һалҡынса ел бәрелде. Й. Мостафин. Вокзал ҡаршыһына бер нисә вагон таҡҡан яңы тепловоз килеп туҡтаны. Б. Рафиҡов.
ТЕПЛОХОД [рус.] (Р: теплоход; И.: motor ship; T: motorlu gemi) и.
Эске яғыулыҡлы двигателдәр ярҙамында эшләгән карап. П Теплоход. Теплоходта йөҙөу. Диңгеҙ теплоходы. Йөк теплоходы.
■ Пристань яғынан теплоход тауышы яңғыраны. Р. Низамов. Ишмырҙа Ишбулдин, теплоходҡа ултырыу алдынан таможняға инеп, махсус декларация тултырҙы. Ә. Бикчәнтәев. Теплоход дебаркадер эргәһендә тора һәм һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә тирбәлә ине. Ә. Вәли.
ТЕПЛУШКА [рус.] (Р: теплушка; И.: caboose; T: sobalı yük vagonu) и.
1. Кеше йәки мал йөрөтөү өсөн ҡулайлаштырылған, яғыла торған йөк вагоны. □ Теплушка. Теплушкаға тейәлеу. ■ Ишбулды эләккән теплушкала егерме ике кеше. Ғ. Аллаяров. Уларҙы [һалдаттарҙы], иҙәненә һалам тушәлгән теплушкаларға тейәп, көнбайышҡа оҙаттылар. Ғ. Лоҡманов. Тығыҙ, тынсыу теплушкаларҙа хәрәкәтһеҙ килгән аттар ныҡ ғазапланды. Р. Өмөтбаев.
2. Стадиондарҙа, төҙөлөш майҙандарында һ.б. инеп йылына торған бәләкәй бина.
264