Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 266 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЕРГЕҘЕҮ
ша). Тератоманың ҙурлығы. Тератоманы алдырыу.
ТЕРГЕҘЕҮ (тергеҙ-) (Р.: вернуть к жизни; И.: revive; T.: diriltmek) ҡ.
1. Киренән тере хәлгә килтереү; йән индереү; терелтеү. □ Оживлять, воскрешать, вернуть к жизни. Ауырыуҙы тергеҙеү. ■ Үлгәнде күҙ йәше менән генә тергеҙеп булмай. Р. Ғабдрахманов. Фәүзиә аяҡтарын иҙәнгә төшөрөп, көлдөксәгә яҡынлап ултырҙы, торонбаштарҙы ҡаҡҡылап, утты тергеҙергә, өйгә яҡты бирергә маташты. Т. Ғарипова.
2. Яңынан эшкә, файҙаға яраҡлы итеү; төҙөкләндереү. □ Восстановить, благоустроить. Йорт-йыһазды тергеҙеү. Йорт-ҡураны тергеҙеү. N Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙың ҡабат тергеҙелеүе һөйөндөрә. «Башҡортостан», 17 март 2014. Монархияны һаҡлап ҡалыу, уны тергеҙеү тураһында хыялланыусылар бар. В. Исхаҡов. Аңламаҫһың был әҙәм балаһын, барын тәләфләп бөтөрә лә ҡырҡ бәлә менән шуны ҡабат тергеҙеп яфалана. Н. Мусин.
ТЕРҘЕК I (терҙеге) (Р: приданое; И.: dowry, corbeile; T.: çeyiz) и. этн.
1. Ҡыҙ яғынан әҙерләнгән өй әйбере. □ Приданое (хозяйственно-бытовые вещи, приготовленные со стороны невесты для переезда в дом жениха). Терҙек биреү. Терҙек йыйыу.
2. Ҡыҙ яғынан кейәүгә әҙерләнгән өҫ кейеме. □ Одежда, приготовленная невестой для жениха. Терҙек бәйләү. Ҡыҙыл терҙек.
ТЕРҘЕК II (терҙеге) (Р: жизнь; И.: life; T.: dirim) и.
Тереклек, ғүмер, тормош, йәшәү. □ Жизнь, существование. Терҙек итеү. Ауылдағы терҙек. Рәхәт терҙек. ■ Борон-борон заманда, илдә батшалар хөкөм һөргән ваҡытта, бер ауылда Йәләл исемле бер ҡарт бабай терҙек иткән. Әкиәттән.
ТЕРЕ (Р: живой; И.: live; T: diri) с.
1. Йәне булған, йәшәгән; йәнле. □ Живой, органический.
2. Донъянан китмәгән, үлмәгән; иҫән; киреһе — үле. □ Живой, здоровый. Ул тере. Тере мал. Тере айыу. ■ Әлфиә тере кешегә
түгел, күҙҙәрен асып-йома торған ҡурсаҡҡа .. оҡшағайны. И. Абдуллин, һалдат салбар кеҫәһенән тере турғай килтереп сығарҙы. Ғ. Аллаяров. Пулялар сафтарҙы салғы кеүек саба. Ләкин тереләрҙе был туҡтатып тора алмай, улар һаман алға ынтылы-уында. Д. Юлтый. • Тере кеше ас булмаҫ. Әйтем. Үлгән арыҫландан тере сысҡан артыҡ. Әйтем.
3. күсм. Күҙгә ташланып торған, ап-асыҡ беленеп, күренеп һ.б. торған. □ Выражает крайнюю степень какого-л. качества, состояния. Тере яуыз. Тере хәсрәт. ■ Ни афәт был?I Hu һынауҙар?! Яҙмышың ни, милләтем?! Кем баҫыр икән алмашҡа, ҡалдырмай тере йәтим?! Г. Ситдикова. • Тамырын белмәгән — тере йәтим. Әйтем.
4. Тотош оҡшап, килеп торған; һуйып ҡаплаған, хас. □ Очень похожий, точь-в-точь. Тере өләсәһе. Tepe әсәһе. Tepe апаһы. ■ Бөтөнләй башҡа кеше [Ҡорбанов], ә ҡарашы, ҡаш емереүҙәре теп-тере шул элекке һымаҡ. Б. Бикбай.
5. күсм. Иҙелмәгән, һытылмаған (бөртөклө нәмәгә ҡарата). □ Целый, неразва-рившийся (о крупе и т. д.). Тере ярма. Тере ҡарабойҙай. Тере борсаҡ. ■ [Сәрбиямал:] Төйгөсөңдө киленең ҡап уртаһына ғына туралап төшөр, ярма тере генә булһын, онталмаһын. 3. Биишева.
6. күсм. диал. Эш-хәрәкәткә етеҙ; хәрәкәтсән; теремек. □ Шустрый, бойкий, живой, подвижный. Тере ҡулдар. Тере бала. ■ Бик тере, сәсрәп торған кеүек күренәһең һин, аҡыллым. Бик оҡшап киттең әле миңә.
С. Агиш.
♦ Ни үле, ни тере түгел ҡурҡып, ҡалтырап торған хәлгә ҡарата. □ Ни жив ни мёртв. Тере көйөк йән көйҙөргөс, ялҡау йә эшкә ашмаған кеше, нәмә. □ Бездельник, доел. Живое горе. Тере көйөк булып ята. Тере көйөк булып йөрөй. ■ [Тәскирә:] Әйләнер инең, исмаһам, күҙ алдында тере көйөк булып йәнемде ҡарайтып йөрөмәҫ инең. М. Хәйҙәров. Тере ҡул ҡар. тере ҡулһыҙ. ■ [Ғилман:] Мин һинһеҙ, Зөфәр, тере ҡул шул. Д. Бүләков. Тере ҡулһыҙ <булыу> ярҙам
266