ТЕРЕЛЕҮ
һыҙ йә ярҙамсыһыҙ тороп ҡалыу, булыу хәле. □ (Быть) совершенно беспомощным, как без рук. М Әптерәй киткәс, колхоз тере ҡулһыҙ тороп ҡалды. Ә. Вәхитов. Тере мәйет эшкә ярамаған йә тора алмай ятып ауырыған кеше. □ Живой труп.
ТЕРЕГӨМӨШ (Р.: ртуть; И.: mercury; T.: cıva) и. хим.
Химик элемент, йылтыр аҡһыл төҫтәге шыйыҡ ауыр металл. □ Ртуть. / Ртутный. Терегөмөш тугелде. Ҡурҡыныс терегөмөш. Терегөмөш ятҡылығы. Я Йылға шыма ҡырсынташтар араһынан терегөмөштәй аҡ, саф булып сылтырап аға. 3. Биишева. Градустарҙа терегөмөш туңа, ҡалын туңа боҙҙар йылғала. М. Хәй.
ТЕРЕК I с. ҡар. тере 2. ■ [Кусәк:] Минең атайымды әле берәу ҙә ултергәне юҡ, ул терек. «Бабсаҡ менән Күсәк». • Үлеккә гур табылыр, тереккә өй табылмаҫ. Әйтем. • Үлемдән ҡурҡмаған — терек, улемдән ҡурҡҡан — тере улек. Әйтем.
ТЕРЕК II (тереге) (Р: домашняя скотина; И.: domestic cattle; T.: evcil hayvanlar) и.
1. Тормош кәрәге өсөн йортта аҫралған мал. □ Скот, скотина. / Скотный, скотский. Терек ашатыу. Терек көтөу. Терек аҫрап көн итеу. Яҙ башы менән барлыҡ терек утлауға сыҡты.
2. ҡар. тереклек 2. Ерҙә теректең барлыҡҡа килеуе. ■ Тереге өсөн кем һуң йән көҙөгөн куҙләмәй? Т. Хәйбуллин.
ТЕРЕКЛЕК (тереклеге) (Р: живность; И.: living creature; T.: canlılar) и.
1. Йән эйәһе, йәнлек, мал. □ Живность, всё живое. Тереклектәр донъяһы. Бөтә тереклек йәнләнә. Тереклек өсөн. Я Бөтә ер өҫтө, бөтә тереклек ҡояш яҡтыһын курергә ашыға ине. К. Мәргән. Йәшә, ҡояш, мин ҡотлайым һине, һинһеҙ һис тереклек булмаҫ ине. М. Хәй. Бар тереклек — ҡош-ҡорттар, турғайҙар, сәпсектәр, хатта улән араһында мыжғыған бөжәктәргә тиклем ышыҡҡа боҫоп бөткән. Д. Бүләков.
2. Материя хәрәкәтенең үҫеш этабында-ғы айырым бер формаһы. □ Жизнь (одна из форм движения материи). Тереклек ҡанундары. Үҫемлектәрҙең тереклеге.
3. Көнкүреш, тормош. □ Жизнь, существование. Я Тереклек өсөн кәрәк булған өй ҡорамалдары һәммәһе матур итеп йыйып ҡуйылған. Ғ. Дәүләтшин.
ТЕРЕКЛЕК ИТЕҮ (тереклек ит-) (Р: жить; И.: live; T.: yaşamak) ҡ. ҡар. йәшәү.
Ғүмер үткәреү, ғүмер һөрөү, ғүмер кисереү. □ Жить, проживать, существовать. // Жизнь, житьё, существование. Гумер буйы фәҡирлектә тереклек итте. Балык һыуһыҙ тереклек итә алмай. Я [Мосафирҙар] ҡыштың ҡыҫҡа көнөн нисек етте булһа ла ошо мәсет баҙы өйөндә, төндәрен йәнәштәге мал өйөндә йылынып, ашап-эсеп, йоҡлап тереклек итә башланылар. Ғ. Хөсәйенов.
ТЕРЕКТӘТӘ (Р: заведомо зная; И.: knowing full well; T.: açıkça) р. диал. ҡар. күрәләтә.
Күрә-белә тороп. □ Заведомо зная. Те-ректәтә бәлә яғыу. Теректәтә алдашыу. ■ Кемдең теректәтә насар пьеса яҙғыһы килһен?! Н. Нәжми.
ТЕРЕ КҮМЕР (Р: горящие угли; И.: ember(s); T.: kor) и. ҡар. ҡуҙ.
Баҙлап янып ятҡан ҡуҙҙар; утлы күмер.
□ Горящие угли. Тере кумергә әйләнде. Бер нисә минуттан усаҡ урынында тере кумер генә ҡалды. Я Мунса мейесен томалап булмай, тере кумере бар әле. Экспедиция материалдарынан.
ТЕРЕК ҺЫУ и. миф. ҡар. тере һыу. я [Зөлҡәрнәй] ҡайҙалыр терек һыу — әбелхә-йәт барлығын ишеткән. Ғ. Хөсәйенов.
ТЕРЕЛЕҮ (терел-) (Р: оживать; И.: revive; T.: dirilmek) ҡ.
1. Киренән тере хәлгә килеү; йән инеү.
□ Оживать. Терелеп китеу. Ҡыуаныслы терелеу. Я Ергә, гуйә, һулыш өрөлдө, шиңгән улән, гуйә, терелде. М. Кәрим. Хашим йәнә уҙенең айҙан ашыу харабалар араһында ятҡандан һуң терелеуен, һуҡырайғандан һуң ҡабат куреуен, һаңғырауланғандан һуң ишетеуен уйлай ҙа был донъяның серлелек, тылсым менән солғанып алыныуын куңеле менән нығыраҡ тоя. Т. Ғарипова. • Үткән килмәҫ, улгән терелмәҫ. Әйтем.
2. кусм. Рухланып, күңелләнеп, хәрәкәткә килеү; йәйләнеү. □ Оживляться, ожи-
267