Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 265 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕРАТОМА
П Теплушка. Йылы теплушка. Төҙөүселәр теплушкаға йыйылды. ■ Теплушкаһында хырылдаған ҡарауылсынан башҡа әҙәм заты булһа! Р. Низамов. [Зәйнетдин] самандан һалынған теплушка эргәһенә сүгеп, ергә текәлгән килеш, һурып-һурып тәмәке тартты. Р. Низамов.
ТЕПРӘ (Р: перемётная сума; И.: saddle bag; T.: heybe) и. этн.
Эйәргә аҫыу өсөн махсус яһалған ике яҡлы моҡсай; артмаҡ; ҡурйын. □ Перемётная сума (из кожи или шерсти). Тепрәгә аҙыҡ һалыу. Тепрә аҫыу. Тепрәгә юл кәрәк-яраҡтары тултырыу.
ТЕПТЕ I (Р: совсем; И.: entirely, utterly; T: tümüyle) р. диал. ҡар. тулыһынса.
Тулыһы менән; тотош. □ Совсем, в корне. Тепте үҙгәреү. Тепте шәбәйеү. Тепте дөрөҫ әйтмәне. Тепте уйландырҙы.
ТЕПҮК (тепүге) и. ҡар. типтәр. Тепүк һөйләше. Тепүк халҡы. Тепүктәр ауылы. Тепүктәр йәшәгән төбәк.
ТЕПӘТИКӘ (Р: понапрасну; И.: in vain; T.: boşuna) р. диал. ҡар. бушҡа.
һис бер файҙаһыҙға, кәрәкһеҙгә. □ Понапрасну, зря. Тепәтикә ҡысҡыраһың. Тепә-тикә сығыу. Тепәтикә генә үпкәләү.
ТЕРАКТ [лат.] (Р: теракт; И.: terrorist action; T.: terör eylemi) и.
Ҡанунға яраҡһыҙ ниндәйҙер маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн шартлатыу, яндырыу кеүек халыҡҡа хәүеф янаған процестар менән үҙидара органдарына йәки халыҡ-ара ойошмаларға тәьҫир итеү алымы. □ Теракт. Теракт булған. Теракт яһағандар. Теракт хәүефе янай. Теракт ойоштороусылар тотолған. Теракт фажиғәһендә һәләк булыусылар. ■ Кисә Мәскәү ҡалаһында дүшәмбелә ойошторолған терактта һәләк булыусыларҙы ерләй башланылар. «Йәшлек», 1 апрель 2010. Дүшәмбелә Ҡабулда ойошторолған терактта егерме кешенең һәләк булыуы, ошо уҡ сама кешенең йәрәхәтләнеүе асыҡланды. «Йәшлек», 20 май 2010.
ТЕРАПЕВТ (терапевы) [гр. therapeutes ‘ауырыуҙы ҡараусы’] (Р: терапевт; И.: internist; T.: dahiliyeci) и. мед.
Эске ауырыуҙарҙы дауалаусы табип, врач. □ Терапевт. / Терапевтический. Дежур терапевт. Терапевҡа яҙылыу. Терапевт тәғәйенләгән дауалау курсы. Терапевтан йүнәлтмә алыу. М Терапевт егет ярты йылдан һыпыртты, ҙур урында эшләгән нәҫелдәше Өфөгә тартып алды. Г. Яҡупова. [Журналист — Фәриткә:] Мин Елена Ва-сильевнанан да тәжрибәлерәк терапевты осратҡаным юҡ. Ф. Әсәнов.
ТЕРАПЕВТИК (Р: терапевтический; И.: therapeutics; T.: dahiliye) с.
Терапияға мөнәсәбәтле. □ Терапевтический. Дауахананың терапевтик бүлеге. Терапевтик белешмә. ■ Был молекулалар онкологик мутация осрағында ғына препараттың терапевтик көсөн әүҙемләштерә. «Киске Өфө», № 43, 2010. Ҡәҙимге медикаменттар һәм препараттар йыш ҡына теләгән терапевтик һөҙөмтә бирмәй. «Киске Өфө», № 21, 2009.
ТЕРАПИЯ [гр. therapeia ‘дауалау’] (Р: терапия; И.: therapy; T.: terapi) и.
1. Эске ауырыуҙарҙы операцияһыҙ дауалау эше (дарыу, йылы, электр һ.б. менән). □ Терапия. / Терапевтический. Терапия ваҡыты. Терапия эше. Терапия китабы. М Врачтары уны [Хәмитте] саф һауалағы хеҙмәт терапияһы менән дауаларға кәңәш иттеләр. М. Садиҡова.
2. Медицинаның эске ауырыуҙарҙы билдәләү, уларҙы киҫәтеү һәм дауалау ысулдарын өйрәнә торған бүлеге. □ Терапия. Дауахананың терапия бүлеге. Дөйөм терапия бүлеге. ■ Терапия бүлегенең коридорында Гөлғәйшә апай килененә осраны. Ф. Әсәнов.
ТЕРАТОМА [гр. teras (teratos) ‘ҡурҡыныс, зәғиф’ + ...ота ‘шешек атамаларын-дағы ялғау’] (Р: тератома; И.: teratoma; Т: teratom) и. мед.
Әсә ҡарынындағы яралғының дөрөҫ үҫешмәүе сәбәпле барлыҡҡа килгән шешек. □ Тератома (опухоль, содержащая различные ткани (мышцы, кости, кожу, железистую и нервную ткани) и являющаяся следствием нарушения развития зароды-
265